Зоология кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире: биология фәндәре докторы, профессор
Книсс Владимир Александрович
 
Зоология кафедраһының ғилми тикшеренеүҙәре спецификаһы уның Көньяҡ Уралда хайуандарҙы өйрәнеү буйынса традицион координатор ролен башҡарыуынан килеп сыға. Был йәнлектәрҙең бер нисә ландшафт-географик зоналар киҫешендә йәшәүе уларҙың төрҙәре араһында морфологик күсештәрҙең киң таралыуына килтерә, бигерәк тә Урал тауҙары улар йәшәгән территориялар өсөн көнсығыш, көнбайыш һәм төньяҡ сиктәр булған осраҡта был күҙәтелә.
 
Төрлө типтағы һыу ятҡылыҡтарының төбөндә йәшәүселәр тураһында тәү тапҡыр киң мәғлүмәт тупланған, Таулы Башҡортостандың мәмерйәләрендә йәшәгән умыртҡаһыҙҙар фаунаһының ярайһы уҡ тулы картинаһы төҙөлгән.
 
Герпетофауна буйынса түбәндәге йүнәлештә тикшеренеүҙәр дауам итә: Көньяҡ Уралдың фаунаһы, рептилияларҙың таралыу үҙенсәлектәре һәм биогеографияһы; һөйрәлеүселәрҙең экологияһы, этологияһы һәм гельминтофаунаһы.
 
Даими рәүештә йәки ваҡытлыса антропоген йоғонто аҫтында булған һыу йәнлектәре популяцияһының өс ҡатлы трансформацияһы кимәлен өйрәнеү үҙ аллы экологик-фаунистик йүнәлешкә әйләнде.
 
Профессор М.Ғ.Баянов һыу экосистемаларының компоненттары һәм бентос организмдары булған паразит селәүсендәрҙең “ареалдары үҙаллылығы” концепцияһын тәҡдим итә, ҡыр тикшеренеүҙәре нигеҙендә был концепция уңышлы раҫланған.
 
Зоология кафедраһы эшләй башлағандан алып уның хеҙмәткәрҙәре баҫтырып сығарған хеҙмәттәрҙең тулы йыйылмаһы профессор М.Ғ.Баяновтың “Башҡортостанда зоологик тикшеренеүҙәр” (1997) монографияһында килтерелә.