Журналистика кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Адресы:
450076, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32. Төп корпус, 413-сө каб.
Телефоны: (347) 273-93-12
Электрон адресы: pressman413@mail.ru
 
Кафедра мөдире:
Килмөхәмәтов Тимерғәле Әбделғәлим улы, СССР, Рәсәй Федерацияһы, Башҡортостан республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы, филология фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһы юғары белем биреүҙең маҡтаулы хеҙмәткәре.
 

 

Кафедра тарихы тураһында ҡыҫҡаса белешмә. Кафедра 1990 йылда ойошторолдо. Кафедраның уҡыу-уҡытыу эшмәкәрлеге киң профилле журналистар әҙерләү йүнәлешендә алып барыла (гәзит-журналдар, электрон саралар өсөн журналист кадрҙар әҙерләү). Шулай уҡ йәмәғәтселек менән бәйләнеш (паблик рилейшнз) буйынса махсуслашыу алып барыла.
 
Уҡыу-уҡытыуҙың төп йүнәлештәре. Уҡыу-уҡытыу “Журналистика” специальносы буйынса Дәүләт белем биреү стандартына (Мәскәү дәүләт университеты журналистика факультетының уҡыу планы нигеҙендә төҙөлгән) ярашлы ойошторола. Шулай уҡ региональ компонент предметтары индерелә (туған тел, туған әҙәбиәт, Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте). Кафедра төп журналистик дисциплиналар буйынса лекциялар, практик дәрестәр, семинарҙар алып бара, студенттарҙың ғилми эштәрен ойоштора.
 
Кафедра студенттарҙың уҡыу-производство практикаһын ойоштороуҙа туранан-тура ҡатнаша. Студенттарҙың ижади эштәре буйынса консультатциялар үткәрә, семестр буйынса отчеттарын өйрәнеп аттестация үткәрә. Кафедра уҡытыусылары дәүләт имтихандары алыуҙа, диплом яҡлау ултырыштарында ҡатнаша.
 
Кафедраның төп фәнни-тикшеренеү йүнәлештәре. Кафедра ағзаларының һәм студенттарҙың фәнни-тикшеренеү эшмәкәрлеге журналистика тарихы һәм теорияһы, айырып әйткәндә, бөгөнгө Рәсәй киң мәғлүмәт сараларының типологик үҙенсәлектәре (доц. С.А.Алиева); журналистика жанрҙарының типологияһы, тәржемә теорияһы һәм практикаһы (профессор Р.Б.Әхмәҙиев), журналистик текст ижад итеүҙең техникаһы һәм практикаһы (өлкән уҡытыусы Р.Ҡ.Ғәлиев), бөгөнгө иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа республика гәзиттәренең ижади эшмәкәрлеге (профессор Т.Ә.Килмөхәмәтов), хәҙерге матбуғат сфераларының тел-стиль үҙенсәлектәре (доценттар Л.М.Сәлимова, Л.А.Каракуц-Бородина) кеүек йүнәлештәр буйынса алып барыла.
 
Кафедра профессоры һәм уҡытыусылары матбуғат сараларында – гәзит-журналдарҙа ғилми мәҡәләләр менән сығыш яһай, үҙҙәренең художество әсәрҙәре – шиғыр, хикәйә, повесттарын баҫтыра. Монография, уҡыу әсбаптары яҙыу һәм нәшер итеүҙә лә актив эшләй уҡытыусылар.
 
Кафедрала 8 уҡытыусы эшләй: Килмөхәмәтов Т.А. – фәндәре докторы, профессор, кафедра мөдире; Әхмәҙиев Р.Б. - фәндәре докторы, профессор; Алиева С.Ә. - филология фәндәре кандидаты, доцент; Сәлимова Л.М. - филология фәндәре кандидаты, доцент; Каракуц-Бородина Л.А. – филология фәндәре кандидаты, доцент; Әхмәтйәнова Н.А. - филология фәндәре кандидаты, өлкән уҡытыусы; Галеев Р.К – өлкән уҡытыусы, Шаммасов А.Р. – ассистент.
 
Махсус курстарҙы уҡыу өсөн түбәндәге белгестәр саҡырылған: Тимербулатов З.М.- философия фәндәре кандидаты, З.Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте генераль директоры; Сырвачева Т.Н. – “Республика Башкортостан” гәзитенең директор-баш редакторы; Лебединцева О.Е. – философия фәндәре кандидаты, БДУ-ның уҡыу телевидениеһы студияһы режиссеры; Әхмәҙиев Ф.В. – “Ватандаш” журналының баш редакторы; Батыров Р.Г. - БДУ-ның уҡыу телевидениеһы студияһы мөдире; Биккузин И.Р. – БДУ-ның “Кафедра” гәзите фотокорреспонденты.
 
Башҡортостан Республикаһы матбуғат сфераһында кафедраның терәк редакциялары: Башҡортостан республикаһы хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия идаралығы менән ижади хеҙмәттәшлек Килешеүе төҙөлгән; “Башҡортостан” ДТРК-һы менән ошондай уҡ Килешеү бар;
 
“Башҡортостан”, “Кызыл таң” , “Республика Башкортостан”, “Йәшлек”, “Молодежная газета”, “Истоки”, “Уфимские ведомости”, “Кафедра”, “Гаудеамус”, “Аҙна” гәзиттәре редакциялары, “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Бельские просторы”, “Шоңҡар”, “Һәнәк”, “Башҡортостан ҡыҙы”, “Аманат”, “Тулпар”, “Рампа”, “Тамаша”, журналдары редакциялары менән тығыҙ бәйләнеш урынлаштырылған. Шулай уҡ бөтә район, ҡала гәзиттәре, радио, телевидение редакциялары менән хеҙмәттәшлек ителә.