Юғары белемгә тиклемге әҙерлек

Факультет контракт буйынса хәрби хеҙмәттә булған граждандарҙы ҡабул итеү имтихандарына федераль бюджет иҫәбенә әҙерләү маҡсатында университеттың Ғилми советы ҡарары менән 2008 йылдың октябрендә асыла. Университеттың юғары квалификациялы уҡытыусылары көндөҙгө, ситтән тороп уҡыу һәм көндөҙгө-ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә бөтә мәктәп программаһы буйынса дәрестәр алып бара. Көндөҙгө бүлектә уҡыусыларға айына 2500 һум стипендия түләнә. Граждандарға уңайлы булһын өсөн дәрестәр Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама ҡалаларында ла үткәрелә.
 
Башҡорт дәүләт университеты – регионда ҡабул итеү имтихандарына федераль ҡаҙна иҫәбенә әҙерләү эштәрен алып барыу өсөн һайлап алынған һәм ошондай хоҡуҡ бирелгән юғары профессиональ белем биреү буйынса дәүләт мәғариф учреждениелары исемлегенә индерелгән берҙән-бер учреждение.
 
Контракт буйынса хәрби хеҙмәттә булған 300-ҙән ашыу кеше 2008 йылдың сентябрендә факультетта әҙерлек үтеп, берҙәм дәүләт имтиханы тапшырҙы. Шуларҙың 50 процентынан күберәге Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа региондарында юғары уҡыу йорттарына бюджет нигеҙендә уҡырға инде.
 
ФАКУЛЬТЕТТА ӘҘЕРЛЕК ТҮБӘНДӘГЕ ЙҮНӘЛЕШТӘР БУЙЫНСА АЛЫП БАРЫЛА:
  • контракт буйынса хәрби хеҙмәттә булған граждандарҙы ҡабул итеү имтихандарына федераль бюджет иҫәбенә әҙерләү;
  • мәктәп уҡыусыларын берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләү (килешеү нигеҙендә түләүле);
  • мәктәп уҡыусыларын берҙәм дәүләт имтиханына заманса уҡытыу технологияларын ҡулланып дистанцион нигеҙҙә әҙерләү.
 
 
  1.Үҙ аллы әҙерләнеү өсөн электрон уҡытыу-күнекмәләр эшләү курстары. Уның эш режимы түбәндәгесә:
 
      а) берҙәм дәүләт имтиханының контроль-үлсәү материалдары буйынса диагностик тестар үткәреү:
  • реаль ваҡыт режимында берҙәм дәүләт имтиханының контроль-үлсәү материалдары талаптары кимәлендә диагностик тестар башҡарыу;
  • берҙәм дәүләт имтиханының бөтә төр күнекмәләре буйынса диагностик тестарҙы шунда уҡ компьютерҙа тикшереү;
  • йыйған балдарҙы һәм дөрөҫ булмаған яуаптарҙы күрһәтеп, берҙәм дәүләт имтиханынан диагностик тестарҙы башҡарыу тураһында шәхси протоколдар тултырыу.
      б) берҙәм дәүләт имтиханына үҙ аллы әҙерләнеү:
  • контроль-үлсәү материалдары талаптарына ярашлы берҙәм дәүләт имтиханының бөтә төр күнекмәләре буйынса әҙерләнгәндә күргәҙмә дәрестәр системаһын өйрәнеү (бөтәһе рус теленән – 118, математиканан 74 дәрес);
  • талап ителгән кимәлдә берҙәм дәүләт имтиханының бөтә төр күнекмәләрен эшләү буйынса практик тәжрибә туплау өсөн интерактив күнекмәләр башҡарыу (бөтәһе рус теленән – 1676, математиканан 1313 дәрес);
      в) алынған белемде үҙ аллы тикшереү:
  • реаль ваҡыт режимында берҙәм дәүләт имтиханы буйынса контроль тестар башҡарыу, тестарҙың дөрөҫлөгөн шунда уҡ компьютерҙа тикшереү (“С” өлөшө менән бергә);
  • берҙәм дәүләт имтиханы буйынса контроль тестарҙы башҡарғанда йыйған балдар күрһәтелгән һәм рус теленән мәктәп курсын ҡабатлау өсөн индивидуаль программа тәҡдим ителгән шәхси протоколдар алыу.
  2. Рус теле, математика һәм физиканан тулы мәктәп программаһы буйынса электрон уҡытыу комплекстары. Мәктәп программаһының башҡа предметтары буйынса электрон уҡытыу комплекстары әле эшләнеү өҫтөндә.