Юғары белем алыу

Башҡорт дәүләт университетында юғары профессиональ белем биреүҙең 96 специальносы һәм йүнәлеше буйынса әҙерлек алып барыла. Уҡыу йортонда ике баҫҡыслы система – бакалавриат менән магистратура индерелгән. Бакалавриатта уҡыу 4 йыл дауам итә. Дипломлы белгестәр әҙерләү ваҡыты 5 йылдан да кәм булмаҫҡа тейеш. Бакалавр менән дипломлы белгес уҡыуын магистратурала дауам итә ала (уҡыу ваҡыты – 2 йыл). Магистратураны тамамлағандан һуң “Магистр” дәрәжәле (квалификациялы) юғары белем тураһында икенсе диплом тапшырыла.
 
Башҡорт дәүләт университетында уҡытыуҙың яңы технологиялары актив индерелә. 24 компьютер класы асылған һәм яңынан йыһазландырылған. 100-ҙән ашыу уҡыу һәм ғилми лаборатория, фондында 1,5 миллион дана китап иҫәпләнгән ғилми китапхана, этнография һәм зоология музейҙары эшләй. Редакция-нәшер итеү үҙәге йыл һайын дөйөм алғанда 600 баҫма бит күләмендә 150-нән ашыу монография, уҡыу әсбаптары, уҡыу ҡулланмалары баҫып сығара.