Юғары алгебра һәм геометрия кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире:
Физика-математика фәндәре докторы, профессор
Хәбибуллин Булат Нурми улы

Ҡыҫҡаса тарихи белешмә:

Юғары алгебра һәм геометрия кафедраһы 1957 йылда ойошторола.
1957-1963 йй. кафедраны физика-математика фәндәре кандидаты, доцент Хашаев Әкрәм Хафиз улы етәкләй.
1963-1973 йй. - физика-математика фәндәре кандидаты, доцент Фролова Ираида Владимировна
1973-1982 йй.- физика-математика фәндәре кандидаты, доцент Әбләлимов Сәйәр Бикир улы.
1982-1995 йй.- физика-математика фәндәре докторы, профессор Пинчук Сергей Иванович.
1995 йылдан хәҙерге көнгә тиклем кафедраны физика-математика фәндәре докторы, профессор Хәбибуллин Булат Нурми улы етәкләй.
70-се йылдар аҙағында бер нисә йыл кафедрала Филдс премияһы лауреаты Дринфельд Владимир Гершонович эшләй.

Кафедраның уҡыу-уҡытыу эше:

Кафедра БДУ-ның математика һәм мәғлүмәт технологиялары, физика, биология, психология факультетарында, БР һәләтле уҡыусыларына дәрестәр бирә.
Уҡыу прцесын бер профессор, алты доцент, бер ассистент, бер өлкән уҡытыусы-БР атҡаҙанған уҡытыусыһы алып бара.

Кафедраның төп курстары:

  • Аналитик геометрия (математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты һәм физика факультеты)
  • Юғары алгебра (физика факультеты)
  • Алгебра
  • Һандар теорияһы
  • Күп үлсәмле геометрия һәм һыҙыҡлы алгебра
  • Дифференциаль геометрия
  • Вектор һәм тензор анализ (физика факультеты)
  • Геометрия нигеҙҙәре һәм математика тарихы
  • Математиканы уҡытыу методикаһы
  • Геометрия һәм топологияның өҫтәмә бүлектәре
  • Тополоия
  • Математика тарихы һәм методологияһы (магистранттар)
  • Информатиканың тарихы һәм методологияһы (магистрантар)
  • Математика һәм информатиканың хәҙерге проблемалары
  • Төп математика (биология һәм психология факультеттары)

Кафедраның ғилми бәйләнештәре:
Воронеж, Ҡазан, Түбәнге Новгород, Новосибирск, Мәскәү, Санкт-Петербург, Көньяҡ федераль (Ростов) университеттары, РФА математик институтары, Болгария, Германия, Греция, Бөйөк Британия, Израиль, Индия, Италия, Ҡаҙахстан, Канада, Кипр,ҠытайМонголия, Норвегия, АҠШ, Украина, Франция, Швеция ғилми-тикшеренеү институттары, алдынғы уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә.