Яңы һәм хәҙерге тарих кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире – тарих фәндәре кандидаты, доцент Хәбибуллин Рөстәм Камил улы.
 
Башҡорт дәүләт университетының яңы һәм хәҙерге осор тарихы кафедраһы (1990 йылға тиклем дөйөм тарих кафедраһы) Башҡортостанда юғары педагогик белем биреү системаһы менән параллель үҫте һәм эшләне.
Башҡорт педагогия институтының, ә 1957 йылдан Башҡорт дәүләт университетының   тарих факультетында  эшләү осоронда кафедра ябай бер вуз бүлексәһенән ғилми  кадрҙар әҙерләүсе ҙур бер үҙәккә әүерелде. Кафедрала Т.Ф.Пиленкова (Боронғо Греция тарихы), В.С.Эйсымонт (Германия тарихы), Р.А.Маслов (урта быуат Франция тарихы), И.С.Киссельгоф (Францияның хәҙерге осор тарихы), К.Г.Газизов (Германияның хәҙерге осор тарихы), Я.В.Зайцев (Германия тарихы), О.А.Науменокв (Англия тарихы), И.Д.Чигрин (Германия тарихы) кеүек ғалимдар эшләне.
 
Ғилми-тикшеренеү эштәренең төп йүнәлештәре 
Кафедра “Көнбайыш һәм көнсығыш илдәрендә партия-сәйәсәт, дин тарихы һәм ижтимағи хәрәкәт” (шифр 6.30.047, дәүләт регистрацияһы номеры  01.990008019) темаһы буйынса ғилми-тикшеренеү эштәре алып бара.
           
Яңы һәм хәҙерге осор тарихы кафедраһының уҡыу-уҡытыу дисциплиналары  исемлеге
  1. Дөйөм тарих (Донъя цивилизациялары тарихы). “Яңы осорҙа донъя цивилизациялары тарихы” бүлеге XVIII  быуаттан алып 1918 йылда беренсе донъя һуғышы тамамланғанға тиклемге Европа һәм Америка илдәренең тарихын үҙ эсенә ала. Төп иғтибар Великобритания, Италия, Франция, Германия, Испания кеүек алдынғы Европа дәүләттәренең, шулай уҡ АҠШ һәм Латин Америкаһы илдәренең тарихын өйрәнеүгә бүленә. “Хәҙерге осор донъя цивилизациялары тарихы” бүлеге ХХ быуаттың тәүге ун йыллыҡтарынан башлап хәҙерге заман  тарихи үҫештең мөһим осорон үҙ эсенә ала.
  1. Геополитика.
  2. Донъя региондары тарихы. “Яңы осорҙа донъя региондарының тарихы” курсы Азия һәм Африка илдәренең XVII  быуаттың уртаһынан алып ХХ быуаттың 20-се йылдары тарихын өйрәнә. Төп иғтибар Ҡытай, Япония, Һиндостан, Төркиә, Иран, Ғәрәп Көнсығышы, Үҙәк һәм Төньяҡ Африка илдәренең тарихын өйрәнеүгә бүленә. Азия һәм Африка илдәренең хәҙерге осор тарихы Беренсе донъя һуғышының тамамланыу  осоронан алып (1918 й.) бөгөнгө көнгә тиклемге периодты үҙ эсенә ала.
  3. БДИ һәм Көнсығыш Европа илдәренең тарихы.
  4. Донъя диндәре тарихы. Был курс сиктәрендә түбәндәге проблемалар ҡарала: диндең һәм дини аңдың барлыҡҡа килеүе, боронғо осорҙа мәжүси мәҙәниәт, монотеистик ышаныуҙарҙың формалашыуы, донъя диндәренең тарихы (буддизм, христианство, ислам), тарихи процеста диндең роле һәм урыны, дин һәм йәмғиәт, дәүләт һәм дин, дәүләт-сиркәү бәйләнештәре, намыҫ азатлығы.
  5.   Донъя мәҙәниәте тарихы. Курс сиктәрендә антик осорҙан бөгөнгө көнгәсә Көнбайыш Европа илдәренең мәҙәниәте ҡарала. Көнсығыш илдәренең тарихына ла иғтибар бүленә. Курс һынлы сәнғәт һәм әҙәбиәт тарихын да үҙ эсенә ала.
  6. Дипломатия тарихы.