Ватан тарихы кафедраhы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире: тарих фәндәре докторы, профессор
Аҡманов Айтуған Ирек улы
 
Ватан тарихы кафедраһы Башҡорт дәүләт университетында иң оҙаҡ эшләп килгән кафедраларҙың береһе. Ул, ХХ быуаттың 30-сы йылдары уртаһында илебеҙҙең университеттарында һәм пединституттарында тарих факультеттары тергеҙелгәс, СССР тарихы кафедраһы булараҡ эшләй башлай. 70-80-се йылдарҙа СССР-ҙың совет осорона тиклемге тарихы һәм СССР-ҙың совет осоро тарихы кафедралары эшләй. 1991 йылдарҙа уларҙың базаһында Ватан тарихы кафедраһы ойошторола.
 
Ватан тарихы кафедраһы уҡытыусылары Рәсәйҙең һәм уның халыҡтарының Киев дәүләте барлыҡҡа килгәндән алып хәҙерге көнгә тиклемге тарихының дөйөм курсын, шулай уҡ “Рәсәйҙә крепостнойлыҡ хоҡуғының тарихы”, “Башҡортостан  Рәсәй составына ингәндән һуң XVI быуаттың икенсе яртыһынан алып XIX быуаттың беренсе яртыһында”, “XVII — XVIII быуаттарҙа башҡорт ихтилалдары”, “XVII-XVIII  быуаттарҙа Рәсәй халыҡтарының милли-азатлыҡ хәрәкәте”, “XVIII быуаттың тәүге өстән бер өлөшөндә Рәсәйҙә көньяҡ-көнсығыш сәйәсәте”, “И.К.Кириллов осоронда Ырымбур экспедицияһының ойошторолоуы һәм эшмәкәрлеге” (1734-1737 йй.), “XVIII быуаттың тәүге өстән бер өлөшөндә Рәсәйҙең көньяҡ-көнсығышында провинция идаралығы”, “Вице-губернатор П.Д.Аксаков: аяуһыҙ администратормы йәки ғәҙел етәксеме?”, “XIX  быуаттың тәүге яртыһында В.А.Перовский һәм Башҡортостан”, “XIX быуаттың тәүге яртыһында Көньяҡ Уралдың дәүләт ауылдарының социаль-иҡтисади үҫеше”, “XIX быуаттың тәүге яртыһында Көньяҡ Уралда крәҫтиәндәр”, “XVII — XX быуат баштарында Рәсәйҙә ер межалау тарихы”,  “XVI быуаттың икенсе яртыһында – XX быуаттың башында батша хөкүмәтенең аграр сәйәсәте һәм башҡорт ер биләмәһе”, “Рәсәй эшҡыуарлығы тарихы: үткән замандан алып бөгөнгәсә”, “Нэп осоронда шәхси капитал”, “РСФСР составында милли-дәүләт автономияларының барлыҡҡа килеүе”, “ХХ быуаттың 30-сы – 40-сы йылдары башында СССР-ҙа Европа сәйәсәте”, “Рәсәй тарихының төп теоретик проблемалары (1941-1945-се йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы)”, “1941-1945-се йылдарҙа Бөйөк Ватан һуғышы осоронда Көньяҡ Уралда сәнәғәт”, “ХХ быуаттың икенсе яртыһында СССР-ҙа сәйәси үҫеш үҙенсәлектәре”, “1950 йылдың икенсе яртыһында – 1960 йылдың тәүге яртыһында СССР сәнәғәт сәйәсәтенең иҡтисади торошо проблемалары һәм төп йүнәлештәре”, “СССР-ҙа дәүләт төҙөлөшө тарихы (1917 – 1991-се йй.)” махсус курстарын  уҡыта.
 
Кафедраның ғилми тикшеренеүҙәренең төп йүнәлештәре булып XVII-XVIII быуаттарҙағы Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың сәйәси, социаль-иҡтисади һәм мәҙәни тарихын өйрәнеү тора. Уҡытыусылар, докторанттар һәм аспиранттар 985 ғилми хеҙмәт, шул иҫәптән 73 монография баҫтырып сығарҙы. Кафедра профессорҙары Башҡортостан Республикаһының мәктәптәре һәм вуздары өсөн “Башҡортостан тарихы. 1-се киҫәк. БР-ның мәктәптәре һәм махсус уҡыу йорттары өсөн уҡыу әсбабы” (Өфө, 1991), “Башҡортостан тарихы буйынса хикәйәләр”, “Башҡортостан тарихы”. БР-ның урта мәктәптәренең 8 класстары өсөн” (Өфө, 1993-2007) һ.б. дәреслектәрен һәм уҡыу әсбаптарын әҙерләүҙә ҡатнашты.
 
Кафедрала студенттарҙың ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бүленә. 50-се йылдарҙан алып эшләгән Башҡортостан тарихы буйынса түңәрәк факультетта иң тәжрибәлеләрҙән һанала. Факультетта хәҙерге көндә эшләгән уҡытыусыларҙың күбеһе үҙ ваҡытында был түңәрәктең актив ағзалары була.
 
Уҡытыусылар һәм аспиранттар халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, төбәк-ара ғилми конференцияларҙа актив ҡатнаша, йыш ҡына уларҙың ойоштороусыһы булып сығыш яһай. Кафедра 6 тапҡыр 1992, 1995, 1997, 2000 йылдарҙа Өфөлә үткән “Вәлиди уҡыуҙары” халыҡ-ара конференцияһының, “Рәсәй һәм Көнсығыш: үҙ-ара йоғонто яһау проблемаһы” (Өфө, 1993) халыҡ-ара конференцияһының,  “XXI быуат алдынан тюркология” (Өфө, 1997) халыҡ-ара тюркологтар конгресының, шулай уҡ башҡа Бөтә Рәсәй һәм республика кимәлендә үткәрелгән сараларҙың ойоштороусыларының береһе булып сығыш яһаны.  
 
80-се йылдарҙың икенсе яртыһынан кафедрала аспирантура эшләй, 1997 йылдан докторантура асыла. Хәҙерге ваҡытта көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәрендә дәүләт иҫәбенә һәм коммерция нигеҙендә аспиранттар, фән кандидаты һәм докторы ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеүселәр белем ала. Иң ҙур ҡаҙаныштарҙың береһе – кафедра янында 1992 йылда кандидатлыҡ диссертацияларын, 1997 йылда докторлыҡ диссертацияларын яҡлау буйынса советтарҙың асылыуы (рәйесе – профессор Аҡманов И.Ғ, секретары – профессор Ҡолбахтин Н.М.). Ошо ваҡыт эсендә Советта 106, шул иҫәптән 9 докторлыҡ һәм 97 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланған.  
 
Кафедра уҡытыусыларының иң мөһим фәнни ҡаҙаныштарының береһе – 1998-2007-се йылдарҙа “Боронғо осорҙан алып бөгөнгө көндәргә тиклем Башҡортостан тарихы” (Өфө, т.1, 2004. 40 т.б.; т.2, 2006. 48 т.б.), “Башҡортостан Республикаһының тарихи-мәҙәни энциклопедик атласы” фундаменталь ғилми баҫмаларын әҙерләүҙә ҡатнашыуы. “Атлас”тың текстарын яҙыуҙа, иллюстрациялар һайлауҙа профессор А.И.Аҡманов (Атластың баш мөхәррире), И.Ғ.Аҡманов (бүлектең етәксеһе), Ә.З.Әсфәндиәров, Р.А.Хазиев, өлкән уҡытыусы М.М.Зөлҡәрнәев, ассистент Р.Б.Зәйтүнов ҡатнашты.
 
Ватан тарихы кафедраһы Рәсәй фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Стәрлетамаҡ, Сибай, Бөрө педагогия институты тарихсылары, шулай уҡ МДУ, СПбДУ, Волга буйы һәм Урал вуздарының тарих факультеттары менән тығыҙ фәнни бәйләнештә эшләй.
 
Кафедраны тамамлаусылар  мәктәптәрҙә, колледждарҙа, вуздарҙа, ғилми-тикшеренеү институттарында, БР һәм РФ дәүләт һәм йәмәғәт учреждениеларында уңышлы эшләй.