Тығыҙ матдәләр механикаһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире:
физика-математика фәндәре докторы, профессор
Әхтәмов Азамат Мөхтәр улы
 
Тотош мөхиттәрҙең механикаһы кафедраһы Я.Т.Султанаев инициативаһы буйынса 1991 йылда ойошторолған. Билдәле ғалим, СССР ФА ағза-корреспонденты, Артиллерия академияһының ысын ағзаһы, Мәскәү университетының профессоры Алексей Антон улы Ильюшин.
 
Физика-математика фәндәре докторы, профессор Әхәтов Искәндәр Шәүҡәт улы - кафедраның ойоштроусыһы һәм уның беренсе мөдире. И.Ш.Әхәтов – Рәсәйҙең теоретик һәм прикладлы механика буйынса Милли комитет, Америка Акустик Йәмғиәте һәм күп фазалы ағымдар буйынса Халыҡ-ара Ғилми Комитеты ағзаһы. 2003 йылдан башлап, ул АҠШ-тың Төньяҡ Дакота Университетының профессоры ( North Dakota State University, USA). Ләкин И.Ш.Әхәтов кафедра менән ғилми бәйләнештәрен өҙмәй һәм һаман да кафедраның ҡайһы бер фәнни йүнәлештәре менән етәкселек итә.
 
2002 йылдан 2009 йылға тиклем кафедра мөдире булып БР АН академигы, РАН ағза-корреспонденты, профессор, физика-математика фәндәре докторы Илһамов Марат Әҡсән улы булды. Уға      “Конструкцияларҙың эш мөхиттәре менән линейһыҙ динамик бәйләнештәр теорияһының үҫеше” тикшеренеүҙәр циклы өсөн фән һәм техника өлкәһендә (2003 й.) Башҡортостан Республикаһының Дәүләт премияһы тапшырылды. М.А.Илһамов эштәре һәм ул ойошторған фәнни мәктәп Рәсәйҙә лә, сит илдәрҙә лә киң билдәле. М.А.Илһамов - Америка аэронавтика һәм астронавтика институты (AIAA) (1982 й.), линейһыҙ фәндәр Акдемияһы (1993 й.), Нью-Йорк фәндәр академияһы (1996 й.) ағзаһы һәм Халыҡ-ара көнсығыш нефть академияһы академигы (1993 й .). РФА ағза-корреспонденты М.А.Илһамов – механика өлкәһендә билдәле ғалим, 170-тән ашыу ғилми эш, шул иҫәптән 9 монография авторы, гидроаэроһығылмалыҡ буйынса ғилми мәктәп ойоштороусыһы. Уның етәкселегендә 45-тән ашыу фән кандидаты, улаҙың араһынан 14 фән докторы әҙерләнгән. Улар Өфө, Мәскәү, Ҡазан, Саратов, Йошкар-Олы, Феодосия (Украина), Окленда (Яңы Зеландия), Аммана (Иордания) юғары уҡыу йорттарында һәм ғилми-тикшеренеү институттарында эшләйҙәр. Әлеге ваҡытта М.А.Илһамов кафедра профессоры һәм уның ғилми етәксеһе булып тора.
 
2009 йылдан бирле кафедра мөдире вазифаһын физика-математика фәндәре докторы, профессор Әхтәмов Азамат Мөхтәр улы үтәй. М.А.Әхтәмов - Америка математика йәмғиәте, Халыҡ-ара фән һәм техникала кире мәсьәләләр йәмғиәтенең ағзаһы. Мәскәүҙә сыҡҡан китаптары (Математика для социологов и экономистов. 2-е изд., М.: Физматлит, 2008, Теория идентефикация краевых условий и ее приложения. 2-е., М.: Физматлит,2008) төрлө Бөтә Рәсәй конкурстарында беренселекте яулай.
1994 йылдан башлап йыл һайын кафедра «Прикладлы математика» дисциплинаһы буйынса ун икегә яҡын студент сығара. Үткән йылдарҙа кафедра хеҙмәткәрҙәре менән физика-математика кандидатына ундан артыҡ һәм 3 доктор диссертацияһы яҡланды.
 
Кафедра РФА Өфө ғилми үҙәгенең механика Институты менән тығыҙ бәйләнештә. Механика Институты нигеҙендә күп ғилми кафедра спецкурстары һәм спецсеминарҙары үткәрелә. Тотош мөхиттәрҙең механикаһы кафедраһы уҡытыусылары тарафынан теоретик механика, юғары математика, механиканың математик ысулдары һәм башҡа төрлө предметтар буйынса курстар уҡыла.