Тормош хәүефһеҙлеге һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлау кафедраһы

Кафедра мөдире: биология фәндәре докторы, профессор Йәнғуразова Земфира Әхмәт ҡыҙы

 Кафедра 1985 йылда медицина әҙерлеге һәм граждандар оборонаһы курсы базаһында нигеҙләнә.
Кафедра уҡытыусылары: 5 профессор, фән докторы; 7 доцент, фән кандидаты; өлкән уҡытыусы; 3 ассистент - аспирант һәм ғилми тикшеренеүсе. 2008 йылда XVIII Халыҡ-ара махсуслаштырылған күргәҙмәлә уҡыу-методик баҫмалар серияһы өсөн кафедра хеҙмәткәрҙәре көмөш миҙал һәм идара итеү кафедраһы коллективы менән берлектә авторҙаш булараҡ II дәрәжәләге диплом менән бүләкләнә.
Кафедраның ғилми йүнәлештәре: ауыл хужалығы һәм промышленность үҫешкән региондарҙа йәшәүсе халыҡтың һаулығын, атмосфера һауаһын, һыу ресурстарын, тупраҡты, үҫемлектәрҙе һаҡлау проблемаларын өйрәнеү. Нефть, газ, нефть эшкәртеү, нефтехимия промышленносы үҫешкән региондарҙың экологик аспектын өйрәнеүгә, экстремаль химик йоғонтоноң клиник-токсикологик һәм экологик-гигиеник баһаһын дәлилләүгә ҙур иғтибар бирелә. Профессор Ғәлиев М.А. һәм доцент Рашитова Г.С. тарафынан Дәүләт санитар-эпидемиология күҙәтеүе раҫлаған санитар нормалар һәм ҡағиҙәләр эшләнде. Кафедра хеҙмәткәрҙәре хужалыҡ һәм көнкүрештә ҡулланылған һыу өсөн 23 санитар-гигиеник нормативтар төҙөнө.
Кафедраның ғилми йүнәлештәренең береһе - үҙ-үҙеңде тотоштоң деструктив моделен еңеп сығыу ысулы булараҡ студенттарҙың һаулыҡҡа һаҡ ҡарашын өйрәнеү. Студенттар араһында сәләмәт йәшәү рәүешен прпогандалау эше актив алып барыла. 1995 йылдан алып йыл һайын һаулыҡ мәктәптәре һәм төркөмдәре ойоштороу маҡсаты менән студент йәштәренең һаулыҡ торошо мониторингы тормошҡа ашырыла. Кафедра тарафынан 2002 йылдан алып хәҙерге заманда йәштәрҙең хәүефһеҙлеге һәм һаулығы проблемалары буйынса студенттар араһында ғилми-ғәмәли конференция үткәреү, конференция материалдарын баҫтырыу ойошторолған.