Техник химия кафедраһы

     
Кафедра мөдире:
химия фәндәре докторы, профессор
Абдуллин Марат Ибраһим улы
 
Кафедра “Химик материаловедение” һәм био химик технология” буйынса белгестәр әҙерләй. Профессор преподаватель составына 14 уҡытыусы инә 4 фән докторы, 9 фән кандидаты. Бынан тыш кафедрала 5 хеҙмәткәр эшләй, БДУ аспирантураһында 5 кеше белем ала.
 
Кафедра заманға ярашлы һәм яҡшы ҡорамалар менән йыһазландырылған, лабораториялар һәм аудиториялар менән тьәмин ителгән. Факультетта китапхана һәм компьютер класы бар, унда буласаҡ йәш белгестәр хәҙерге информацион технологиялар менән таныша, компьютер графикаһын үҙләштерә, эксперимент һығымталарын эшкәртеү методтарына эйә була, яңы эксперимент ҡуйыуҙың оптимизациялы ысулдарын планлаштыра, Интернет селтәрендә шөғөлләнә.
 
Буласаҡ химик-материоловедттар һәм биотехнологтарҙың белем алыу өсөн бөтә мөмкинселектәрелә бар. Улар икенсе курстан уҡ кафедра уҡытыусылары һәм аспиранттары етәкселегендә үткәрелгән ғилми эштәр аша үҙҙәренең ижад һәм ғилми аралашыу шатлығын татый ала, үҙҙәрен һынай.
 
Кафедра коллективы юғары молекулар берләшмәләр һәм йоҡа органик синтез тармаҡтарында ғилми тикшеренеүҙәр алып бара: 
  • Хлорлы гомо- һәм сополимерҙарҙың деструкция һәм стабилизация процестары химияһы һәм физик химияһы;
  • Сәнәғәттең төрлө тармаҡтары өсөн компнаунд һәм композициялар, яңы полимер материалдар уйлап сығарыу;
  • Яҡшыртылған үҙенсәлектәргә эйә булған материалдар алыу өсөн полимерҙарөсөн махсус химия өҫтәлмәләрен камилләштереү;
  • Полидиен нигеҙендә полимерҙарҙың химик модификацияһы, һәм уларҙың үҙенсәлектәрен өйрәнеү;
  • Йоҡа органик синтез: юғары актив дарыу препараттарының пиретроидтарҙың, ювениодтарҙың, шулай уҡ, аҙыҡ өҫтәлмәләренең һәм ароматизаторҙарҙың технологик схемаларын тәрәндәнөйрәнеү;
  • Углеводород сырьеһы нигеҙендә махсус майлау материалдары уйлап сығарыу.
Һуңғы йылдарҙа ғына кафедрала төрлө маркалы поливинилхлорид пластикаттары уйлап сығарылды һәм сәнәғәт производствоһында ҡулланылышҡа индерелде:
  • Төрлө температураларҙа эксплуатацияланған тимер сыбыҡ проводтар, кабельдәр, телефон өсөн спиралле шнурҙар;
  • Составында (ҡурғашлы) термостабилизаторҙары аҙ булған кабель ҡабыҡ өсөн;
  • Баҫым аҫтында ҡойоу методы өсөн газ менән тултырылған полимер материалдар эшләү өсөн;
  • Экструзия методы менән эшләнгән һыуытҡыс ишектәре һәм башҡа тығыҙлағыс булдырыу өсөн;
  • “Ҡорғаҙаҡ” һыуы өсөн полимер тара;
  • Баҫым аҫтында ҡойоу методы буйынса бинокль һәм башҡа ҡорамалар деталдәрен етештереү өсөн;
  • -450 С температураһында ҡулланылған ҡул бензобысҡы өсөн һаптар эшләү өсөн;
  • Парник һәм теплицалар өсөн “К” маркалы поливинилхлорид пленкаһын етештереү өсөн.

Кафедраның ғилми эшмәкәрлеге төрлө пландағы наполнителдәр рецептураһына нигеҙ һалды:

  • Пигмент суперконцентраттары СППП-1А маркалы (ҡара, ҡыҙыл, йәшел, зәңгәр төҫтәр). эшләп сығарыу процесында ПВХ материалдарын буяй.
  • “Унипол” – госсипол ыҫмалһы нигеҙендә полимеҙар өсөн күп функциялы һәм комплекслы стабилизатор;
  • Изомер монокарбонат синтетик кислоталар нигеҙендә эшләнгән хлорлы пластомерҙар өсөн термостабилизаторҙар һәм лубриканттар серияһы;
  • ИОХ УНЦ РАН һәм ИНК АН РБ менән хеҙмәттәшлегендә альфа-токоферолда (Е витамины) эшләп сығарыу ысулдары табылды;
  • Бөжәктәрҙең хитип биосинтезының юғары эффективлы ингибиторы;
  • Бөжәктәрҙең үҫеү һәм үҫеше регуляторы (ювемон һәм анемон);
  • Мета-дихлобензолға утилгә ярамаған орто һәм пара дихлобензолдар изомеризация процесы патентланды.

Һуңғы ваҡытта кафедра коллективы яңы модификациялы полимер материалдарҙы сығарыу буйынса интенсив эҙләнеүҙәр алып бара:

  • 1,4-цис-полипиперилендың контроль аҫтында уҙғарылған озонолиз нигеҙендә перспективлы мотор майҙары өсөн перспективалы ярым-функциональ присадкалар (фосфор һәм тиофосфор кислоталар эфиры) булдырыу методы тәҡдим ителде;
  • Аминдар ярҙамында олигомерлы С 12-С 14 полиолефиндар менән гәрәбә кислотаһының ангидриды үҙ-ара аралашыу нигеҙендә мотор майҙары өсөн махсус присадкалар синтезы тәҡдим ителә;
  • Юғары эффективлы “ЭДОС” һәм “ХП-13” системалары менән поливинилхлорид нигеҙендә яңы полимер композициялар эшләп сығарылды һәм тәжрибә һынауҙары үтте;
  • 1,2-полибутадиендың функционализация методтарын ҡулланып яңы полимер материалдарҙы уйлап сығарыуға яңы юлдар тәҡдим ителде.
Кафедра Рәсәй Фәндәр академияһы институттары, Башҡортостан фәндәр академияһы, химия профиле ҙур сәнәғәт предприятиялар һәм шәхси фирмалар менән тығыҙ бәйләнештә тора. Бынан тыш ул төрлө химия заводтары, фирма һәм учреждениялар заказдары буйынса байтаҡ ғилми-тикшеренеү эштәрен башҡара.