Тарихи сығанаҡтарҙы һәм тарихты өйрәнеү кафедраһы

 
Кафедра мөдире – тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре Буканова Роза Ғафар ҡыҙы.
 
Историография һәм тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы  1998 йылдың сентябрендә ойошторола. Кафедра алдына түбәндәге маҡсаттар ҡуйылған:
 
- регионда историография, тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү һәм ҡулланыу сараларын һәм архив эштәрен алып барыуҙы өйрәнеүсе фәндәрҙе, палографияны, тарихи география һәм башҡа өҫтәмә тарихи дисциплиналарҙы үҫтереү;
-  историография, тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү һәм ҡулланыу сараларын өйрәнгән фән һәм башҡа тарихи дисциплиналар буйынса юғары квалификациялы кадрҙар әҙерләү;
- археографик эшмәкәрлек: быға тиклем өйрәнелмәгән сығанаҡтарҙы, шул иҫәптән ғәрәп һәм иҫке төрки телендә яҙылған ҡулъяҙмаларҙы  асыҡлау, өйрәнеү һәм баҫтырыу;
- университеттың уҡыу планына Көньяҡ Уралдың һәм Башҡортостандың тарихи географияһы, генеология, геральдика һ.б. кеүек регион өсөн яңы тарихи дисциплиналарҙы уҡытыуҙы индереү.
 
Уҡыу-методик һәм ғилми-тикшеренеү эштәрен гармониялы алып барыу ҡыҫҡа ваҡыт эсендә кафедраны юғары квалификациялы кадрҙар менән тулыландырырға ярҙам итте: кафедраның бөтә ағзалары ла фән кандидаты һәм докторы ғилми  дәрәжәһенә эйә.
 
1999 йылдан профессор Р.Ғ.Буканова тарафынан кафедрала аспирантура асыла. Уның етәкселегендә 11 фән кандидаты әҙерләнде. Уларҙың күбеһе тарих факультеты уҡытыусыларының коллективын тулыландырҙы. Бөгөнгө көндә кафедрала 8 аспирант һәм 2 соискатель белем ала.
 
Кафедра тарафынан түбәндәге дисциплиналар уҡытыла: тарих фәненең теорияһы һәм методологияһы, историография, тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү, тарих фәнен уҡытыу методикаһы, хронология, тарихи география, тарихи библиография, фән һәм техника тарихы, метрология, палография, культурология, Ватан мәҙәниәте, классик телдәр.
 
Кафедра уҡытыусылары көндөҙгө бүлек студенттары өсөн 11 махсус курс, ситтән тороп уҡыу бүлеге өсөн 5 махсус курс эшләне. Улар иҫәбендә: “Өфө ҡалаһының историографияһы”, “XVI-XVIII быуаттарҙағы рус нығытма һыҙаттары: өйрәнеү тарихы” (т.ф.д., проф. Р.Ғ.Буканова), “XVI-XVIII быуат Башҡортостан тарихы буйынса сығанаҡтар һәм әҙәбиәт” (т.ф.д., проф. Б.А.Аҙнабаев), “Нумизматика нигеҙҙәре” (т.ф.к., доц. Р.Н.Рәхимов), “XIX быуаттың икенсе яртыһында Көньяҡ Урал ҡалалары: социаль, иҡтисади һәм демографик үҫеше” (т.ф.к., доцент А.И.Уразова), “Экономик тәғлимәттәр тарихы” (т.ф.к., өлкән уҡытыусы И.З.Шәйәхмәтова), “ХХ быуаттың икенсе яртыһында Башҡортостанда һынлы сәнғәттең үҫеш үҙенсәлектәре” (т.ф.к., өлкән уҡытыусы Е.Р.Ибраһимова), “Академик М.К.Любавскийҙың Башҡортостан тарихы буйынса материалдары һәм тикшеренеүҙәре” (т.ф.к., доцент В.Н.Фешкин), “Тарихи сығанаҡ булараҡ эпистоляр әҙәбиәт” (ф.ф.д., доцент М.Х.Нәҙерғолов).
 
Кафедрала “Мираҫ” фәнни түңәрәге эшләй (етәксеһе – т.ф.к., ассистент В.Н.Фешкин).
 
Ғилми-тикшеренеү эштәренең төп йүнәлештәре:
- XVI-XX быуаттарҙа Көньяҡ Уралда ҡалалар һәм ҡала халҡы: тарихы, тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү, историографияһы” (шифр 6.30.20, дәү.рег. № 200004581);
- XVI-XX быуаттарҙа Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә хәрби хеҙмәт һәм хәрби хеҙмәт үтәүсе халыҡ”: тарихы, тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү, историографияһы;
- Рәсәй Федерацияһында һәм Башҡортостан Республикаһында дөйөм һәм профессиональ белем биреүҙең формалашыуы һәм үҫеш тарихы.
 
БДУ-ның историография һәм тарихи сығанаҡтарҙы өйрәнеү кафедраһы бер нисә тапҡыр республика һәм регион-ара конференциялар ойошторҙо. Кафедра ағзалары ғилми йыйынтыҡтар һәм Башҡортостан һәм Көньяҡ Урал тарихын дөйөмләштергән түбәндәге хеҙмәттәрҙе әҙерләүҙә һәм баҫтырып сығарыуҙа актив ҡатнашты: Башҡортостандың Рәсәй составына үҙ ирке менән ҡушылыуға арналған Башҡортостан Республикаһының тарихи-мәҙәни энциклопедик атласы (М., 2007); Башҡорт халҡы тарихының 7 томлығы (2010-2012); “Көньяҡ Урал: тарихы, историографияһы, сығанаҡтары” вуз-ара ғилми мәҡәләләр йыйынтығы (Өфө, 2008; 2010) һ.б.