Тарихи мәғлүмәт

Башҡорт дәүләт университетының структур подразделениеһы булған Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһы 1998 йылдың 18 июнендә №625 ректор приказы менән ойошторола. Структураның барлыҡҡа килеүенең төп маҡсаты булып Рәсәй  Федерацияһы Хөкүмәтенең 1998 йылдың 3 февралендә сыҡҡан №153 ҡарары нигеҙендә запасҡа сығырға тейешле хәрбиҙәрҙе, хәрби хеҙмәттән ебәрелгән граждандарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен уҡытыу, уларға яңы һөнәр биреү буйынса федераль программаны тормошҡа ашырыу.

 Башҡорт дәүләт университетының яңы структур подразделениеһы асылыуын Рәсәй Федерацияһының Оборона Министрлығы, Рәсәй Федерацияһының Дәүләт таможня комитеты, Башҡортостан Республикаһының Граждандар Оборона Эштәре һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр Министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Юстиция Министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Фән, юғары һәм урта профессиональ белем биреү буйынса Дәүләт Комитеты хупланы.

1999 йылдың 27 ғинуарында үткән (протокол №5) Ғилми советтың ҡарары нигеҙендә Башҡорт дәүләт университетының Уставына өҫтәлмәләр индерелә, БДУ эргәһендәге Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһы тураһындағы Положение раҫлана.

 Башҡортостан Республикаһы Министрҙар Кабинетының 2000 йылдың 26 майында сыҡҡан № 495-Р ҡарары менән Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһы запасҡа сығырға тейешле хәрбиҙәрҙе, хәрби хеҙмәттән ебәрелгән граждандарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен уҡытыу, уларға яңы һөнәр биреү буйынса төп уҡыу үҙәге итеп билдәләнә.

1999 йылдан алып Академия  “Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр”, “Йәмәғәтселек менән бәйләнеш”, “Дәүләт һәм  муниципаль идаралыҡ”, “Маркетинг”, “Сифат менән идара итеү”, “Реклама”, “Стандартизация һәм сертификация” “Экономика һәм предприятиела идаралыҡ”, “Региондарҙы өйрәнеү”, “Мәғлүмәтте һаҡлауҙы ойоштороу һәм технологияһы”, “Юриспруденция”специальностары буйынса әҙерлек эшен алып бара.

 Билдәләп үтергә кәрәк, төп белем биреү программаларынан тыш, суд приставтарын, күсемһеҙ милеккә хаҡ ҡуйыусыларҙы әҙерләү буйынса өҫтәмә профессиональ белем биреү программалары тормошҡа ашырылды. Улар 2000-се йылдар башында талап иткән йүнәлештәр буйынса тыңлаусылар әҙерләүҙе тәьмин итте.

2003 йылда Академия эргәһендәге колледж ойошторолдо, унда урта профессиональ белем специальностары – “Менеджмент”, “Экономика, бухгалтерия иҫәбе һәм контроль”, “Финанстар”, “Хоҡуҡ һәм социаль тәьминәт ойоштороу” буйынса уҡыу махсус эшләнгән ”колледж-юғары уҡыу йорто” уҡыу планы буйынса алып барылды. Әлеге ваҡытта колледж университеттың айырым структур подразделениеһы булып иҫәпләнә.

 Хәрби хеҙмәттә булған, запасҡа сығарылған 250 кеше, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзалары БДУ эргәһендәге был академияла әҙерлек үтте. Улар иҫәбендә 120 Хәрби көстәр офицерҙары, 42 Эске эштәр министрлығы офицерҙары, Башҡортостан таможня идаралығының элек Хәрби көстәрҙә хеҙмәт иткән 20 офицеры, 100-ҙән ашыу хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзалары бар.

Маҡсатлы федераль программа үҙ көсөнән сығыу сәбәпле запасҡа сыҡҡан хәрбиҙәр өсөн маҡсатлы урындар бүленмәй  башлағас, Академияла белгестәрҙе әҙерләү күбеһенсә килешеү нигеҙендә алып барыла. 13 йыл эсендә 3300-ҙан ашыу белгес сығарылған.

Академияла ете кафедра эшләп килә: гуманитар дисциплиналар кафедраһы; информацион хәүефһеҙлек кафедраһы; регионды өйрәнеү һәм дәүләт идаралығы кафедраһы; сифат менән идара итеү кафедраһы; реклама һәм маркетинг кафедраһы; хоҡуҡ кафедраһы; иҡтисад, идаралыҡ һәм финанстар кафедраһы; алтауһы сығарылыш кафедраһы.

Кафедраларҙаюғары квалификациялы профессорҙар һәм уҡытыусылар составы эшләп килә. Штаттағы  уҡытыусылар һаны 57,5% тәшкил итә. Уҡыу процесын алып барыусы фән кандидаттарының һәм докторҙарының һаны 54,5%.

Студенттарҙың өлгөрөш базаһы көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу бүлектәренең квалификациялы белгестәре тарафынан уҡыу-уҡытыу бүлегендә алып барыла. Дәрестәр теҙмәһе махсуслашҡан диспетчер хеҙмәте тарафынан төҙөлә.

Уҡыу процесы Өфө ҡалаһы, Губкин урамы 10Б адресы буйынса урынлашҡан Башҡорт дәүләт университетының дүрт ҡатлы бинаһында, шулай уҡ университеттың факультеттарында, атап әйткәдә, физик тәрбиә, тормош хәүефһеҙлеге кафедраларында, физик-техник институттың лабораторияларында  алып барыла. Студенттар өсөн академия бинаһында китапхана хеҙмәтләндереүе (Абонемент №7), 15 урындан торған компьютер класы, мультимедиа аудиторияһы, спорт майҙансығы, буфет бар. Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһының материаль-техник базаһы уҡыу процесының яңы талаптарына яуап бирә.