Тәбиғәт факультеттарында сит телдәр кафедраһы

Кафедра 1982 йылда университеттың дөйөм сит телдәр кафедраһын 2 үҙ аллы: гуманитар факультеттарҙың сит телдәр кафедраһы һәм тәбиғи факультеттарҙың сит телдәр кафедраһына бүлеү нигеҙендә барлыҡҡа килә. Кафедра уҡытыусылары «Юғары уҡыу йортонда телдәрҙе уҡытыуҙы оптимизациялау. Тел өйрәнмәүсе юғары уҡыу йортонда бөтә төр телмәр эшмәкәрлегенә бәйләнешле уҡытыу» ғилми темаһы буйынса эшләй.
 
Йыл һайын кафедра доценттары һәм өлкән уҡытыусылары тарафынан тәбиғи факультеттар студенттары өйрәнгән сит телдәрҙең төрлө аспекттары буйынса методик күрһәтмәләр серияһы һәм уҡыу ҡулланмалары баҫтырыла. Йыл һайын кафедра «Юғары уҡыу йортонда сит телдәрҙе өйрәтеүҙең лингво-методик проблемалары» вуз-ара ғилми- методик конференциялар үткәрә, ғилми хеҙмәттәр йыйынтығында конференция материалдары баҫыла.
 
Кафедра (7 филология фәндәре кандидаты, доцент, 9 өлкән уҡытыусы, 3 ассистент) тәбиғи факультетарҙа (математика, физика, химия, биология һәм ХТФ) өс сит тел (инглиз, немец, француз) уҡытыуҙы тәьмин итә.
 
Тел дәрестәрендә өйрәнелгән телдең грамматикаһына һәм әйтелеш нормаларына баҫым яһала. Бирелгән һөйләшеү программаһы тематикаһы буйынса һөйләү телмәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирелә.
 
Дәүләт имтиханын тапшырыу өсөн сит тел өйрәнеүсе магистранттар һәм кандидатлыҡ имтиханы биреүсе аспиранттар өсөн уҡыу процесын сағылдырған уҡыу пландары, программалары һәм УМК төҙөлгән.