Тәрбиәүи һәм культмасса эштәрен ойоштороу

Лидерлыҡ мәктәбе етәксеһе – студенттар һәм аспиранттар профкомы рәйесе урынбаҫары Сержантова Агния Валерьевна
 
Вожатыйҙар мәктәбе етәксеһе – Туҡаев Ильмира Ильдар ҡыҙы, инструктор - Калитаева Александра Юрьевна
 
Хореография коллективы етәксеһе – БР атҡаҙанған артисы Әбделмәнов Фәнис Сәлимйән улы
 
Был бүлектә студенттар «Лидерлыҡ мәктәбе» һәм «Балалар спорт-  һауыҡтырыу лагерҙары вожатыйҙары мәктәбендә » белем ала , “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамблендә шөғөлләнеүселәр хореография коллективы етәксеһе һөнәрен үҙләштерәләр. Нефтекама филиалында “Балалар һәм йәштәр менән тәрбиәүи киң мәҙәни эште ойоштороу” бүлеге асылды, ошо базала ҡалала уңышлы эшләүсе педагогик отряд булдырылды.
 
Вожатыйҙар мәктәбенең төп йүнәлеше балалар менән эшләү һәләттәрен үҫтереү, тематик пландар әҙерләү, үҙ аллы профессиялар араһында вожатый эшмәкәрлеген күтәреү, вожатыйҙың балалар коллективы һәм айырым бала менән эшләү сифатын, һөнәри һәләттәрен үҫтереү.
 
2010 йылда Вожатыйҙар мәктәбе бүлеге базаһында мәктәптең активистарынан торған команда булдырылды, команда йәйге сезонда уңышлы эшләп, көҙгөһөн студенттарҙың хеҙмәт отрядтары республика слетында “Призвание” тип аталған был команда “Йолаларға тоғролоҡ һәм ихласлыҡ” номинацияһы буйынса диплом менән бүләкләнде. Вожатыйҙар эше уҡыу менән алмашынһа ла, студенттар эшһеҙ ултырмай – Өфө мәктәптәре уҡыусылары өсөн төрлө саралар, тренингтар үткәрәләр. Ҡышҡы каникулда педотряд үҙенең географияһын үҙгәртеп, Туймазы ҡалаһының бер мәктәбенә барҙы, уҡыусылар өсөн ҡыҙыҡлы уйындар үткәреү генә түгел, яҡшы кәйеф тә бүләк итте. Алда “Призвание” командаһын мауыҡтырғыс эш көтә, йәйге каникул яҡынлаша. Ә балалар вожатый булып эшләргә теләүселәрҙең барыһында үҙ коллективтарына ҡыуанып аласаҡтар.