Өҫтәлмә профессиональ белем алыу

2009 йылдың 12 февралендәге АА №000780 лицензияһына ярашлы, Башҡорт дәүләт университетының өҫтәмә профессиональ белем биреү бүлеге түбәндәге программаларҙы тормошҡа ашыра:
 
Юғары уҡыу йортоноң профиле һәм профессиональ яңынан әҙерлек программалары буйынса түбәндәге йүнәлештәрҙә белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү :
  • “Арбитраж идара итеүселәрҙе әҙеләүҙең берҙәм программаһы”;
  • “Сифат менеджменты системаһының Р ИСО сер.9000 ГОСТ-ына ярашлылығын сертификациялау”;
  • “Баһалау эшмәкәрлеге”;
  • “Ломбардтарҙың һәм һатып алауҙарҙың эшмәкәрлеге менеджменты”;
  • “Енәйәт юлы менән табылған килемдәрҙе һәм терроризмды финанслауҙарҙы легалләштереүҙәргә ҡаршы тороу”;
  • “Медиация”;
  • “Наркотиктарға бәйләнгән булыуҙы профилактикалау буйынса эште ойоштороу методикаһы”.
Уҡыу ваҡыты: ҡыҫҡа курстар – 72-100 сәғәт, урта курстар – 100-500 сәғәт.
 
Курстарҙы тамамлаусыларға дәүләт өлгөлө документтар тапшырыла.
 
Юғары уҡыу йортоноң профиле һәм профессиональ яңынан әҙерлек программалары буйынса түбәндәге йүнәлештәрҙә белгестәрҙең квалификацияһын күтәреү :
  • “Предприятиеның (кәсепселектең) хаҡын баһалау”;
  • “Кризисҡа ҡаршы идара итеү”;
  • “Психология. Клиник психология”;
  • “Баҡса-парк ландшафты төҙөлөшөндә фитодизайн”;
  • “Система программисы”;
  • “Документтар эшен алып барыу һәм идаралыҡты документтар менән тәьмин итеү”;
  • "Персонал менән идара итеү”;
  • “Культура- ара коммуникациялар һәм тәржемә”;
  • “Һайлау хоҡуғы һәм процесы”;
  • Уҡыу ваҡыты: 500 сәғәттән 1000 сәғәткә тиклем.
Курстарҙы тамамлаусыларға яңынан профессиональ әҙерлек үтеү тураһында һәм тейешле өлкәлә эшләү хоҡуғы биргән дәүләт өлгөлө диплом тапшырыла.
 
Рәсәйҙең Мәғариф һәм фән министрлығы ҡарамағындағы профессиональ белем биреү учреждениелары ғилми-педагогик кадрҙарының квалификацияһын күтәреү. Ул түбәндәге йүнәлештәрҙә бара:
  • “Рәсәй – демократик федератив дәүләт”;
  • “Тәбиғәт ресурстарын рациональ ҡулланыуҙың физик нигеҙҙәре”;
  • “Экологик-аналитик мониторинг”;
  • “Скважиналарҙы геофизик һәм гидродинамик тикшереү”;
  • “Йәшәйеште тәьмин итеүҙең сифатын күтәреү буйынса социаль-медицина хеҙмәте”;
  • “Юғары уҡыу йорттарында сит тел уҡытыусыларының профессиональ эшмәкәрлегенең информацион-коммуникатив технологиялары”;
  • “”Үҫемлектәрҙең популяцион экологияһы”.
Уҡыу ваҡыты: – 72 сәғәт.
 
Курстарҙы тамамлаусыларға квалификацияны күтәреү тураһында танытма тапшырыла.
 
Эшһеҙ граждандарҙы һәм эштән сығарылыуҙары мөмкин булған хеҙмәткәрҙәрҙе профессиональ әҙерләү. Ул түбәндәге йүнәлештәрҙә бара:
  • “Бәләкәй кәсепселек менеджеры”;
  • “ПЭВМ 1 С-та бухгалтер иҫәбе: Предприятие 8.0 Эш хаҡы һәм персонал менән идара итеү”; 
  • “ПЭВМ 1 С-та бухгалтер иҫәбе: Бухгалтерия 8.0”;
  • “Менеджмент (ойошма менән идара итеү)”.

Уҡыу ваҡыты: ҡыҫҡа курстар – 40 сәғәттән 500 сәғәткә тиклем.

Курстарҙы тамамлаусыларға тейешле өлгөлө документтар тапшырыла.
 
Сит тел булараҡ рус теле буйынса дәүләт тестарын үткәреү үҙәге. Был курстар сит ил граждандары өсөн, гражданлыҡтары булмағандарҙы Рәсәй Федерацияһына ҡабул итеү өсөн һәм сит ил граждандарының рус телле мөхиттә уҡыу һәм эшләү өсөн әҙер булыуҙарын тикшереү өсөн үткәрелә.
 
Тестарҙы уңышлы үтеүселәргә дәүләт өлгөлө сертификат тапшырыла.
 
Соискателдәр өсөн философия һәм сит телдәр буйынса кандидатлыҡ имтихандарын тапшырырға әҙерләү курстары.
 
Уҡыу ваҡыты – 40 сәғәттән 60 сәғәткә тиклем.
 
БДУ студенттары һәм уҡытыусылары өсөн сит телдәрҙе ныҡлы өйрәнеү курстары. Ул түбәндәге йүнәлештәрҙә бара:
  • “Инглиз теле”;
  • “Француз теле”;
  • “Немец теле”;
  • “Итальян теле”;
  • “Ҡытай теле”;
Уҡыу ваҡыты: 180 сәғәт (4 семестр).
 
Курстарҙы тамамлаусыларға тейешле өлгөлө документтар тапшырыла.
 
Берҙәм дәүләт имтихандарын тапшырырға интенсив әҙерләү курстары. Ул түбәндәге йүнәлештәрҙә бара:
  • рус теле;
  • әҙәбиәт;
  • математика;
  • йәмғиәтте өйрәнеү;
  • тарих;
  • биология.
Уҡыу ваҡыты – 8 ай һәм 5 ай.
 
Башҡортостан Республикаһы фәненең һәм иҡтисадының актуаль проблемалары буйынса мастер-кластар һәм ҡыҫҡа ваҡытлы, бер-биш көнлөк семинарҙар.
 

Бәйләнеш өсөн мәғлүмәт:

450074, Өфө ҡалаһы, З.Вәлиди урамы, 32, төп корпус, 15-се кабинет
тел./факс (347) 273-28-60
физика-математика корпусы, 407-се кабинет, тел. (347) 273-67-92