Спортивно-оздоровительный лагерь БашГУ

 

БДУ-НЫҢ СПОРТ-ҺАУЫҠТЫРЫУ ЛАГЕРЫ
 
Университетттың спорт-һауыҡтырыу лагеры Өфө ҡалаһының Октябрь районы Нагаево ҡасабаһы янында йәмле Ағиҙел ярында урынлашҡан.
Спорт лагеры түбәндәге матди база менән эш итә:
  • йыйылма кәртәнән торған 10 йорт, 3 бүрәнә йорт (бөтәһе 120 урын);
  • кәрәкле йыһаздары булған 120 урынлыҡ ашхана;
  • мунса, йәйге душ бүлмәләре;
  • китапхана;
  • теннис, бадминтон, волейбол, баскетбол, футбол уйнау өсөн спорт майҙансыҡтары.
Йәй һуҙымында 5 смена ойошторола. Һәр сменаның оҙайлылығы – 12 көн.
Беренсе заезд 5 июндән, икенсеһе – 19 июндән башлана. 1-2 курс студенттары йәйге уҡыу практикаһын физкультура-һауыҡтырыу ялы менән бер үк ваҡытта алып бара.
6 июлдән 17 июлгә тиклем ойошторолған 3 смена университеттың профессор-уҡытыусылар составы һәм хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнә.
4 заезд ваҡытында студент-спортсмендар физкультура-һауыҡтырыу дәрестәрен һәм күнекмәләрен актив ял менән бергә алып бара.
5 сменала студенттар ҙа, университет хеҙмәткәрҙәре лә ял итә ала.
Уҡытыусылар һәм хеҙмәткәрҙәр өсөн путевка хаҡы – яҡынса 1500 һум, студенттар өсөн – бушлай.
5 смена дауамында яҡынса 495 студент һәм 100 уҡытыусы ял итә.