Спартакиада

 

2009-2010 УҠЫУ ЙЫЛЫНА БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫ СТУДЕНТТАРЫНЫҢ СПАРТАКИАДАҺЫ
Факультеттар
Баскетбол ҡатын-ҡыҙҙар
Баскетбол
ир-аттар
Волейбол ҡатын-ҡыҙҙар
Волейбол ир-аттар
Саңғы
Еңел атл.
кросс
Шахмат
Өҫтәл теннисы
Футбол
Призлы урындар һаны
Программма төрҙәре һаны
Мәрәйҙәр
Урын
 
М
О
М
О
М
О
М
О
М
О
М
О
М
О
М
О
 
 
1
2
3
Химия
1
14
6
9
4
11
7
8
2
13
1
14
-
-
2
13
 
 
2
2
 
 
82
1
Физика
2
13
2
13
8
7
2
13
7
8
3
12
4
11
7
8
 
 
 
3
1
 
78
2
География
3
12
1
14
11
4
3
12
5
10
5
10
5
10
6
9
 
 
1
 
2
2
77
3
Математика
8
7
7
8
2
13
5
10
3
12
2
13
2
13
10
5
 
 
 
3
1
 
76
4
Хоҡуҡ институты
-
-
3
12
1
14
1
14
6
9
12
3
3
12
5
10
 
 
2
 
2
 
74
5
Тарих
-
-
4
11
6
9
10
5
1
14
6
9
1
14
3
12
 
 
2
 
1
 
74
6
Иҡтисад
5
10
8
7
3
12
4
11
-
-
4
11
7
8
4
11
 
 
 
 
1
 
70
7
ЭКИБА
-
-
5
10
7
8
6
9
-
-
 
 
6
9
1
14
 
 
1
 
 
 
50
8
ХТФ
10
5
11
4
13
2
9
6
4
11
7
8
8
7
9
6
 
 
 
 
 
 
49
9
Ф һәм СФ
7
8
-
-
5
10
8
7
9
6
11
4
10
5
-
-
 
 
 
 
 
 
40
10
Филология
9
6
12
3
12
3
11
4
8
7
 
 
11
4
8
7
 
 
 
 
 
 
34
11
РГФФ
6
9
9
6
9
6
-
-
-
-
8
7
-
-
11
4
 
 
 
 
 
 
32
12
БФ һәм ЖФ
4
11
-
-
10
5
-
-
-
-
10
5
9
6
12
3
 
 
 
 
 
 
30
13
Биология
-
-
10
5
-
-
-
-
-
-
9
6
-
-
-
-
 
 
 
 
 
 
11
14
Командалар һаны
10
 
12
 
13
 
11
 
9
 
12
 
11
 
12
 
 
 
 
 
 
 
 
 
СПОРТ КЛУБЫНЫҢ РӘЙЕСЕМөхәмәтйәров И.М.

 

 

 

 


 

БДУ-ның спортклуб идараһы һәм

физик тәрбиә кафедраһының

берләштерелгән ултырышында

«___» ___________ 20 г.

 

 

 

БАШҠОРТ ДӘҮЛӘТ УНИВЕРСИТЕТЫ СТУДЕНТТАРЫНЫҢ

2010-2011 УҠЫУ ЙЫЛЫНДА ФАКУЛЬТЕТ-АРА СПАРТАКИАДАҺЫ ТУРАҺЫНДА ҠАҒИҘӘ (ПОЛОЖЕНИЕ)

 

 

 

  1. Маҡсаттары һәм бурыстары

 

Башҡорт дәүләт университетының комплекслы спартакиадаһын ойоштороу шундай маҡсаттарҙы үҙ эсенә ала:

  • университеттың студент йәштәрен физик культура дәрестәренә һәм спортҡа йәлеп итеү;

  • физик культураны һәм спортты популярлаштырыу;

  • студенттарҙың сәләмәтлеген нығытыу;

  • университеттың йыйылма командаһын комплектлау өсөн көслө спортсмендарҙы асыҡлау.

 

  1. Спартакиаданы үткәреү тәртибе

БДУ-ның комплекслы спартакиадаһы өс этапта ойошторола:

1 этап – факультет эсендәге ярыштар;

2 этап – БДУ беренселеге өсөн факультеттар араһында үткәрелгән ярыштар;

3 этап – БДУ йыйылма командаһының Башҡортостан Республикаһының юғары уҡыу йорттары универсиадаһында ҡатнашыуы.

 

  1. Спартакиаданы үткәреү менән етәкселек итеү

 

Спартакиаданы әҙерләү һәм ойоштороу менән дөйөм етәкселекте спорт клубы менән физик тәрбиә кафедраһы бергә алып бара.

Ярыштарҙы үткәреү туранан-тура төп судьялар коллегияһына һәм спартакиаданың спорт төрҙәре буйынса судья коллегияларына йөкмәтелә:

 

1. Мөхәмәдйәров И.М. спартакиаданың баш судьяһы

2. Армянинова Т.В. баш секретарь

3. Дерепаско В. Я., Матвеев С. С. баскетбол буйынса баш судья

4. Салимов И. А., Каримов Р. волейбол буйынса баш судья

5. Тангаев В.Н. шахмат буйынса баш судья

6. Сәйфутдинов В.В. өҫтәл теннисы буйынса баш судья

7. Клочков Е. П. кросс, еңел атлетика буйынса баш судья

8. Шайбаков А., Әминева А. рус шашкаһы буйынса баш судья

 

4. Ҡатнашыусылар

 

Спартакиадала факультеттарҙың йыйылма командалары ҡатнаша. Факультеттарҙың команда составын көндөҙгө бүлек студенттары тәшкил итергә тейеш. Ярышта ҡатнашыусыларҙың зачет китабы (книжкаһы) һәм студент билеты үҙе менән булыуы мотлаҡ һәм судья коллегияһының тәүге талабы буйынса студент уларҙы күрһәтергә тейеш. Әгәр ҙә документ күрһәтелмәһә, ҡатнашыусы “ялған” тип иҫәпләнә һәм команда ярыштан сығарыла.

 

5.Команданың составы һәм спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙы үткәреү

 

Спорт төрө

Ир-аттар һаны

Ҡатын-ҡыҙҙар һаны

Баскетбол

12

12

Волейбол

12

12

Шахмат

2

1

Еңел атлетика, кросс

15

15

Өҫтәл теннисы

2

1

Шашка

2

1

 

Спартакиада зачеты буйынса командаға спорттың һәр төрө буйынса түбәндәге мәрәйҙәр өҫтәлә:

1 урын

14 мәрәй

8 урын

7 мәрәй

2 урын

13 мәрәй

9 урын

6 мәрәй

3 урын

12 мәрәй

10 урын

5 мәрәй

4 урын

11 мәрәй

11 урын

4 мәрәй

5 урын

10 мәрәй

12 урын

3 мәрәй

6 урын

9 мәрәй

13 урын

2 мәрәй

7 урын

8 мәрәй

14 урын

1 мәрәй

 

Спартакиаданың еңеүсеһе йыйылған мәрәйҙәрҙең күпселек суммаһы буйынса билдәләнә. Факультет зачетына спартакиада программаһының иң яҡшы 8 һөҙөмтәһе иҫәпләнә. Әгәр ҙә мәрәйҙәр һаны ике һәм унан да күп командала тигеҙ булһа, спорт төрҙәре буйынса команда яулаған 1,2,3 һ.б.урындар һанына ҡарап билдәләнә. Әгәр ҙә факультет командаһы теүәл составта сығыш яһамаһа, спорт төрөнөң айырым ҡағиҙәһе буйынса, команда составында ҡатнашыусылар һаны илле проценттан да кәм булмаған да ғына уға йыйылған мәрәйҙәрҙең һөҙөмтәһе иҫәпләнә.

 

6. Бүләкләү.

 

Спартакиадала 1 урын яулаған факультет күсмә кубок, вымпел, спортклубтың грамотаһы менән бүләкләнә. 2-3 урын алған факультеттар спортклубтың грамотаһы менән бүләкләнә. Спартакиада программаһының айырым спорт төрҙәре буйынса 1 урын алған командалар күсмә кубок һәм грамоталар, 2-3 урын алған командалар грамоталар менән бүләкләнә.

1 урын яулаған ҡатнашыусылар ҡиммәтле приз һәм грамота, 2-3 урын алғандар клубтың грамоталары менән бүләкләнә.

 

7.Заявкалар.

 

Ярышта ҡатнашыу өсөн заявкалар судья коллегияһына ултырыш үткәреү көнөндә тапшырыла. Заявкала факультет деканының, физик тәрбиә буйынса декан урынбаҫарының һәм команда вәкиленең ҡултамғалары булырға тейеш. Факультет вәкиле йәрәбәгә килмәһә, команда ярышта ҡатнаша алмай.

 

8.1. Баскетбол, волейбол.

 

Төркөмдәрҙә урындар түңәрәк сиситемаһы буйынса билдәләнә. Төркөмдәрҙә 1-2 урын яулаған командалар араһында үҙ-ара осрашыуҙар (төркөмдөң 1 командаһы икенсе команданың икенсе төркөмө менән ярыша һәм киреһенсә) үткәрелә. Еңеүселәр 1 урын, ә еңелеүселәр 3 урын өсөн ярыша.

Өсөнсө һәм артабанғы урындар яулаған команда төркөмдәре икенсе төркөм менән ярыша.

 

    1. Саңғы ярышы.

 

Ярыштар Рәсәй ҡағиҙәләренә ярашлы үткәрелә. Егеттәр ирекле стилдә 5 км, ҡыҙҙар ирекле стилдә 3 км саңғыла ярыша.

Урындар билдәләгәндә техник һөҙөмтәләр иҫәпкә алына.

Һөҙөмтәләрҙе баһалау. 1 урын – 45 мәрәй, 2 - 42, 3 - 39, 4 - 37, 5 - 36 һ.б. 1 мәрәй минус, 40 урындан һәм артабан берәр мәрәй алына.

Командалар урыны 4 ҡатнашыусы йыйған мәрәйҙәр суммаһының күплегенә ҡарап билдәләнә.

 

8.3 Шахмат.

 

Ярыштар түңәрәк системаһы буйынса үткәрелә. Факультет командаһының төп составын 3 кеше тәшкил итә: 1 ҡыҙ һәм 2 егет.

Командалар беренселеге ҡатнашыусылар йыйған мәрәйҙәр иҫәбенең күпселеге менән билдәләнә.

 

8.4. Өҫтәл теннисы.

 

Факультет командаһының төп составы 3 кешенән тора.

Осрашыуҙы үткәреү тәртибе:

1, 2 – ир-аттар араһында ракеткалар, 3 – ҡатын-ҡыҙҙар ракеткалары.

Тәүге 2 еңеүҙе яулаған командаға беренсе урын бирелә.

Турнир түңәрәк системаһы буйынса үткәрелә.

 

8.5. Еңел атлетик кросс.

 

Ярыштар программаһы: ҡыҙҙар – 500 метр, егеттәр- 1000 метр. Команда составы 15 кешенән тора (енес иҫәпкә алынмай).

Команда беренселеге ГТО таблицаһы буйынса 10 ҡатнашыусы йыйған мәрәйҙәр һанының күпселегенә ҡарап билдәләнә.

 

8.6. Рус шашкаһы.

 

Ярыштар рус шашкаһы буйынса үткәрелә (тиҙ программа). Команда составы: 2 егет, 1 ҡыҙ, 2 запастағы уйынсы.

Ярыштар түңәрәк системаһы – «Сатраш кодексы» ҡағиҙәһенә ярашлы бер түңәрәктә - үткәрелә.

Һәр ҡатнашыусыға партия аҙағына тиклем 10-ар минут уйларға ваҡыт бирелә. Беренсе һәм икенсе таҡтала егеттәр, өсөнсө таҡтала ҡыҙҙар уйнай.

Ҡыҙҙарға егеттәр таҡтаһында уйнарға рөхсәт ителә.

Таҡталар буйлап команда уйынсылары шашка квалификацияһына ҡарамай бүленә.

Командалар осрашыу һөҙөмтәһе мәрәйҙәре түбәндәге схема буйынса иҫәпләнә:

  • еңеү өсөн 2 мәрәй;

  • ничья өсөн 1 мәрәй;

  • еңелеү – 0 мәрәй.

Ике һәм унан күп команданың мәрәйҙәр һаны тигеҙ булғанда, турнир таблицаһында урындар түбәндәге критерийҙар:

  • команданың барлыҡ ағзалары йыйған мәрәйҙәр суммаһы;

  • ошо командалар араһындағы осрашыу һөҙөмтәһе;

  • Шмульям коэфициенты системаһы буйынса билдәләнә.