Социология теорияһы һәм тарихы кафедраһы

Кафедра тураһында | ХеҙмәткәрҙәрСтуденттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
социология фәндәре докторы, профессор
Шәйхисламов Рафаэль Бәдретдин улы
 
Кафедра 2000 йылдың июнендә социология кафедраһы базаһында ойошторола, “иҡтисади социология” специализацияһы буйынса юғары квалификациялы белгестәр, “социология” йүнәлеше буйынса дәүләт һәм коммерция нигеҙендә бакалаврҙар һәм магистрҙар әҙерләй. Кафедра коллективы БДУ-ның факультеттарында белгестәрҙә социологик мәҙәниәт формалаштырыусы, йәмғиәт тормошон анализлау һәләттәрен үҫтереүсе һәм уларҙа тейешле стратегия һәм технологиялар барлыҡҡа килтереүсе социология теорияһын уҡыта.
 
Кафедраның профессиональ потенциалын фән докторҙары (проф. Р.Б. Шәйхисламов, проф. Р.И. Ирназаров), 6 фән кандидаты (доценттар Х.Б. Аҫылғужин, Р.З. Салиев, Е.Дж. Сенникова, Р.Т. Фәрхтдинов, А.Р. Шәрипов) һәм ассистент Е.В. Зөбәйерова тәшкил итә. Кафедра менән ул ойошторолғандан алып 2006 йылдың мартына тиклем социология фәндәре докторы, профессор, БР-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре Р.И. Ирназаров етәкселек итә, 2006 йылдың мартынан — Х.Б. Аҫылғужин, 2009 йылдан Р.Б. Шәйхисламов мөдир вазифаһын үтәй .
 
Кафедраның профессорҙары һәм уҡытыусылары Башҡортостан Республикаһында социаль проблемаларҙы өйрәнеүҙә һәм уларҙың һөҙөмтәләре буйынса Рәсәй һәм төбәк кимәлендә ғилми конференциялар ойоштороуҙа актив ҡатнаша. Мәҫәлән, 2007 йылдың майында Башҡортостандың Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуына 450 йыл тулыуға арналған “Рәсәй һәм Башҡортостан: тарихи-социаль бәйләнештәр” һәм “Рәсәй һәм Башҡортостан: социаль-иҡтисади, тарихи-гуманитар, сәйәси-хоҡуҡи һәм философик сфераларҙа бәйләнештәр” Бөтә Рәсй конференцияларын ойоштороуҙа ҡатнашты.
 
Кафедрала уҡытыусылар, аспиранттар һәм ғилми дәрәжәгә дәғүә итеүселәр өсөн теоретик-методологик семинар эшләй.
 
Кафедра БР һәм РФ юғары уҡыу йорттарының ғилми һәм белем биреүсе үҙәктәре, Фәндәр академияһының институттары менән хеҙмәттәшлек итә.