Социаль эш кафедраһы

Кафедра тураһында | ХеҙмәткәрҙәрСтуденттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире:
философия фәндәре докторы, профессор
Уйылданов Урал Сәлим улы
 
90-сы йылдарҙа Рәсәй хөкүмәте тарафынан уҙғарылған радикаль иҡтисади һәм сәйәси реформалар тәрән көрсөк процесстарын барлыҡҡа килтерҙе.  Интенсив рәүештә иҡтисад менән хужалыҡ бәйләнештәре тарҡала,  йәмғиәттә мөлкәт дифференциацияһы процесы башлана. Йәмғиәттә тәрән социаль шартлауҙар барлыҡҡа килеүгә һәм  социаль көсөргәнешлектең үҫеүенә хәүефле нигеҙ тыуа. Был шарттарҙа тиҫтәләгән миллион кешенең (пенсионерҙарҙың, инвалидтарҙың, етем-балаларҙың һ.б.) тормошо халыҡты социаль хеҙмәтләндереү системаһына һәм социаль эш белгестәрен әҙерләү кимәленә бәйле була.  Рәсәй йәмғиәтенә көрсөктәге кешеләргә ярҙам һәм яҡлау күрһәтә алырлыҡ юғары квалификациялы белгестәр  талап ителә башлай.  Социаль хеҙмәт үҙгәрештәге йәмғиәттең төп проблемаларын хәл итергә ярҙам итергә тейеш була.  
 
1991 йылда Рәсәйҙә яңы “Социаль хеҙмәт” йүнәлеше барлыҡҡа килә. Башҡорт дәүләт университетында “Социаль хеҙмәт” специальносы 1994 йылда асыла. Ошо йылдан Башҡортостанда социаль хеҙмәт буйынса белгестәр әҙерләнә башлай. Яңы йүнәлештең  барлыҡҡа килеүе 1996 йылдың февралендә “Социаль эш” кафедраһын булдырыуға булышлыҡ итә. Уның беренсе мөдире итеп социология  фәндәре докторы, профессор Әнүәр Әхәт улы Әхмәҙиев тәғәйенләнә.
 
Бөгөнгө көндә кафедра белгестәренең ғилми эҙләнеүҙәр тематикаһы йәмғиәттәге төп социаль үҫеш тенденцияларын өйрәнеүгә һәм юғары уҡыу йортонда “Социаль эш” специальносы буйынса студенттар әҙерләүгә йүнәлтелгән. Кафедра  социаль хеҙмәт буйынса белгестәрҙе әҙерләүҙең республика моделен яҡшыртыу өҫтөндә актив шөғөлләнә.
 
Башҡорт дәүләт университетында “Социаль эш” специальносы иң йәш һәм иң переспективалы йүнәлештәрҙән һанала.  Был специальность буйынса белгестәрҙе әҙерләү Рәсәй һәм халыҡ-ара стандарттарға яуап биргән уҡыу пландарына һәм программаларына ярашлы башҡарыла. “Социаль эш” специальносы буйынса белем биреү көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формаларында алып барыла. Студенттарҙың шулай уҡ социаль хеҙмәт һорауҙары буйынса тәрәнерәк өйрәнеү мөмкинселеге “Социаль эштә менеджмент” һәм “Халыҡты социаль-хоҡуҡи яҡлау” специализацияларында бар.
 
“Социаль эш” специальносы буйынса уҡыу процесын юғары квалификациялы уҡытыусылар  тормошҡа ашыра: философия фәндәре докторы, профессор У.С. Уйылданов, философия фәндәре докторы Б.Ғ. Аҡсурин, социология фәндәре докторы, профессор Г.А. Кабакович, фән кандидаттары, доценттар – Р.М. Садыҡов, Р.Х. Хәмәҙиева, З.Б. Рәхмәтуллина, Г.М. Хәсәнова, Р.И. Заһиҙуллин, М.М. Әминев; өлкән уҡытыусылар – Э.Р.Кәлимуллина, Н.Л.Васильева, А.М.Йомағужина. Кафедраның төп уҡытыу дисциплиналары булып: социаль эш теорияһы, социаль эш тарихы, социаль эш технологиялары; социаль эште ойоштороу, идара итеү һәм администрациялау; сит илдә социаль эш, социаль сәйәсәт; халыҡтың мәшғүллеге һәм уны көйләү; документтар алып барыу; социаль эштә  тикшеренеүҙәр методикаһы; социаль медицина нигеҙҙәре, экстрималь ситуацияларҙа социаль эш, социаль геронтология, социаль эштә мәғлүмәт технологиялары; йәштәр менән эш итеүҙә социаль хеҙмәт проблемалары; ғаиләне өйрәнеү; социаль эште кадрҙар менән тәъмин итеү һ.б.
 
Социаль эш менән бәйле махсус дисциплиналарҙы өйрәнеүҙән тыш, студенттарға сит телдәрҙе, яңы мәғлүмәт һәм компьютер технологияларын өйрәтеүгә ҙур иғтибар бүленә.