Сит телдәрҙе һәм икенсе телде уҡытыу методикаһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға

450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 19
Тел. (347) 272-62-28
 
Кафедраның мөдире – Мазунова Лидия Константиновна, педагогия фәндәре докторы, профессор
 
Сит телдәрҙе уҡытыу методикаһы һәм икенсе тел кафедраһы 1996 йылда асыла. Ул сығарылыш кафедраһы булып иҫәпләнмәй, факультет студенттарының икенсе сит тел буйынса база кимәлендә әҙерлеген тәьмин итә. Кафедраның эшмәкәрлеге, беренсенән, “Икенсе тел булараҡ сит тел” курстарын алып барыуға, икенсенән, сит тел менән культураны уҡытыуҙың түбәндәге инновацион технологияларын үҙләштереү һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән: дискурсив йүнәлеш, яңы информацион технологиялар, проект методикаһы, сит телдәрҙе төрлө кимәлдә уҡытыу методикаһы, сит телде уҡытыу процесын диагнозлау, контролдә тотоу һәм идара итеү – тестар системаһы, портфолио һ.б. Кафедра эргәһендә уникаль ғилми һәм уҡытыу-методика әҙәбиәте, шулай уҡ сит телдәр буйынса төрлө программаларҙы үҙ эсенә алған Ресурстар үҙәге эшләй.
 
Кафедраның тәғәйенләнеше: Башҡортостан Республикаһының мәғариф учреждениелары өсөн сит тел уҡытыусылары әҙерләү; роман-герман филологияһы факультеты студенттарын икенсе сит тел – инглиз, немец, француз телдәре – буйынса әҙерләү; сит телде уҡытыу методикаһы өлкәһендә ғилми-эксперименталь тикшеренеүҙәр алып барыу.
 
Кафедрала 1 профессор, 3 дипломлы доцент, кандидатлыҡ диссертацияларын яҙып бөткән 2 уҡытыусы, 3 соискатель, уҡытыу-методика эше менән шөғөлләнгән 3 уҡытыусы эшләй.
 
Кафедраның ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:
  1. Методик йүнәлештәге тематика: Телдәрҙе өйрәнгән вузда сит телдә яҙма телмәр культураһын үҙләштереү методикаһы. Телдәрҙе өйрәнгән вузда сит телде өйрәнеү өсөн дискурс һайлау һәм ойоштороу принциптарын эшләү. Телдәрҙе өйрәнгән вузда сит телде өйрәтеү сифатын контролдә тотоу системаһын эшләү. Сит тел менән сит культураны профессиональ йүнәлтелгән уҡытыу методикаһын эшләү.
  2. Лингвистик йүнәлештәге тематика: Телмәр этикетының милли-мәҙәни спецификаһы проблемалары. Телдә тендерлы проблемалар: телдәрҙе өйрәнгән вузда сит телде өйрәнеү өсөн дискурс һайлау һәм ойоштороу принциптарының эмотив компоненты. Телдәрҙе өйрәнгән вузда сит телде өйрәтеү сифатын контролдә тотоу системаһын эшләү. Сит тел менән сит культураны профессиональ йүнәлтелгән уҡытыу методикаһын эшләү.