Сит телдәр өйрәнеү курстары

Курстарҙы ФРГФ уҡытыусылары алып бара.
 
Программаның бурысы – телдәр буйынса махсус белем алмаған студенттар профессиональ эшмәкәрлегендә тәржемә итеүселәрҙе әҙерләү. Инглиз теле менән бер рәттән немец, француз һәм чех телдәре өйрәнелә. Сит телдәр өйрәнеү курстарының төп маҡсаты – дөрөҫ әйтелеште булдырыу, лексика һәм грамматика буйынса билдәле бер белемдәр биреү, яҙырға өйрәтеү һәм, иң мөһиме, сит телде практикала, йәғни торошта ҡулланырға өйрәтеү.
 
Һәр бүлек – ул яңы белемдәр, ҡыҙыҡлы программа,  яңы танышыуҙар, ял итеү төрө. Әммә иң мөһиме – студент йылдарында уҡ юғары уҡыу йортонда донъяға ҡарашыңды киңәйтеү һәм киләсәк профессиональ эшмәкәрлегеңә төрлө яҡлап әҙер булыу. Йәмғиәт һөнәрҙәре факультетында белем алыу йәш белгестәргә актив позицияла, һөнәри һәм йәмғиәт эшмәкәрлегенә ижади ҡарашта булыу өсөн ярҙам итә.
 
Дәрестәрҙе, күбеһенсә, университет уҡытыусылары – үҙҙәренең көстәрен, ваҡытын һис йәлләмәгән, үҙ эшенә һәм студенттарына ихлас күңел һәм һөйөү менән ҡараған үҙ эшенең оҫта белгестәре алып бара. Дәрестәр төп уҡыу ваҡытынан һуң кискеһен үткәрелә. 2010-2011 уҡыу йылында  факультетта уҡыу түләү нигеҙендә алып барыла. Йыллыҡ курс хаҡы 800 һум, сит телдәр курсында бер сәғәткә 40 һум тәшил итә. Курстарҙы тамамлағандан һуң белем алыусылар таныҡлыҡ алып сыға.