Сит ил әҙәбиәте кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға

Сит ил әҙәбиәте кафедраһы

450074, Өфө ҡ., З. Вәлиди ур., 32, 416-сы к.

Кафедра мөдире – Фёдоров Александр Александрович, филология фәндәре докторы, профессор

Сит ил әҙәбиәте кафедраһы Башҡорт дәүләт университетында 1957 йылдан эшләй. Уның төп ғилми һәм ғилми-методик эшмәкәрлеге антик осорҙан бөгөнгө көнгә тиклемге Көнбайыш Европа һәм Төньяҡ Американың әҙәби һәм дөйөм мәҙәни процесстарын тикшереү менән бәйле. Университетҡа нигеҙ һалыу осоронда сит ил әҙәбиәтен өйрәнеү традициялары рус һәм сит ил әҙәбиәте буйынса күп яҡлы һәм тәрән белемле Моисей Григорьевич Пизовтың фәнни һәм мәғрифәтселек эшмәкәрлегенә барып тоташа.

1962 йылдан 1990 йылға тиклем кафедра менән француз әҙәбиәте тарихы буйынса танылған белгес, профессор Суфия Фатых ҡыҙы Юлметова етәкселек итте. 1991 йылда кафедра сит ил әҙәбиәте һәм художестволы мәҙәниәт кафедраһы тип атала башланы. Кафедрала сит ил әҙәбиәте (америка, инглиз, немец) буйынса аспирантура һәм магистратура эшләй.

Филология фәненең региональ үҙәге булараҡ кафедраның төп эшмәкәрлеге классик һәм хәҙерге сит ил әҙәбиәте һәм художество мәҙәниәте араһындағы бәйләнеште тикшереү, Евразияның үткәндән алып бөгөнгө көнгә тиклемге сит ил һәм Ватан әҙәбиәте һәм художестволы мәҙәниәтен өйрәнеү тора. Региондың милли-мәҙәни шарттарында кафедраның ғилми-методик эшмәкәрлеге хәҙерге мәғарифтың бөтә этаптарында ла (мәктәп, вуз, кадрҙар әҙерләү) интеграциялы гуманитар белемде тәьмин итеүгә һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Был эшмәкәрлектең инновацион характеры хәҙерге гуманитар белем биреүҙең Евразия концепцияһын филологик нигеҙҙә тормошҡа ашырыуға ҡоролған.

Кафедра уҡытыусылары тарафынан сит ил әҙәбиәте тарихы, донъя художество мәҙәниәте тарихы буйынса дәреслектәр, уҡыу әсбаптары яҙылған. Проф. Г.Г.Ишимбаева, проф. А.А. Федоров, доц. Д.С. Гутман әҙерләгән дәреслектәргә РФ классик белем биреү университеттары буйынса Уҡытыу-методик берекмәһенең грифы бирелгән.

Кафедра филология буйынса бөтә кимәлдә (бакалаврҙар, специалистар, магистрҙар, аспиранттар) юғары белем биреүҙә ҡатнаша. 1991  йылдан  кафедрала төрлө типтағы уҡыу йорттары өсөн донъя художестволы мәҙәниәте профиле буйынса махсуслашыу булдырылған. Кафедраның күп йыллыҡ һәм һөҙөмтәле эшмәкәрлеге көнбайыш художестволы мәҙәниәтенең региондың мәҙәни киңлегенә үтеп инеүенә булышлыҡ итте.

Кафедра студенттарҙы донъя мәҙәниәтенең һәм әҙәбиәтенең нәфис һәм рухи ҡиммәттәре менән таныштыра, динамик үҫешкән демократик йәмғиәттә уңышлы эшмәкәрлеккә һәләтле, поликультур шәхесте формалаштырыуға үҙ өлөшөн индерә.

Кафедра көнбайыш мәҙәниәтенең Башҡортостан мәҙәни киңлегенә маҡсатлы һәм актив үтеп инеүенә булышлыҡ итә. Ул региональ гуманитар мәҙниәтте һәм мәғарифты байытыуға, хәҙерге шарттарҙа Евразия мәҙәниәте диалогын үҫтереүгә лә ҙур өлөш индерә.

Кафедрала 2 профессор, филология фәндәре докторы (А.А.Федоров, Г.Г. Ишимбаева); 3 доцент, филология фәндәре кандидаты (Т.И. Авагян, Л.И. Мөрсәлиева, Д.С. Гутман); 2  өлкән уҡытыусы, филология фәндәре кандидаты (Е.Н. Михайленко, М.О. Эрштейн); 1 ассистент (В.А. Боттичелли) эшләй.