Үҫемлектәр физиологияһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире: Рахманғолова Зөлфирә Фәүзи ҡыҙы
биология фәндәре докторы, профессор
 
Кафедраның ғилми-тикшеренеү эштәренең төп йүнәлештәре һәм ҡаҙаныштары
 
- “Нормала һәм стресс хәлендә төп энергия трансформацияһы процестарының үҙ-ара бәйләнеше” (проф. З.Ф.Рахманғолова, проф. И.Й.Усманов, доц. В.В. Федяев). Үҫемлектәрҙең тышҡы насар шарттарға яраҡлашыуының энергетик нигеҙе булараҡ фотосинтез менән тын алыу бәйләнешен регуляциялауҙың экологик-физиологик механизмдары тураһында концепция эшләнгән.
 
Энерготрансформация процестары (фотосинтез һәм ҡараңғыла тын алыу) араһында ҡайһы бер төрҙәргә хас булмаған ныҡлы мөнәсәбәт тәүге тапҡыр асыҡланған. Йәш үҫенте стадияһында продуктивлылығын прогнозлау, үҫемлектәрҙең төрлө стресс хәлендә, физиологик торошонда тын алыуға түккән көсөн баһалау өсөн уларҙы ҡулланыу мөмкинлеген иҫбатлаған яңы дәлилдәр алынған. Морфофизиологик мөнәсәбәттәрҙең был комплексы, шулай уҡ уларҙың үҙгәреү дәрәжәһе экологтар тарафынан түбәндәге маҡсаттарҙа ҡулланылырға мөмкин:
  • Раменский-Граймдың экологик адаптация стратегиялары концепцияһын үҫтереү өсөн;
  • үҫемлектәр үҫешенең тәүге этаптарында адаптация стратегияһы тибын билдәләү критерийҙары сифатында;
  • ауыл хужалығы практикаһында ҙур уңыш бирә торған сыҙамлы сорттар сығарғанда.
- “Үҫемлектәрҙең һыу алмашыныуын, һуҙылып үҫеүен, тамыр ебәреүен, минераль туҡланыуын, татырланыуға һәм ҡоролоҡҡа сыҙамлылығын гормональ регуляциялау механизмдарын асыҡлау маҡсатында фитогормондарҙы иммунохимик билдәләү методтарын ҡулланыу”. Шуның менән бер рәттән, гормондар барлыҡҡа килтерә торған микроорганизмдарҙың үҫемлектәрҙең үҫешенә йоғонтоһон тикшереүҙәр ҙә үткәрелә (проф. С.Ю.Веселов).
 
Специфик антиматдәләр ярҙамында иммуноферментлы анализ нигеҙендә үҫемлектәр материалында уларҙың гормондарын һан яғынан билдәләү алымы эшләнгән һәм ул Рәсәйҙә тәүге тапҡыр ҡулланыла.
 
Рәсәйҙә тәүге тапҡыр коллоид алтын менән тамғаланған гормондарға антиматдәләр ярҙамында гормондарҙың үҫемлектәрҙең клеткаларында иммуногитохимик локализациялашыуы методы тәҡдим ителгән. Был ҡараштар үҫемлектәрҙең гормональ системаһы функциялашыуы үҙенсәлектәрен асыҡларға ярҙам итә.
 
Электр һәм гидравлик импульстарҙың гормональ импульстарға трансформациялашыуы нигеҙендә гормональ сигналдарҙың үҫемлек буйлап тиҙ тапшырылыуы механизмы табылған. Тышҡы мөхиттең төрлө факторҙары йоғонтоһонда үҫемлектәрҙең сыҙамлылығында төрлө гормондарҙың әһәмиәте күрһәтелә. Үҫемлектәрҙең үҫешенең регуляторҙарын һайлау ысулына, фитогормондарҙы синтезлаштыра торған бактерияларға патенттар алынған.
 
Был мәктәпкә нигеҙ һалыусылар 1989, 1991, 2000 йылдарҙа үҫемлек гормондарына иммуноанализ буйынса Өфөлә үткәрелгән Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй конференцияларын ойоштороусылар булып сығыш яһаны. Цитокининдарҙың гормондарын билдәләү өсөн тест-система эшләгән өсөн СССР Халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең (ВДНХ) бронза миҙалы тапшырылды.
 
Башҡорт дәүләт университеты һәм РФА Өфө ғилми үҙәгенең Биология институты базаһында гормондарға иммуноанализ методы буйынса РФА Үҫемлектәр физиологияһы институтынан, Крупская исемендәге Педагогия институтынан (Мәскәү), Санкт-Петербург университетынан (үҫемлектәр физиологияһы һәм биохимияһы кафедраһынан), РФА Карел ғилми үҙәгенең Биология институтынан (Петрозаводск), Томск һәм Урал дәүләт университеттарынан, Вологда һәм Орел педагогия институттарынан, Ҡаҙағстан Республикаһының Биотехнология ғилми үҙәгенән һәм башҡа урындарҙан егермеләгән ғалим стажировка үтте, һәм улар был алымды үҙҙәренең ғилми эштәрендә бик уңышлы ҡуллана.
 
“Башҡортостан Республикаһы территорияһында үҫемлектәрҙә икенсел метаболиттар йыйылыуы үҙенсәлектәре” (проф. Усманов И.Й., доц. Щербаков А.В.). Башҡортостан Республикаһының төрлө региондарында: Тәтешле, Краснокама, Белорет, Баймаҡ, Архангель, Дәүләкән, Йылайыр райондарында урман барлыҡҡа килтерә торған төп тоҡомдарҙың һәм ҡайһы бер дарыу үҫемлектәренең өлгөләре тупланған һәм өйрәнелгән.
 
Тышҡы шарттарҙың, атап әйткәндә, ауыр металдарҙың фенол метаболизмы компоненттары тупланыуға йоғонтоһо, төрлө экологик төркөмдәр вәкилдәрендә был матдәләрҙең биосинтезы үҙенсәлектәре актив өйрәнелә.
 
Башҡортостан Республикаһының перспективалы эндемик үҫемлектәренең химик составы актив өйрәнелә, был үҫемлектәрҙә химик эндемиктарҙың матдәләрен эҙләү актив бара. Тикшеренеүҙәр заманса лаборатор приборҙар методикалары менән бәйле – юғары эфективлы шыйыҡлыҡ хроматографияһы (ВЭЖХ), полярография һ.б.
 
Адресы: 450074, Өфө ҡалаһы, Зәки Вәлиди урамы, 32, БДУ, биология факультеты
Телефон: 8 (347) 2-299-703