Рус теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға

 

Рус теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы

 

450074, Өфө ҡ., З. Вәлиди ур., 32, 410 а каб.

 

Кафедра мөдире – Сәйәхова Лена Ғәлеевна, педагогия фәндәре докторы, профессор

 

Рус теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы К.А. Тимирязев исемендәге Башҡорт

педагогия институтының рус теле дөйөм кафедраһының бай мираҫына барып тоташа. 1977

йылда рус теле кафедраһы базаһында рус теле һәм уны уҡытыу методикаһы кафедраһы

ойошторола. 1977 йылдан алып 1990 йылға тиклем кафедра менән педагогия фәндәре

докторы, профессор, күренекле ғалимә, методист М.Ғ.Хәйруллина етәкселек итә. Ул

илебеҙҙә танылыу алған “Рус милләтенән булмағандарға рус телен уҡытыу методикаһы

тарихы, теорияһы һәм практикаһы” лингвометодик мәктәбен ойоштора. 1990 йылдан

кафедра мөдире вазифаһын педагогия фәндәре докторы, профессор Л.Ғ.Сәйәхова

башҡара.

Кафедраның «Белем биреүҙең лингвокультурологик һәм лингводидактик проблемалары» тип

билдәләнгән төп ғилми йүнәлеше түбәндәге аспекттарҙы үҙ эсенә ала:

- юғары уҡыу йортонда һәм мәктәптә рус телен уҡытыуҙың мөһим проблемалары;

- лингвокультурология һәм рус телен уҡытыуҙың лингвокультурологик концепцияһы;

- телмәр мәҙәниәте, стилистика; коммуникатив аралашыу, мәҙәниәт-ара коммуникация;

- лингвистик берәмектәрҙе сағыштырма-типологик өйрәнеү;

- уҡыу лексикографияһы;

- рус теле буйынса яңы быуын мәктәп дәреслектәрен төҙөү теорияһы һәм практикаһы.

Телмәр мәҙәниәте һәм стилистика проблемалары филология факультеттары өсөн дә, шулай уҡ физика, химия,

география, тарих һәм юридик факультет студентары өсөн дә эшләнә.

Кафедрала «Рус телен уҡытыу методикаһы» (рус һәм милли мәктәптәрҙә), «Стилистика һәм телмәр мәҙәниәте»,

РГФФ студенттары өсөн «Рус теле», филолог булмаған студенттар өсөн «Рус теле һәм телмәр мәҙәниәте» дөйөм

курстары, «Рус теленең практик курсы», «Информацион-нәшер итеү эшмәкәрлеген филологик тәьмин итеү» һәм

«Йәмғиәт менән бәйләнеште филологик тәьмин итеү» специальностары өсөн курстар, «Лингвокультурология»

һайлана торған курсын, махсуслашыу буйынса практикумдар һәм махсус курстар, кафедра спецсеминарҙары уҡыла.

Кафедраның үҙенсәлегенә ярашлы педагогик практикаға ҙур иғтибар бүленә. Студенттарға уҡытылған бөтә курстар

кәрәкле программалар менән тәьмин ителгән.

Кафедрала 7 кеше – 1 фән докторы, профессор (Л.Ғ. Сәйәхова), 6 фән кандидаты, доцент (Л.И. Дьяченко, А.М.

Ямалетдинова, Н.М. Латыпова, Н.Ш. Ғәлләмова, И.В. Медведева, Р.Х Әмерова) эшләй.