Рус филологияһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

450074 Өфө ҡ., З. Вәлиди ур., 32, к. 421
Телефон: 8 (347) 272-74-63
 
Кафедра мөдире:
Фәтҡуллина Флүзә Ғабдулла ҡыҙы, филология фәндәре докторы, профессор
 
Рус филологияһы кафедраһы 1991 йылдың 1 сентябренән башлап эшләй. Был кафедраға башҡорт, башҡорт-рус, башҡорт-сит телдәр бүлектәренең һәм журналистика бүлегенең уҡыу пландарында күрһәтелгән бөтә рус филологияһы буйынса уҡыу дисциплиналарын алып барыу беркетелгән.
 
Кафедра абитуриенттарҙың, студенттарҙың яҙма эштәрен ғилми-методик нигеҙҙә өйрәнеп, систематик хаталарҙы компьютер менән тикшереү өсөн махсус программалар төҙөй, милли мәктәптәрҙе тамамлаған уҡыусылар менән вуз студенттарының яҙма һәм һөйләү телмәрҙәрен камиллаштырыу өсөн оптималь тәҡдимдәр әҙерләй. Бынан тыш рус халыҡ ижадын йыйыу буйынса экспедицияларҙы һәм студенттарҙың рус теле һәм әҙәбиәте буйынса педагогик практикаһын үткәреүҙе лә кафедра тулыһынса үҙ өҫтөнә алған.
 
Кафедраның ғилми-тикшеренеү эштәре хәҙерге филологияның перспектив йүнәлештәренә тап килә. Мәҫәлән, тел берәмектәрен функциональ-когнитив һәм лексик-грамматик яҡтан тикшереү, телдең стилистик һәм онтологик аспекттарын өйрәнеү, тексты лингвистик яҡтан анализлау, рус һәм башҡорт телдәрен сағыштырма планда тикшереү, башҡорт мәктәптәрендә рус телен һәм әҙәбиәтен культурология нигеҙендә өйрәнеү, рус һәм башҡорт фольклорында һәм әҙәбиәтендә сағылдырылған этник-ара бәйләнештәрҙе өйрәнеү, боронғо һәм классик рус әҙәбиәтендә булған һүрәтләү формаларына анализ биреү, XIX быуаттың икенсе яртыһында барлыҡҡа килгән рус романы һәм символистар прозаһының үҙенсәлектәрен асыҡлау, рус әҙәбиәтендә тыуған яҡтың сағылышын өйрәнеү.
 
Республикала профессор Т.Ә. Килдебәкова етәкселегендә рус, башҡорт, инглиз телдәрен функциональ-когнитив сағыштырма планда өйрәнеүсе фәнни мәктәп булдырылды. Был йүнәлештә юғары уҡыу йорттары студенттары өсөн дәреслектәр, яңы уҡыу программалары, функциональ-когнитив һүҙлектәр төҙөү юғары кимәлдә алып барыла.
 
«Рус булмағандар өсөн рус теленең функциональ грамматикаһын төҙөү нигеҙҙәре» коллектив монографияһы, Т.Ә.Килдебәкова һәм Г.В.Ғафарованың «Телдең лексик системаһының когнитив аспекттары», «Функциональ-когнитив һүҙлек төҙөүҙең теоретик нигеҙҙәре һәм принциптары» уҡыу әсбаптары, Рәсәй университеттарының уҡыу-методик комиссияһы тарафынан вуз дәреслеге булараҡ тәҡдим ителгән “Хәҙерге рус теленең функциональ һүҙьяһалышы” хеҙмәттәре донъя күрҙе.
 
Профессор Ф.Ғ.Фәтҡуллинаның ғилми тикшеренеү эштәре тел берәмектәренең семантикаһын һәм стилистик үҙенсәлектәрен өйрәнеү, информацион-матбуғат сараларының телен анализлау менән бәйләнгән. Ғалимә тарафынан «Хәҙерге рус телендә деструктив лексика» (1999), «Хәҙерге рус телендә деструктивлыҡ категорияһы» (2002), «Деструктив ҡылымдарҙың семантикаһы» (2004), «Журналистың һөйләү һәм яҙыу телмәре мәҙәниәте» (2008) монографиялары һәм уҡыу әсбаптары яҙылған.
 
Профессор Б.Ғ. Әхмәтшиндың “Башҡортостандың һәм Көньяҡ Уралдың таулы-заводлы райондарының ауыҙ-тел прозаһы” (12 п.л.), “Башҡортостандың тау сәнәғәте эшселәре фольклоры” (10 п.л.), “Башҡортостандың һәм Уралдың тау сәнәғәте фольклоры” (18 п.л.), “Башҡорт халҡының ауыҙ-тел тарихы: легендалар һәм риүәйәттәр” (12 п.л.), “Башҡортостандың тау сәнәғәте райондары эшселәренең фольклорын өйрәнеү” (10 п.л.), “Нимә ул фольклор һәм уны нисек йыялар” (6 п.л.) һ.б. хеҙмәттәре башҡорт фольклоры фәнендә генә түгел, Рәсәй фольклористикаһында ла үҙенсәлекле бер ғилми ҡаҙаныш тип табылды.
 
Филология фәндәре докторы Ғ.Ғ.Хисамованың эштәре хәҙерге коммуникатив тикшеренеүҙәрҙең әһәмиәтле йүнәлеше – текст төҙөлөшөн өйрәнеүгә арналған. Уның хеҙмәттәре персонаж телмәрен сағылдырған   текстың эске коммуникацияһына һәм автор менән адресаттың кимәлен күҙ уңында тотоусы текстың тышҡы композицияһына арналған. Ғ.Ғ. Хисамова тарафынан “Художестволы текст: уны өйрәнеү аспекттары һәм методтары”, “Художестволы текст” кеүек уҡыу әсбаптары, “Шукшин хикәйәләрендә диалог: функциональ-коммуникатив аспектта тикшереү” монографияһы донъя күрҙе. Ғалимә халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй конференцияларында йыш ҡатнаша.
 
Кафедра уҡытыу процессының ғилми-методик яҡтан тәьмин ителешенә ҙур әһәмиәт бирә. Бөтә төп һәм махсус курстар факультеттағы һәр бүлектең үҙенсәлектәрен күҙ уңында тотоп, башҡорт һәм рус телдәре материалдарын ҡулланып яҙылған методик күрһәтмәләр, программалар һәм уҡыу әсбаптары менән тәьмин ителгән. Шулай уҡ Т. Ә. Килдебәкова менән И.М. Миниярованың “Рус теленең функциональ һүҙьяһалышы”, Ғ.Ғ. Хисамованың “Стилистика һәм телмәр мәҙәниәте”, Ғ.Ғ. Хисамова менән Ә.С. Мәхмүтованың “Телдең тасуирлау саралары”, коллектив сығарған “Тел һәм мәҙәниәт”, Л.Н. Ишмуратованың “Ҡыҙыҡлы грамматика. Фонетика. Һүҙьяһалыш. Орфография”, А.А. Ғәлләмовтың “Туған Башҡортостан” (авторҙаш), Ә.С. Мәхмүтова менән С.Ю. Данилиндың “Боронғо рус әҙәбиәте буйынса хрестоматия һәм рус теленең тарихи грамматикаһы”, Б.Ғ. Әхмәтшиндың “Башҡортостандың таулы-заводлы райондары эшселәренең фольклоры”, И.Ғ.Ҡолһаринаның “С.П.Злобиндың ижад лабораторияһында”, Л.А.Пермякованың “Рус символизмының сығанаҡтары һәм үҫеше” һ.б. уҡыу әсбаптары студенттарҙы рус теле һәм әҙәбиәтенә өйрәтеүҙең практик мәсьәләләрен хәл итеүҙә ҙур әһәмиәткә эйә.
 
Кафедра уҡытыусылары төрлө конкурстарҙа, гранттарҙа ҡатнашып, уңыштарға өлгәшә. Мәҫәлән, Башҡортостан Республикаһының йәш ғалимдар өсөн булдырылған грантҡа 2007 йылда кафедра доценты И.Ғ. Ҡолһарина лайыҡ булды. Йәш ғалимәнең “XX быуат рус әҙәбиәтендә башҡорт фольклоры образдары һәм мотивтары” тип аталған монографияһы һәм ошо темаға арналған мәҡәләләр серияһы төрлө ғилми йыйынтыҡтарҙа донъя күрҙе.
 
Кафедрала аспирантура бик уңышлы эшләп килә, унда йыл һайын 6-7 кеше уҡый. Уҡытыусыларҙың ғилми етәксе булараҡ башҡарған эштәренең яңы формалары булып уларҙың кафедра ултырыштарында төрлө докладтар, үҙҙәренең фәнни тикшеренеү һөҙөмтәләренә байҡау менән сығыш яһауҙар тора. 
 
Университеттағы студеттарҙың ғилми ойошмаһы сиктәрендә кафедрала филология түңәрәге эшләп килә. Уның эшендә кафедраның бөтә хеҙмәткәрҙәре лә ҡатнаша. Кафедраның методологик семинарҙарында уҡытыусыларҙың ғилми докладтары тыңлана, коллегиаль рәүештә тикшерелеп, дөйөм һәм объектив баһа бирелә. Нәшер итеү буйынса тәҡдим индерелә, шулай уҡ хәҙерге лингвистика, әҙәби әҫәрҙәрҙең поэтикаһы һәм стилистикаһы мәсьәләләре тикшерелә.
 
Уҡыу-уҡытыу, ғилми-тикшеренеү эштәрендә рус филологияһы кафедраһы һәр саҡ студенттар менән тығыҙ бәйләнештә. Кафедра уҡытыусылары етәкселегендә студенттар ғилми докладтар әҙерләп, факультетта, университетта ғына түгел, вуз-ара һәм региональ конференцияларҙа ла уңышлы сығыш яһай. Кафедра уҡытыусыларының ғилми етәкселегендә башҡарылған факультет студенттарының диплом эштәре кафедрала алып барылған фәнни йүнәлештәрҙе асыҡ сағылдыра. Студенттарҙың уңышлы фәнни тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһе булып уларҙың мәҡәләләре һәм тезистары, конференция материалдары факультет, университет йыйынтыҡтарында баҫылып тора.
 
Кафедрала тәрбиә эшенә лә тейешле иғтибар бирелә. Ике профилле рус–башҡорт бүлегенең һәр бер академик төркөмөнә куратор беркетелә. Улар үҙҙәренең студенттары менән тәрбиә эшен беренсе курстан башлап университетты тамамлағансы алып бара.
 
Хәҙерге ваҡытта кафедра штатында 11 уҡытыусы эшләй. Улар араһында 4 филология фәндәре докторы, профессор (Ғ.Ғ.Хисамова, Т.Ә. Килдебәкова, Ф.Ғ. Фәтҡуллина, А.Р.Мөхтәруллина), 7 доцент (Ә.С. Мәхмүтова, И.М. Миниярова, Л.А. Пермякова, Л.Н. Ишморатова, И.Ғ. Ҡолһарина, Д.И.Хизбуллина), 1 өлкән уҡытыусы (С.Ю. Данилин) бар.