Рус әҙәбиәте һәм фольклор кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға

 

Рус әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы

 

450074, Өфө ҡ., З. Вәлиди ур., 32, 408-се каб.

 

Кафедра мөдирефилология фәндәре кандидаты, доцент Рима Хәниф ҡыҙы Яҡубова

 

Рус әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы – филология факультетының иң өлкән академик бүлексәләренең береһе. Ул 1957 йылда ойошторола һәм талантлы әҙәбиәтсе Моисей Григорьевич Пизов эшмәкәрлеге менән билдәләнгән Тимирязев исемендәге БДПИ-ның әҙәбиәт кафедраһы эшен дауам итә.

1950 йылдан башлап 22 йыл һуҙымында кафедра менән Н.А.Некрасов ижады буйынса күренекле белгес, филология фәндәре докторы, профессор Валериан Георгиевич Прокшин етәкселек итә. 30 йыл һуҙымында кафедра эшмәкәрлегендә төп ролде филология факультеты патриархы, филология фәненә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән билдәле фольклорист, тарих фәндәре докторы, профессор Лев Григорьевич Бараг уйнаны. Әкиәттәрҙе өйрәнеүгә арналған тикшеренеүҙәре, айырыуса «Belorussische Volksmarchen» тип аталған фундаменталь хеҙмәте Гумбольдт университетында (Берлин) баҫылып сыҡҡандан һуң уға халыҡ-ара танылыу килтерҙе. Л.Г. Бараг халыҡ-ара “Әкиәттәр энциклопедияһы” хеҙмәткәре, “Көнсығыш славян әкиәте” сюжеттарының систематик күрһәткесен төҙөүсе, Афанасьев әкиәттәренең фәнни баҫмаһы редакторы була. Тап ул 1974 йылда “РСФСР халыҡтары фольклоры” вуз-ара фәнни йыйынтығына нигеҙ һала һәм оҙаҡ йылдар редакторлай (хәҙерге көндә йыйынтыҡ «Рәсәй халыҡтары фольклоры» исеме аҫтында нәшер ителә). Л.Г. Бараг кафедра менән 1972 йылдан алып 1992 йылға тиклем етәкселек итә. Был осор кафедра эшмәкәрлегенең иң сағыу йылдары була: ошо осорҙа В.Г. Прокшиндың монографиялары донъя күрә, 1982 йылда Р.Г.Назировтың “Ф.М.Достоевскийҙың ижади принциптары” тип аталған күренекле хеҙмәте баҫыла, Л.Г. Барагтың уҡыусыһы доцент Л.И. Брянцева 1984  йылда «Башҡортостанда рус халыҡ йыр традицияһының хәҙерге торошо» темаһына диссертация яҡлай. Кафедра ветерандары, доценттар Людмила Владимировна Черных, Александр Иванович Глухов, Александра Васильевна Карякина А.Н. Островский, М.Ю. Лермонтов, Н.Г. Чернышевский кеүек рус классиктарының ижадын өйрәнеү менән шөғөлләнде. 1992 йылдан рус әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһы мөдире вазифаһын Ромэн Гафанович Назиров башҡара. 1996 йылда ул Урал дәүләт университетында (Екатеринбург) «Рус прозаһында Пушкина һәм Гоголь традициялары. Фабулаларҙың сағыштырма тарихы» темаһына докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Р.Г. Назиров үҙенең фәнни эшмәкәрлеген А.С. Пушкин, Н.В. Гоголь, Ф.М. Достоевский, А.П. Чехов ижадын өйрәнеүгә, рус-көнбайыш әҙәбиәте бәйләнештәрен һәм шулай уҡ әҙәбиәттә мифологик традицияларҙы тикшереүгә арнай. Париж (1990 й.), Нью-Йорк (1998 й.) һәм Баден-Баден (2001 й.) ҡалаларында үткәрелгән халыҡ-ара конференцияларҙа ҡатнашып һәм сығыш яһап, ул кафедрала Ф.М. Достоевский ижадын өйрәнеү буйынса тотош бер фәнни мәктәпкә нигеҙ һалды.

Бөгөнгө көндә кафедрала 6 уҡытыусы – 1 фән докторы, профессор С.А. Салова, 2  фән кандидаты, доцент (Р.Х. Якубова, Г.А. Әхмәтова), 2  фән кандидаты, өлкән уҡытыусы (Э.А.Евтушенко, С.С. Шаулов), 1 ассистент (В.А. Слободина) эшләй.

Рус әҙәбиәте һәм фольклоры кафедраһының төп йүнәлеше – тарихи-әҙәби процесста традициялыҡ һәм новаторлыҡ мәсьәләләрен тикшереү, «этник-ара фольклор һәм әҙәби бәйләнештәр» тип раҫланған дөйөм тема өҫтөндә эшләү. Уҡытыусылар халыҡ-ара һәм вуз-ара конференцияларҙа ҡатнаша, методик материалдар баҫтыра. Кафедра хеҙмәткәрҙәре тарафынан профориентация йүнәлешендә актив эш алып барыла: БДУ-ның филология факультеты янындағы Уҡыусыларҙың бәләкәй фәнни академияһында лекциялар уҡыла, жюри ағзаһы булараҡ республика һәм ҡала олимпиадаларында, Башҡортостан Республикаһы уҡыусыларының рус теле һәм әҙәбиәте буйынса БДИ эксперт комиссияһы составында, радио, телевидение аша сығыш яһай, Аксаков исемендәге премия биреү комиссияһы составында ҡатнаша. Бөгөнгө көндә кафедра үҙенең белем биреү миссияһын филологик белемде киң пропагандалауҙа, классиканы хәҙерге заман рухи процестарына яҡынайтыуҙа күрә.