Роман-герман филологияһы факультетының тарихы

Факультеттың үҫеш тарихында ике осорҙо билдәләргә мөмкин: уға нигеҙ һалынған ваҡыттан алып 50-се йылдарға тиклем һәм 50-се йылдарҙан алып бөгөнгө көнгә тиклем. Ауыр һуғыш йылдары һәм һуғыштан һуңғы йылдар факультетҡа юғары фәнни һәм методик кимәлгә күтәрелергә мөмкинлек бирмәй. 50-се йылдарға тиклем Башҡортостанда герман филологияһы буйынса ҙур фәнни ҡаҙаныштарға өлгәшеү тураһында һүҙ йөрөтөп булмай. 50-се йылдар башында Н.З.Диаров милли мәктәптәрҙә сит телдәрҙе, атап әйткәндә, инглиз телен уҡытыу мәсьәләләре буйынса мәҡәләләр серияһы баҫтыра. 1953 йылда ул педагогия фәндәре кандидатлығы дәрәжәһенә диссертация яҡлай. Н.З.Диаровтың хеҙмәттәре “Мәктәптә сит телдәр” (“Иностранные языки в школе”) журналында баҫыла (1949, №3; 1952, №6; 1954, №5).
 
50-се йылдар башында шундай эш немец һәм башҡорт телдәре материалында Р.О.Шенкнехт тарафынан башҡарыла. Был осорҙа шулай уҡ Г.Н.Коассендың урта мәктәптәрҙә сит телдәрҙе уҡытыу методикаһына арналған мәҡәләләре “Мәктәптә сит телдәр” журналында донъя күрә.
 
БДУ-ла герман һәм роман тел ғилемен үҫтереүҙә Ю.М.Скребнев ҙур роль уйнай, ул 7 йыл (1958-1965) инглиз теле кафедраһы мөдире булып эшләй. Уны регионда ғилми тикшеренеүҙәр менән актив шөғөлләнеүҙең өлгөһөн күрһәтте тиергә мөмкин. 1961 йылдан башлап БДУ-ла Волга буйы, Урал һәм Себер юғары уҡыу йорттары уҡытыусыларының ғилми конференциялары даими үткәрелә башлай. Ю.М.Скребневтың ғилми тикшеренеүҙәре кимәлен күҙ алдына килтереү өсөн ғалимдың ҡайһы бер хеҙмәттәрен атау ҙа етә: Уның “Инглиз теле стилистикаһы” немец теленә тәржемә ителә һәм инглиз телен өйрәнеүсе студенттар өсөн Германия вуздарында уҡыу әсбаптарының береһе итеп ҡулланыла; «К вопросу об ортологии» («Вопросы языкознания», 1961, № 1), сит ил журналдарында баҫылған мәҡәләләре “Zeitschrift fur Anglistik und Amerikanistik” (Philologica Pragensia, V., 1961, № 3) һ.б.
 
БДУ-нан һәләтле ғалимдар киткәндән һуң (Ю.М.Скребнев менән Р.Р.Каспранский Горький ҡалаһының сит телдәр институтына кафедра мөдирҙәре итеп саҡырыла, Г.И.Богинды Калинин (хәҙерге Тверь) дәүләт университетына саҡыралар) факультетта германистика өлкәһендә “тынлыҡ” осоро башлана. СССР Юғары белем министрлығының үҙәктә һәм үҙәктән ситтәге юғары уҡыу йорттарында аспирантураларҙа белгестәр әҙерләү аша фәнде үҫтереүгә йүнәлтелгән сәйәсәте башланғас ҡына БДУ-ла германистика яңы һулыш ала. Егерме йылда (1960-1980 йй.) аспирантурала факультет өсөн 20-нән ашыу уҡытыусы әҙерләнә, уларҙың күбеһе диссертацияларын Мәскәү менән Санкт-Петербургтың диссертацион советтарында яҡлай (Каспранский Р.Р., Кошляк А.Б., Шутникова Р.С., Хамзина С.Г., Майоров А.П., Әсфәндийәров Р.Р., Латыпов Ч.Ю., Мерәсов Р.З., Антышев А.Н., Виноградова Р.И., Кузиков В.В., Аксенова Г.Н., Сухарева М.С., Кәримова Т.Ф., Чанышева З.З., Кәлимуллина В.М. һ.б.). Беҙҙең университет өсөн ғилми дәрәжәле белгестәр әҙерләүҙә бигерәк тә Мәскәү дәүләт сит телдәр институтының (хәҙерге Мәскәү дәүләт лингвистика университеты), М.Д.Степанова, Е.И.Шендельс, Л.С.Бархударов, Р.З.Гинзбург, О.И.Москальская, И.И.Чернышева, С.С.Хидекель, И.Р.Гальперин, А.Д.Швейцер кеүек күренекле лингвистарҙың роле ҙур була.
 
1990 йылда факультеттың деканы итеп проф. Р.З.Мерәсов һайлана, был ваҡытта факультетта бер фән докторы эшләгән була. Шунан һуңғы 17 йылда ун дүрт уҡытыусы докторлыҡ диссертациялары яҡлай: Рәсәй Фәндәр академияһында Л.А.Аҙнабаева, О.И.Таюпова, МДУ-ла В.П.Смышляева, Л.К.Мазунова, МДЛУ-ла В.И.Хәйруллин, Санкт-Петербург университетында Л.Ә.Фәтихова, Кубань университетында В.М.Кәлимуллина, Ҡазан университетында Л.М.Зәйнуллина. БДУ советы ултырыштарында (предс. проф. Л.М.Васильев) С.Ғ.Шафиҡов, С.В.Иванова, З.З.Чанышевалар докторлыҡ диссератцияларын яҡлай.
 
Факультеттың рейтингы Рәсәйҙең сит телдәр факультеттары араһында бик юғары. Роман-герман филологияһы факультеты уҡытыусылары Рәсәйҙең киң билдәле "Вопросы языкознания” һәм “Филологические науки” журналдарында 20-нән ашыу мәҡәлә баҫтырған.
 
Германистика һәм сағыштырма тел ғилеме өлкәһендәге ғилми тикшеренеүҙәр кимәле 1998 йылда факультетта кандидатлыҡ диссертациялары яҡлау буйынса совет, ә 2008 йылда “Герман телдәре” һәм “Тел теорияһы” специальностары буйынса докторлыҡ һәм кандидатлыҡ советтары асырға мөмкинлек бирә. Хәҙерге көнгә тиклем был советтарҙа Башҡортостан Республикаһы менән Татарстандан, Ырымбур, Силәбе өлкәләренән, Омск, Төмән һ.б. ҡалаларҙан 170-тән ашыу диссертация яҡланған.