Регионды өйрәнеү һәм дәүләт-муниципаль идаралығы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире – социология фәндәре кандидаты, доцент Терелецкова Елена Валентиновна
 
Регионды өйрәнеү һәм дәүләт-муниципаль идаралығы кафедраһы Академия структураһында 2000 йылда ойошторола.
 
Кафедра “Регионды өйрәнеүсе” һәм “Менеджер” квалификациялы “Регионды өйрәнеү”, “Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ” специальностары буйынса белгестәр әҙерләй. Студенттарҙың дөйөм һаны 300-ҙән ашыу.
 
 
 
 
Кафедрала түбәндәге предметтар уҡытыла: Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ системаһы, Региональ экономика һәм идаралыҡ, Дәүләт һәм муниципаль финанстар, Ойоштороу теорияһы, Халыҡты территориаль ойоштороу, Муниципаль милек менән идара итеү, Рәсәҙең социаль-политик системалары, Демография, Геополитика, Башҡортостанда крайҙы өйрәнеү.
 
Академия уҡытыусылары ижади семинарҙар, эшлекле уйындар, тестар, белем рейтингылары кеүек әүҙем уҡытыу методикалары буйынса эшләй. Уҡытыу процесында уҡытыусылар тарафынан эшләнгән уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалар, электрон әсбаптар һәм китапханалар, видео- һәм аудиоматериалдар ҡулланыла.
 
Кафедрала түбәндәге уҡытыусылар эшләй: тарих фәндәре докторы, профессор Ф.Г.Сафин, социология фәндәре кандидаты, доцент Е.В.Терелецкова тарих фәндәре кандидаты О.А.Полянина, экономика фәндәре кандидаты, доцент Г.Р.Смирнова, тарих фәндәре кандидаты, доцент И.М.Минеева, Н.И.Бубличенко, А.Л.Банников, Р.И.Агиев.