Региональ экономика кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Өфө ҡ., Карл Маркс ур.,  3/4 й., 307-се каб.
Тел. (347) 229-96-08          
 
Кафедра мөдире  – Шәкирова Сәмсинур Мөбәрәк ҡыҙы, иҡтисад фәндәре кандидаты, профессор, БР-ның атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре
 
Кафедра 2001 йылда ойошторолған. Кафедра 080507.65 «Ойошма менеджменты» специальносы буйынса юғары профессиональ белемле белгестәр әҙерләй.
 
Был йүнәлеш буйынса түбәндәге фәндәрҙе уҡытыу ҡаралған: идара итеү ҡарарҙары варианттарын эшләү процестары һәм социаль-иҡтисади эффектлы һәм экологик яҡтан хәүефһеҙ критерийҙарҙан сығып оптималь һайлап алыуҙы нигеҙләү; социаль-иҡтисади шарттарҙы һәм идаралыҡтың конкрет формаларын баһалау буйынса аналитик, тикшеренеү  эштәрен ойоштороу механизмы; заманса социаль-иҡтисади диагностика үткәреү методтары, маркетинг, коммерция, реклама һәм төрлө бүлектәрҙә, берләштерелгән предприятиеларҙың патент-лицензия эштәре буйынса дөйөмләштерелгән характеристика ҡабул итеү; мәғлүмәтте эҙләү, йыйыу, системалаштырыу һәм файҙаланыу үҙенсәлектәрен, ойоштороу һәм иҫәпләү техникаһы сараларын практик файҙаланыу; идара иткән объекттарҙа социаль-иҡтисади процестарҙың үҫешен прогнозлау һәм уларҙың торошон иҡтисади, социаль һәм ойоштороу үҫешенең потенциаль мөмкинселектәре буйынса баһалау.
 
Кафедра уҡыған мөһим дисциплиналар: менеджмент нигеҙҙәре, маркетинг, ойошма теорияһы, ойоштороу тәртибе, региональ идаралыҡ, персонал  менән етәкселек итеү, сифат менән идара итеү, хужалыҡ хоҡуғы, предприятие иҡтисады, хужалыҡ эшмәкәрлеген анализлау. Махсус дисциплиналар иҫәбендә түбәндәге курстар уҡыла: идаралыҡ мәсьәләләре, персонал менән етәкселек, идара итеү системаһын тикшереү, кризисҡа ҡаршы идаралыҡ, контроллинг, инновацион менеджмент, стратегик менеджмент.
 
Кафедра “Региондарҙың социаль-экономик үҫешенең приоритет йүнәлештәре” рамкаһында фәнни-тикшеренеүҙәр алып бара. Кафедраның бар ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге Башҡортостан Республикаһының социаль-экономик үҫеше менән идара итеү проблемаларына йүнәлдерелгән. Кафедраның профессорҙары һәм уҡытыусылар составы Башҡортостан Республикаһы региондарының социаль-иҡтисади үҫешенең приоритет йүнәлештәрен билдәләгән кәрәкле мәғлүмәтте йыйыуҙа һәм анализлауҙа ҡатнаша. Кафедра РФА ӨҒҮ-нең Социаль-иҡтисади тикшеренеүҙәр институты, урта дөйөм белем биреү учреждениелары менән тығыҙ ғилми бәйләнештә эшләй.
 
Хәҙерге көндә кафедрала 17 кеше эшләй, шуларҙың  9 кешеһе ғилми дәрәжә һәм звание менән, 8 өлкән уҡытыусы һәм 1 ассистент. Кафедра коллективы үҙенең белемен камиллаштырыу өҫтөндә өҙлөкһөҙ эшләй. Етәкселектең ҡайғыртыусан ҡарашы һөҙөмтәһендә кафедрала бер-береңде аңлау һәм үҙ-ара ярҙам итеү атмосфераһы булдырылған, уҡытыусыларҙың фәнни үҫеше һәм квалификацияһын күтәреүе хуплана һәм дәртләндерелә.
 
Кафедра уҡытыусылары эшмәкәрлегенең мөһим урынын студент фәне алып тора. Ҡуйылған маҡсатҡа ярашлы студенттар араһында иҡтисадтың фукциялауының актуаль мәсьәләләренә арналған коллоквиумдар, семинарҙар һәм конференциялар үткәрелә.  Студенттарҙың фәнни эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре булып иҡтисад йүнәлеше буйынса вуз студенттары араһында ойошторолған олимпиадаларҙа, төрлө кимәл хужалыҡтың иҡтисади проблемалары буйынса студенттарҙың фәнни эштәре конкурсында, кризисҡа ҡаршы идаралыҡ буйынса «түңәрәк өҫтәл»дә, ойошма иҡтисады буйынса «түңәрәк өҫтәл» эшендә ҡатнашыу тора.  2004 йылдан алып “Тотороҡло үҫеш: проблемалар һәм перспективалар” тема сиктәрендә студенттарҙың фәнни-ғәмәли конференцияһы йыл да үткәрелә.
 
Кафедра сығарылышы студенттары хеҙмәт баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙаланыла.
 
Кафедраның Башҡортостан Республикаһының иҡтисади үҫеш һәм сауҙа министрлығы, БР-ның сәнәғәт сәйәсәте, тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрлығы, «Башкиргражданпроект» предприятиеһы, «Башстрой» идаралығы етәкселеге, күп банктар һәм башҡа ойошмалар менән тығыҙ бәйләнештәре БДУ уҡытыусылары һәм студенттары коллективының производствола эшләүселәр менән эшлекле һәм фәнни контакттарын нығытыуға килтерә. Башҡарылған бар был эш студенттарҙың аң даирәһен киңәйтергә һәм уларға реаль мәғлүмәт алырға ярҙам итә.