Программалау һәм иҡтисад информатикаһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

 
Кафедра мөдире:
физика-математика фәндәре докторы, профессор
Юлмухаметов Ринад Салауат улы

 

«Информатика һәм программалау теориһы» исеме аҫтында кафедра 1991 йылда барлыҡҡа килә. Ул математика факультетының һигеҙенсе, «Прикладлы математика һәм информатика» йүнәләшенең дүртенсе кафедраһы була. Кафедраның беренсе мөдире, һуңынан конкурс аша һайланған, физика-математика фәндәре докторы, профессор Нуриев Ринат Мисбәх улы була. Р.М.Нуриевтың 1994 йылда Өфөнән күсеп китеү арҡаһында, яңы мөдир булып физика-математика фәндәре докторы, профессор, БР ФА ағза-корреспонденты Юлмөхәмәтов Ринад Салауат улы тәғәйенләнә. 1995 йылда кафедра «Иҡтисад информатикаһы һәм программалау» тип атала башлай. 2009 йылдың август айында физика-математика фәндәре, профессор Кризский Владимир Николай улы кафедраның яңы мөдире булып ҡуйыла, һуңынан һайлап алына.
 
Кафедра ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:
  • бөтөн һәм субгармоник функциялар теорияһы;
  • преприятияларҙың эшмәкәрлегенең финанс анализы;
  • геоинформацион технологиялар;
  • тәбиғәт белемендә параллель иҫәпләү технологиялары.
1994 йылдан алып, кафедра сығарылыш студенттары 14 кандидат һәм доктор диссертацияһы яҡланы. Был специализация студенттары һәм кафедра сотрудниктары күп тапҡыр БР һәм РФ президенты стипендияттары булдылар, кафедра әҙерләгән программистар командаһы өс тапҡыр программалау буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында призер булды.
 
2006 йылда БДУ кафедраһы ҡарары буйынса, иҫәпләү кластеры ебәрелде һәм юғары етештереүле иҫәпләү технологиялары буйынса тикшеренеүҙәр башланды. Һуңғы ике йыл эсендә БР ФА ГНТП сигендә “БР-ҙың геоинформацион мәғлүмәттәр базаһы өсөн программа етештереү” тигән ғилми тикшеренеүҙәр алып барыла.
 
Кафедра БР ФА-ның Дәүләт фәнни-техник программаһы һәм Рәсәйҙең фундаменталь тикшеренеүҙәр фонды гранттары менән ҡеүәтләнгән “Бөтөн һәм плюрисубгармоник функция” тикшеренеүҙәрен алып бара (Етәксе- ф-м.ф.д., БР ФА ағза-корр. Юлмөхәмәтов Р.С.).
 
“Процесстарҙы һәм системаларҙы математик моделләү” (Етәксе-ф-м.ф.д. Кризский В.Н.) йүнәлешендә тикшеренеүҙәр үткәрелә. Уның эшмәкәрлеге эсендә яңы моделдәр, яңы ысулдар, математик физикала тура һәм корректһыҙ кире мәсьәләләрҙе сисеү (геофизика мәсьәләләренә тәғәинләнешле) программалар һәм параллель алгоритмдар комплекстары төҙөлә. 
 
“Геоинформацион технологиялар” (Етәксе- ф-м.ф.д., БР ФА ағза-корр. Юлмөхәмәтов Р.С.) темаһына ғилми-тикшеренеү һәм практик эштәр дауам ителә. Ул БР ФА-ның Дәүләт фәнни-техник программаһы гранты менән ҡеүәтләнгән.
 
ГИС технологияларын ҡулланыу, механизмдарға һәм күсемһеҙ мөлкәткә баһа биреү өсөн ысулдар табыу, нефть һәм газ скважиналарын хеҙмәтләндерерҙә һәм итерацион процесстар теория ҡушымтаһы, итерацион процесстар расчеттарын юғары етештереүле иҫәпләү һорауҙары буйынса тикшеренеүҙәр алып барыла.
 
Кафедра РФА-ның Ер Физикаһы Институтының геоэлектромагнит тикшеренеү Үҙәге (Мәскәү ҡ.), РФА-ның ВЦ УНЦ математика Институты     (Өфө ҡ.), РФА-ның УрО Тау институты (Пермь ҡ.); РФА-ның УрО геофизика Институты (Екатеринбург ҡ.); БР-ҙың иҡтисад һәм .... үҫеше Министерствоһы, БР-ҙың тышҡы иҡтисад эшҡыуарлыҡ, һатыу һәм бәйләнеш Министерствоһы, БР МЧС БЖД НИИ, БР ФА-ның прикладлы тикшеренеү Институты (Стәрлетамаҡ ҡ.), М.В.Ломоносов исемендәге МДУ; СилДУ, КУрДУ (Силәбе ҡ.), МаДУ (Магнитогорск ҡ.); Урта Волга математик йәмғиәте, МордДУ (Саранск ҡ.), НПФ “ИНТЕГРО” (Өфө ҡ.) менән тығыҙ бәләнештә.
 
Уҡытыу эше.
 
Кафедра түбәндәге төп курстар уҡый: Дискрет математика; Математик логика; Математик логика һәм алгоритмдар теорияһы; Информатика; Программалау телдәре һәм трансляция ысулдары; ЭВМ-да практикум; Мәғлүмәт базаларын проектлау һәм эксперт системалары; Системлы һәм прикладлы программа обеспечениеһы; ЭВМ-ды ойоштороу һәм функциялаштырыу; Операцион системалар; Финанс-иҡтисад анализы; Информацион ресурстар менән етәкселек итеү.
Магистранттарға курстар: Ҡабарынҡы анализ; SH-функциялар теорияһы; PSH-функциялар теорияһы; Ғилми һәм инженер тикшеренеүҙәрҙә программа обеспечениеһы; БД-ны проектлау; Геоинформацион технологиялар; Параллель иҫәпләүҙәр.
 
Специализация курстары: Ҡабарынҡы анализ; Образдарҙы танып-белеү математик ысулдары; Матфизиканың тура һәм кире мәсьәләләрҙе сисеү ысулдары; Программистарға графтар теорияһы; Интернет-технологиялар, интернет-программалау; Нейроинформатика; Етештереү менән етәкселек итеүҙең информацион-компьютер технологиялары; Бухгалтер учетына инеш; Иҡтисадта анализ; Иҡтисад-математика ысулдары һәм прикладлы моделдәр; Иҡтисадта информацион технологиялар.
Кафедра Өфө ҡалаһының 42-се,45-се,114-се һанлы мәктәптәрҙең һәләтле уҡыусылыры менән эш алып бара, мәктәп уҡыусыларына математика буйынса ҡала һәм республика олимпиадаларын, йәйге математик лагерҙар ойоштороуҙа ҡатнаша.
 
Үҙенең специализацияһы буйынса кафедра белгестәр сығара, ә улар IT–технологиялар өлкәһендә юғары баһалана һәм эшкә алына.