Политология кафедраһы

Кафедра тураһында | ХеҙмәткәрҙәрСтуденттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире:
тарих фәндәре докторы, профессор
Никифоров Юрий Никифорович
 
Башҡорт дәүләт университетының политология кафедраһы – Башҡортостан Республикаһының юғары белем биреү системаһында берҙән-бер махсуслашҡан кафедра. Ул 1965 йылдан алып эшләгән ғилми коммунизм  кафедраһы уҡытыусылары коллективы базаһында 1991 йылда ойошторола. Хәҙерге ваҡытта политология кафедраһы составында  3 фән докторы, профессор, 7 фән кандидаты, 2 лаборант эшләй.
  
2001 йылдан кафедра политология буйынса белгестәр әҙерләй. Йыл һайын уҡырға 25 студент ҡабул ителә. Хәҙерге ваҡытта “политология” йүнәлеше буйынса факультетта 100-ҙән ашыу студент уҡый. 2006 йылда беренсе сығарылышты 20 белгес  тамамлап, политолог дипломына эйә булды.  2007 йылда икенсе сығарылышты 20 белгес, 2008 йылда өсөнсө сығарылышты 20 белгес тамамланы.
  
Кафедрала 1981 йылдан көндөҙгө һәм ситтән тороп уҡыу формалары булған аспирантура, ғилми дәрәжәгә дәғүә итеү буйынса институт эшләй. Кафедра тарафынан 70-тән артыҡ фән кандидаты әҙерләнгән. 1998 йылдан сәйәси фәндәр йүнәлеше буйынса кандидатлыҡ  диссертациялары яҡлау буйынса Совет эшләй. Советтың эшләү осоронда кафедрала 100-ҙән ашыу диссертацион эш философия һәм сәйәси фәндәр кандидаты ғилми дәрәжәһенә яҡлауға тәҡдим ителде. 2008 йылда 23-00-01, 23-00-02 – сәйәси фәндәр йүнәлеше буйынса  Д. 212. 013. 13 докторлыҡ советы асылды.
 
БДУ-ның политология кафедраһы Өфөлә профиле буйынса  берҙән-бер үҙ аллы кафедра. Ул республика юғары уҡыу йорттарының политология ғалимдары һәм уҡытыусыларының ғилми-тикшеренеү һәм уҡыу-методик эшен координациялай, юғары квалификациялы ғилми-педагогик кадрҙар әҙерләй. Кафедра  философия һәм социология, тарих факультеттары, хоҡуҡ институты студенттарына политология буйынса махсуслашыу үткәрә.
 
Политология кафедраһы коллективы студенттарҙы уҡыу-методик әҙәбиәт менән тәьмин итеү буйынса уңышлы эшләй. Илебеҙҙә тәүгеләрҙән булып кафедра 1992 йылда проф. Ю.Н.Никифиров редакцияһында ике өлөштән торған “Политология. Лекциялар курсы”н әҙерләп һәм баҫтырып сығарҙы (1993 йылда китап яңынан нәшер ителде).  1994 йылда проф. Ю.Н.Никифиров тарафынан “Политология нигеҙҙәре” донъя күрҙе (1996 һәм 1998 йылдарҙа ҡайтанан баҫтырылды). 1998 йылда проф. Ю.Н. Никифоров  “Политология. Лекциялар курсы” китабын, “Политология. Экстерн-дәреслек” кеүек хеҙмәттәр әҙерләп сығарҙы. Университет студенттары кафедра уҡытыусылары тарафынан әҙерләнгән политология курсы программаһы һәм семинар дәрестәр планы менән тәьмин ителгән. 2004 йылда студенттар өсөн “Политологияға инеш” уҡыу-методик әсбабы нәшер ителде.
 
“Политология” йүнәлеше буйынса уҡыу процесын юғары квалификациялы белгестәр алып бара: Ю.Н. Никифоров –  тарих фәндәре докторы, профессор, А.А. Вальков – философия фәндәре докторы, профессор, Р.М. Төхвәтуллин – социология фәндәре докторы, профессор, Л.И. Бенина – философия фәндәре кандидаты, доцент, А.Ю. Никифоров – сәйәси фәндәр кандидаты, доцент, Н.А. Евдокимов – сәйәси фәндәр кандидаты, доцент, Л.С. Абдуллина – философия фәндәре кандидаты, доцент, К.В. Фадеев – сәйәси фәндәр кандидаты, доцент, А.С. Иванов – сәйәси фәндәр кандидаты, өлкән уҡытыусы.