Педагогика кафедраһы

Педагогика һәм психология кафедраһы1924 йылда Халыҡ мәғарифы Өфө институтында ойошторола һәм Тимирязев К.А. исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институтының яңы педагогика һәм психология кафедраһы өсөн база булып тора. 1933 йылдан 1947 йылға тиклем педагогика һәм психология кафедралары айырым эшләй, 1948 йылда бер кафедраға берләшә һәм 1957 йылда Башҡорт дәүләт университетының педагогика кафедраһы тип исемләнә. 1980 ул 2 үҙ аллы кафедраларға бүленә: педагогика кафедраһы һәм психология кафедраһы. Төрлө йылдарҙа педагогика кафедраһын доценттар Н.Д.Чижов, Ф.Н.Тимиргазин, П.В.Глухов, А.А.Еникеев, Г.Н.Фәтихов, профессор Г.М.Мортазин, доцент Р.А.Кудашев, педагогия фәндәре докторы, профессор Х.Х.Баймырҙин етәкләй. Хәҙер Башҡорт дәүләт университетының педагогика кафедраһы мөдире- педагогия фәндәре докторы, профессор В.И.Баймырҙина.
 
Кафедрала 11 уҡытыусы эшләй: 3 фән докторы(Х.Х.Баймырҙин, В.И.Баймырҙина, З.А. Багишаев), 8 фән кандидаты һәм доцент.
 
Педагогика кафедраһы уҡыу-уҡытыу, ғилми-тикшеренеү, тәрбиәүи йүнәлештә эш алып бара. Төп ғилми-тикшеренеү проблемаһы булып белем биреү технологияларын эшкәртеү тора. Кафедра БР һәм РФ региондары өсөн квалификациялы белгестәр әҙерләй.
 
Кафедра педагогика һәм психология буйынса белеме булмаған БР урта махсус уҡыу йорттары һәм юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары өсөн квалификация күтәреү курстары үткәрә. Кафедра ағзалары БР уҡыу-уҡытыу программаларын эшләүҙә актив ҡатнашалар, мәктәп, урта махсус уҡыу йорттары һәм юғары уҡыу йорттарының уҡыу процесына белем биреү технологияларын индереү һәм һынап ҡарау өсөн республика, ҡала эксперименталь майҙансыҡтарының ғилми етәкселәре булып торалар.
Педагогия фәндәре докторҙары, профессорҙар Х.Х.Баймырҙин һәм В.И.Баймырҙинаның үҙ ғилми мәктәбе эшләп килә. Улар етәкселегендә Башҡортостан Республикаһы һәм РФ башҡа төбәктәренән аспиранттар, ғилми тикшеренеүселәр диссертацион эҙләнеүҙәр алып баралар.