Онтология һәм танып-белеү теорияһы кафедраһы

Кафедра тураһында | ХеҙмәткәрҙәрСтуденттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире: философия фәндәре докторы, профессор Ғәлимов Баязит Сабирйән улы
 
Онтология һәм танып-белеү кафедраһы үҙенең йылъяҙмаһын 1938 йылда К.А.Тимирязов исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия институты янында социаль-иҡтисади дисциплиналар кафедраһы ойошторолоуҙан башлай. Уның тәүге мөдире булып доцент Андрей Артемьевич Ушаков эшләй. 1939 йылда кафедраның исеме үҙгәртелә һәм ул “Марксизм-ленинизм кафедраһы” тип атала башлай. 1951/1952 уҡыу йылында ул философия һәм логика кафедраһы тип үҙгәртелә. Һуңғараҡ, 80-се йылдарҙа философия һәм логика кафедраһы базаһында ике яңы кафедра – философия һәм логика, эстетика һәм культурология кафедралары барлыҡҡа килә.
 
2001 йылда, философия һәм социология факультеты ойошторолғас, философия буйынса дисциплиналарҙың дифференциацияһы дауам итә һәм философия кафедраһынан фәндең философияһы һәм методологияһы (2001) һәм фәндең һәм философияның тарихы кафедралары (2003) айырылып сыға. 2007 йылда философия кафедраһы онтология һәм танып-белеү теорияһы кафедраһы тип атала башлай.
 
Төрлө йылдарҙа кафедра мөдирҙәре булып Александр Никифорович Маслин, Семен Филиппович Захарин, Орест Владимирович Трахтенберг, Иван Игнатьевич Вайснер, Г.И.Масленников, М.Ф. Родин, Галяв Серазетдинович Исмәғилов, Тәүфиҡ Ғәзулхаҡ улы Солтанғузин, Фәһим Биньамин улы Садыҡов, Александр Федорович Кудряшев, Баязит Сабирйән улы Ғәлимов (1995 йылдан алып) эшләй.
 
Хәҙерге ваҡытта онтология һәм танып-белеү кафедраһы философия, социаль философия, махсус философик дисциплиналар буйынса университеттың гуманитар факультеттарында дәрестәр алып бара.
 
«Философия» специальносы буйынса уҡытыу процесын түбәндәге юғары квалификациялы белгестәр тормошҡа ашыра: философия фәндәре докторы, профессор, кафедра мөдире в.б. С.М.Поздяева, философия фәндәре докторы, профессор И.В.Фролова, философия фәндәре докторы, доцент Р.Х.Лоҡманова, философия фәндәре кандидаты, доцент З.Н. Хәбибуллина, сәйәси фәндәр кандидаты, доцент С.Б. Горбачев, философия фәндәре кандидаты, доцент А.А. Аҡчурина, философия фәндәре кандидаты, ассистент Э.В. Юлдашев.
 
Кафедрала социаль философия буйынса теоретик семинар эшләй (етәксеһе  – профессор С.М. Поздяева).  Кафедра янында профессорҙар етәкселегендә аспирантура һәм докторантура бар. Онтология һәм танып-белеү теорияһы кафедраһы уҡытыусылары социаль философия, онтология һәм танып-белеү теорияһы буйынса башҡарылған диссертацион эштәргә рецензиялар яҙа.
 
Кафедра Башҡорт дәүләт университетының тематик планының “Хәҙерге Рәсәй үҫешенең социаль һәм рухи факторҙары” йүнәлеше сиктәрендә тикшеренеүҙәр алып бара.
 
Кафедраның ғилми-тикшеренеү эштәренең темаһы:
  • Донъя картинаһында кеше проблемаһы (етәксеһе – проф. Б.С. Ғәлимов);
  • Рәсәй йәмғиәтендә рухи ҡаршылыҡтар һәм уларҙың Башҡортостандағы үҙенсәлектәре (етәксеһе – проф. С.М. Поздяева);
  • Хәҙерге социумда ҡатын-ҡыҙҙың үҫеше проблемаһы: теоретик һәм и практик аспекттары (етәксеһе – проф. С.М. Поздяева).
Күрһәтелгән ғилми йүнәлештәр буйынса кафедрала теоретик-методологик семинар эшләй, унда уҡытыусылар, докторанттар һәм аспиранттар үҙҙәренең теоретик эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһе менән сығыш яһай.