Эшҡыуарлыҡтың комплекслы именлеге башҡорт академияһы яңылыҡтары

12.12.2011 - Иғлан!

07.12.2011 «Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты» айырым маҡсатлы республика программаһы – уҡырға бер ҡасан да һуң түгел!

2011 йылдың 7 декабрендә Башҡорт дәүләт университеты эргәһендәге Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһында «Өлкәндәр өсөн халыҡ университеты» айырым маҡсатлы республика программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә өлкән йәштәгеләрҙе уҡытыу буйынса дәрестәр тамамланды. 2011 йылдың октябренән декабренә тиклем 140 кеше унда дәрестәр тыңланылар.  »»»

19.11.2011 - Башҡорт дәүләт университетында Асыҡ ишектәр көнө!

2011 йылдың 19 ноябрендә “Башҡорт дәүләт университеты дуҫтарын йыя” сараһы рамкаһында администрация һәм   Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһының студенттары буласаҡ абитуриенттар менән осрашты.  »»»

10.11.2011 - «Ҡала мөхите» фестивале: «Ҡала мөхите картаһы» фотопроекты!

Фестивалдең ойошторма комитеты Өфө халҡын «Ҡала мөхите картаһы» фотопроектында ҡатнашырға саҡырып мөрәжәғәт итә.  »»»

2011 йылдың 4 ноябре – Халыҡтар берҙәмлеге көнө!

2011 йылдың 3 ноябрендә Башҡорт дәүләт университеты эргәһендәге Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһында “Халыҡтар берҙәмлеге көнө”нә бағышланған мәҙәни сара үтте. Ҡотлау һүҙе менән Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһының директоры  Уразова Әминә Илдус ҡыҙы сығыш яһаны. Сараның форматы – студенттар һайлап алған донъя державаһын яҡлап сығыш яһау булды.  »»»

01.11. 2011 - Сәләмәт йәшәү рәүеше!

2011 йылдың 1 ноябрендә Башҡорт дәүләт университеты эргәһендәге Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһының студенттары менән Наркотиктарҙың әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы һәм “Эскелеккә һәм наркоманияға – юҡ” коммерцияға ҡарамаған фонды вәкилдәренең осрашыуы булды.  »»»

«Ҡала мөхите» фестивале волонтерҙар йыя!

«Ҡала мөхите» исемле VII социаль реклама фестиваленең ойошторма комитеты фестивалде ойоштороуҙа ҡатнашыу өсөн волонтерҙар йыя. Кастинг 2011 йылдың 9 ноябрендә түбәндәге адрес буйынса үткәрелә:  »»»

28.10.2011 - Иғлан!

2011 йылдың 11 ноябрендә 15.00 сәғәттә Башҡорт дәүләт университеты эргәһендәге Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһы хеҙмәт коллективының ултырышы була.  »»»

28.10.2011- Рәхмәт һүҙе!

ЮНЕСКО эштәре буйынса БР Комитеты Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһының маркетинг һәм реклама кафедраһына “Итальян акценты” фотокүргәҙмәһен үткәреүгә булышлыҡ иткәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе.   »»»

28.10.2011- Ҡотлайбыҙ!

Гуманитар дисциплиналар кафедраһы мөдире, доцент Хәбибуллина Айгөл Рәфҡәт ҡыҙын тарих фәндәре докторы ғилми дәрәжәһен алыуы менән ҡотлайбыҙ. Докторлыҡ диссертацияһының темаһы: “Историко-культурные центры как форма оптимизации этнической идентичности и межэтнических коммуникаций в Республике Башкортостан”.   »»»