Уҡыу-уҡытыу һәм методик идаралыҡ

Уҡыу-уҡытыу һәм методик идаралыҡ
Уҡыу-уҡытыу һәм методик идаралыҡ начальнигы:
Родионова Светлана Евгеньевна
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Уҡыу-уҡытыу һәм методик идаралыҡ – университеттың уҡыу һәм уҡытыу-методика эштәрен планлаштыра, ойоштора һәм контролдә тота торған төп структур подразделениеһы. Уҡыу-уҡытыу бүлеге университет ойошторолған көндән алып эшләй. Тәүҙә ул уҡыу процесын ойоштороу, факультеттар менән кафедраларҙы документтар менән тәьмин итеү, сәғәттәр иҫәбен төҙөүҙе контролдә тотоу, уҡытыусыларҙың уҡытыу сәғәттәрен бүлеүҙе һәм уларҙың үтәлешен контролдә тотоу, производство һәм педагогик практикаларҙы ойоштороу һ.б. менән шөғөлләнә. 1991 йылда уҡыу-уҡытыу һәм методик бүлек тип үҙгәртелә. 2003 йылда уҡыу-уҡытыу һәм методик идаралыҡҡа (УМУ) әйләндерелә.
 
Уҡыу-уҡытыу һәм методик бүлектәр Сибай, Стәрлетамаҡ, Нефтекама филиалдарында бар. Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институтында, Эшҡыуарлыҡтың комплекслы хәүефһеҙлеге башҡорт академияһында, экономика факультетында айырым уҡыу-уҡытыу һәм методик бүлектәр эшләй.
 
Уҡыу-уҡытыу һәм методик идаралыҡ:
  • бөтә уҡытыу формалары буйынса уҡыу процесын планлаштыра, ойоштора һәм контролдә тота;
  • студенттарҙың практикаларын үткәреүҙе ойоштора һәм контролдә тота;
  • бөтә уҡытыу формалары буйынса студенттар контингенты буйынса мәғлүмәттәр базаһын төҙөй һәм күҙәтеп бара;
  • уҡытыусыларҙың квалификацияларын күтәреүҙе планлаштыра һәм ойоштора;
  • университеттың уҡытыу эшмәкәрлеге мәсьәләләре буйынса отчеттар төҙөй;
  • уҡытыусыларҙың уҡытыу сәғәттәрен бүлеүҙе, уҡытыусыларҙың эш сәғәттәре карточкаларын төҙөүҙе автоматлаштырыу системаһын индерә;
  • факультеттарҙа уҡытыуҙың һәм студенттарҙың өлгөрөшөн баһалауҙың модуль-рейтинг системаһын индереү һәм уны ҡулланыу эшен координациялай;
  • уҡытыусыларҙың эшен рейтинг системаһы буйынса баһалау һәм эш хаҡына ай һайын стимуллау өсөн түләүҙәр фондынан өҫтәмәләр билдәләү өсөн документация йыя һәм уларҙы тикшерә;
  • уҡытыуҙың баҫҡыслы системаһына күсеү буйынса эш башҡара;
  • уҡытыу процесына инновацион технологиялар, уҡытыуҙың интерактив алымдарын индереү пландарын эшләй һәм был эште координациялай;
  • юғары уҡыу йортон аккредитациялау өсөн материалдар йыя;
  • уҡытыусыларҙың хеҙмәт тәртибен, студенттарҙың дәрестәргә йөрөшөн даими тикшерә, аудитория фондтарын ҡулланыуҙы күҙәтә һәм оптималләштерә, дәрестәр теҙмәһен контролдә тота һ.б.
Уҡыу-уҡытыу һәм методик идаралыҡ составына:
  • уҡыу процесы мониторингыһы һәм статистика бүлеге;
  • инновацион технологиялар һәм баҫҡыслы уҡытыу секторы;
  • лицензиялау һәм аттестация секторы;
  • диспетчер хеҙмәте инә.
Уҡыу-уҡытыу һәм методик идаралыҡтың төп маҡсаты – университетта уҡыу-уҡытыу процесын камиллаштырыу, модернизациялау һәм оптималләштереү, шулай уҡ университеттың структур подразделениеларының уҡыу процесын ойоштороу өлкәһендә эшен етәкләү, координациялау һәм контролдә тотоу.