Археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире – тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының юғары профессиональ белем биреүҙең Почетлы хеҙмәткәре Нәзир Мырҙабай улы Ҡолбахтин
 
Археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһы 1989 йылда ойошторола. 2000 йылға тиклем кафедра мөдире булып уға нигеҙ һалыусы тарих фәндәре докторы, профессор, Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы академигы Н.А.Мәжитов эшләй. 2000 йылдың декабренән бөгөнгө көнгә тиклем кафедра менән Н.М.Ҡолбахтин етәкселек итә.
 
Тәүге осорҙа археология, боронғо һәм урта быуаттар тарихы кафедраһында СССР тарихы һәм дөйөм тарих кафедраһы уҡытыусылары дәрестәр алып бара. Һуңғараҡ кафедра БДУ һәм МДУ аспирантураһы тамамлаған йәш белгестәр менән тулылана. Бөгөнгө көндә археология, боронғо һәм урта быуаттар кафедраһында 3 профессор, 3 доцент һәм 1 өлкән уҡытыусы эшләй.
 
Археология, боронғо һәм урта быуаттар кафедраһы күп профилле. Кафедра  студенттарға археология, тәүтормош йәмғиәте тарихы, Африка һәм Азия, Көнбайыш Европа илдәренең боронғо һәм урта быуаттар тарихы, боронғо осорҙан XVI  быуатҡа тиклем Башҡортостандың тарихы, тарихи тюркология буйынса дөйөм курстар уҡыта.  Төп дисциплиналар буйынса йөкмәткеле һәм оригиналь махсус курстар эшләнгән. 2004 йылдан кафедрала археология буйынса махсуслашыу индерелгән. Шуға күрә һуңғы йылдарҙа Урал-Волга регионы һәм Көнбайыш Европа илдәре археологияһы буйынса яңы махсус курстар булдырылды. Махсус курстарҙы уҡыу өсөн даими рәүештә Рәсәйҙең күренекле археологтары –  И.Л.Кызласов (РФА Археология институты, Мәскәү ҡалаһы), С.Т.Боталов (Рәсәй фәндәр академияһының Урал фәнни үҙәгенең Көньяҡ Урал бүлеге, Мәскәү ҡалаһы), В.А.Иванов (М.Аҡмулла исемендәге БДПУ, Өфө ҡалаһы), Р.Н.Йосопов (РФА ӨҒҮ ТТӘТ, Өфө ҡалаһы) һ.б. саҡырыла.
 
Кафедраның ғилми-тикшеренеү эше раҫланған тематик планға ярашлы алып барыла. Тарих фәндәре докторы, академик Н.А.Мәжитов етәкселегендә ғалимдар төркөмө “Боронғо осорҙан XVI  быуатҡа тиклем Башҡортостандың тарихы” темаһы өҫтөндә эшләй. Был төркөм “Өфө ҡаласағы – II” археологик ҡомартҡыһында ҡаҙыу эштәре алып бара, “Өфө ҡаласағы - II”, “Бөрө боронғо ҡәберлеге”, “Ҡаранай боронғо ҡәберлектәре”, “Таналыҡ” һәм Иштуған һыуһаҡлағысы һәм Башҡорт атом станциялары территорияһында ойошторолған ҡаҙылма материалдарын камераль эшкәртәләр. 2005 йылда кафедра эргәһендә ойошторолған археологик лаборатория тотороҡло штатлы һәм ҙур тикшеренеү эштәре алып барыусы Башҡортостан Республикаһында археология буйынса танылған фәнни үҙәк булып тора. “Өфө – II” ҡаҙылма материалдары буйынса “Боронғо Өфө хазиналары” китабы һәм “Өфө ҡаласағы – II” йыйынтығының бер нисә сығарылышы донъя күрҙе.
 
Академик Н.А.Мәжитов етәкселегендә бер төркөм ғалимдар Башҡортостандың урта быуаттар тарихы буйынса ҙур тикшеренеү эштәре алып бара. Төркөмдөң актив эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә “Башҡортостан” тарихи-мәҙәни атласы әҙерләнде һәм нәшер ителде. Н.А.Мәжитов һәм А.Н.Солтанова “Башҡортостан тарихы. Боронғо дәүер. Урта быуаттар” (Өфө: Китап, 2010) фундаменталь монографияһын сығарҙы. Ю.М.Йосопов “XV-XVI быуаттар Башҡортостан тарихы” монографияһын яҙҙы.
Тарих фәндәре докторы, профессор М.Ф.Обыденнов “Урал, Кама буйы һәм Урта Волга буйының боронғо һәм урта быуаттар сәнғәте” проблемаһы өҫтөндә эшләй, тарих фәндәре докторы К.И.Корепанов менән бергә бер нисә монография нәшер итте.
 
“Боронғонан алып бөгөнгәсә Евразия тарихының актуаль проблемалары” темаһын тарих фәндәре докторы, профессор Н.М.Ҡолбахтин етәкләй. Тема бер нисә бүлектән тора. “Тәүге осор тимер быуатында Көньяҡ Уралда һәм антик донъяла сауҙа-мәҙәни бәйләнештәр” бүлеген тарих фәндәре кандидаты, доцент Е.А.Круглов, аспиранттар һәм магистранттар алып бара. Был тема буйынса доцент Е.А.Круглов монография сығарҙы, докторлыҡ диссертацияһын яҙа. “Карл VI  идара итеү  дәүерендә Франция” бүлеген тарих фәндәре кандидаты, доцент Н.А.Бессилин әҙерләй.
 
Ғалимдарҙың ҙур бер төркөмө “XVIII-XX быуаттарҙа Урал-Волга буйы халыҡтары” тип аталған бүлек өҫтөндә эшләй. Профессор Н.М.Ҡолбахтин “Боронғо дәүерҙән алып бөгөнгө көнгә тиклем Башҡортостандың тау-завод сәнәғәте” тигән теманы етәкләй, айырым таулы округтарҙың һәм тау заводтарының тарихына, мәғдән сәнәғәтенең күренекле шәхестәренең биографияһына арналған баҫмалар әҙерләнә. Авторҙар коллективы тарафынан “Башҡорт мәғдән сәнәғәтселәре Тасимовтар” (Өфө: Ғилем, 2010) монографияһы, С.Н.Ҡолбахтиндың “XVIII быуаттта Көньяҡ Уралда сембер купецтары Твердышевтарҙың һәм Мясниковтарҙың баҡыр иретеү заводтары” монографияһы яҙылды. Кафедраның бер төркөм ғалимдары “Башҡортостандың иҡтисади энциклопедия”һын, ете томдан торған башҡорт халҡы тарихының өсөнсө томын  әҙерләүҙә ҡатнашты. Һуңғы йылдарҙа был тема буйынса 1 докторлыҡ, 3 кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланды, тағы ла бер эш тамамланыу өҫтөндә, 4 кандидатлыҡ диссертацияһы әҙерләнә. Бөгөнгө көндә кафедра һәм Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының гуманитар тикшеренеүҙәр институты эргәһендә Көньяҡ Урал заводтары һәм фабрикалары лабораторияһын ойоштороу эштәре алып барыла.
 
Был төркөм ғалимдар төп тикшеренеү эштәренән тыш Көньяҡ Урал халыҡтарының 1767-1770 йылдарҙағы Закондар йыйылмаһы комиссияһы эшендә һәм 1773-1775 йылдарҙағы Крәҫтиәндәр һуғышында ҡатнашыу проблемалары менән дә шөғөлләнә. Был темалар буйынса бер нисә монография донъя күрҙе.
Кафедрала студенттарҙың “Евразияның боронғо ҡомартҡылары” фәнни ойошмаһы эшләй (етәксеһе – тарих фәндәре кандидаты, доцент Е.А.Круглов).