Немец филологияһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға

450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 19
Тел. (347) 272-62-05
 
Кафедраның мөдире – Ғатауллин Рауил Ғибәт улы, филология фәндәре докторы, профессор
 
Немец филологияһы кафедраһы 1954 йылдан алып эшләй. Кафедрала төрлө йылдарҙа Каспранский P.P. (немец теле фонетикаһы практикаһы теорияһы өлкәһендә), Классен Г.Н. (кафедра менән 1947-1970 йылдарҙа етәкселек итә), фән докторҙары, профессорҙар Антышев А.Н., Майоров А.П., шулай уҡ фән кандидаттары Әсфәндийәров P.P., Виноградова Р.И., Гельблу Я.П., Гутрова Е.И., Кошляк А.Б., Никишин А.С., Петров М.П. эшләгән. Немец филологияһы кафедраһының үҫеше 70-се йылдарға тура килә. Тап шул ваҡытта кафедра һүҙьяһалыш буйынса ғилми мәктәпкә әйләнә, тап шул ваҡытта баш ҡаланың юғары уҡыу йорттарында барыһы ла лингвистик тикшеренеүҙәр өлкәһендә яңы йүнәлеш хаҡында һөйләй башлай. Ошо ваҡыттан башлап немец теленең һүҙьяһалышы мәсьәләләрен өйрәнеү кафедраның төп тикшеренеү йүнәлешенә әүерелә.
 
Кафедра студенттарҙың тел буйынса методик һәм лингвистик әҙерлеген тәьмин итә. Кафедрала немец теленең теоретик грамматикаһы һәм фонетикаһы, лексикологияһы, стилистикаһы һәм тарихы, тәржемә теорияһы һәм практикаһы, Германия Федератив Республикаһын өйрәнеү буйынса лекцион курстар уҡытыла; шулай уҡ хәҙерге лингвистика проблемалары буйынса түбәндәге махсус курстар бирелә: һүҙьяһалыш менән грамматика араһындағы бәйләнештәр; грамматик категориялар һәм һүҙьяһалыш, неология проблемалары; һүҙьяһалыштың стилистик аспекттары; немец теленең стилистик фонды; һүҙьяһалыш һәм яңғыҙлыҡ исемдәр; ономастиканың актуаль мәсьәләләре; лингвистик анализ методтары һ.б.
 
Кафедраның ғилми эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре
 
“Һүҙьяһалыш, грамматик, лексик, стилистик семантика һәм стиль проблемалары” темаһы рамкаһында кафедра проф. Р.З.Мерәсов етәкселегендә лексика һәм текст категориялары араһындағы бәйләнештәр мәсьәләләрен тикшерә һәм хәҙерге немец теленең һүҙьяһалышын өйрәнеү буйынса тикшеренеүҙәр үҙәге булып тора. Бынан тыш, кафедра немец, рус, инглиз, башҡорт һәм татар телдәрен сағыштырма һәм контрастив планда өйрәнеүгә ҙур иғтибар бирә. Күпселек кандидатлыҡ диссертациялары ошо темалар буйынса яҡланған. Проф. Р.З.Мерәсов һүҙьяһалыш менән грамматика теорияһы мәсьәләләрен тикшерә, уның тарафынан 140-тан ашыу ғилми хеҙмәт баҫтырылған (“Факультеттың деканы” бүлеген ҡарағыҙ); доц. Кузиков В.В. – һүҙьяһалыш һәм топонимика; доц. Нурисламова Ф.Н. – ҡылымдан һүҙьяһалыш, парлы ҡылымдар; доц. Ғүмәрова Л.З. – немец теленең һүҙьяһалышында морфонология мәсьәләләре; доц. Таюпова О.И. – текстың функциональ стилистикаһы һәм лингвистикаһы проблемалары; Литвинов В.А. – текста ҡайһы бер килештәрҙе ҡулланыуҙың коммуникатив факторҙары; доц. Ғәниева И.Ф. – тәржемә теорияһы һәм практикаһы, культурология мәсьәләләре, төрлө культураларҙа ваҡыттың культурологик һәм лингвистик аспекттары; Исламова Ф.А. немец теленең график һәм орфографик нормаларының үҫеше проблемаларын тикшерә. Тикшеренеүҙәрҙең темалары буйынса йыл һайын бер нисә китап һәм тиҫтәләгән ғилми мәҡәләләр баҫылып тора.
 
Уҡытыу эшенең төп йүнәлештәре
 
Тел практикаһы дәрестәрендә ҡуйылған төп бурыстар – студенттарҙы программала бирелгән һөйләшеү темаһы буйынса фекерҙәрен тел нормаларына ярашлы эҙмә-эҙлекле, мәғлүмәтле, тулы итеп нормаль темпта әйтеп бирергә өйрәтеү. Тел практикаһы дәрестәренең төп үҙенсәлеге – сит телдә аралашыу һәләттәрен үҫтереү өсөн текстарҙы тыңлау һәм уҡыуға актив ылыҡтырыу.
 
Кафедра сит телде уҡытыу методтарын һәм алымдарын камиллаштырыу эштәрен дә алып бара. Тел практикаһы дәрестәрендә студенттар һөйләү телмәрен үҙләштерә, сит телдә иркен аралашыу һәм яҙышыу күнекмәләре ала. Түбәнге курстарҙа телде өйрәнгәндә аудитор сәғәттәр өҫтөнлөк итһә, юғары курстарҙа үҙ аллы эштәр күберәк бирелә. Уҡыу пландары менән программалар уҡытыу процесын ойоштороуҙың спецификаһын сағылдыра, барлыҡ теоретик дисциплиналар буйынса уҡытыу-методика комплекстары эшләнгән, аҙналыҡ эш күләме иҫәпкә алынып студенттарҙың үҙ аллы эштәре графигы төҙөлгән. Өйҙә уҡыу өсөн айырым әҫәрҙәр буйынса методик күрһәтмәләр ҡулланыла, һәр уҡытыусыла бындай ҡулланмалар бар. Лекцион курстарҙың йөкмәткеһе лингвистиканың теге йәки был өлкәһендәге яңы ҡаҙаныштарына таянып даими рәүештә яңыртылып тора. Үтә ауыр лекцион курстарға методик күрһәтмәләр төҙөлә, магнитофон таҫмаһына яҙмалар эшләнә.
 
Материалды проблемалы ҡуйыу лекцияла студенттарҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын активлаштырыуҙың бер формаһы булыуын иҫәпкә алып, кафедра был алымды тулы ҡулланырға ынтыла. Лекцияларҙа бирелгән ҡағиҙәләрҙе, идеяларҙы тулыландырған таблицалар, графиктар, техник саралар киң ҡулланыла, дәрестәргә ҡағылышлы немец телендә фильмдар, шулай уҡ нәфис фильмдар күрәһтелә.