Морфология, кеше һәм хайуандар физиологияһы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире:
биология фәндәре докторы, доцент
Хисмәтуллина Зөһрә Рәшид ҡыҙы
 
Кафедраға БР-ҙың атҡаҙанған эшмәкәре, биология фәндәре докторы, профессор Александр Семенович Дмитриев тарафынан нигеҙ һалына. Уның тырышлығы һәм көсө менән кафедра төп ғилми уҡыу үҙәгенә әйләнә. Кафедра нигеҙендә морфология һәм физиология дисциплиналары буйынса дөйөм һәм махсус курстар уҡытыла, шулай уҡ кеше һәм хайуандарҙың юғары нервы системаһы проблемалары буйынса киң масштаблы ғилми тикшеренеүҙәр үткәрелә. Бай эксперименталь материал классик университеттар өсөн “Юғары нервы эшмәкәрлеге” тигән китапта тупланған. Кафедра хеҙмәткәрҙәре был проблема буйынса 3 монография, үҙәк баҫмаларҙа 250-нән ашыу ғилми мәҡәлә сығарҙы, ҙур Халыҡ-ара һәм Союздаш конференция һәи съездарҙа 57-нән ашыу сығыш яһаны.
 
Хәҙерге ваҡытта кафедра Рәсәйҙә мейенең мөһим структураларының  береһе – баҙам биҙҙәре төрҙәрен комплекслы тикшереү үткәргән берҙән-бер ғилми үҙәк булып тора. Образдарҙы таныу теорияһы ҡағиҙәләре нигеҙендә иң ҡулайлы тикшеренеүҙәр схемаһы тулыһынса эшләнә һәм апробация үткәрелә. Эш барышында хәҙерге морфологик, электрофизиологик һәм нейрохимик алымдар ҡулланыла, эксперименталь хайуандарҙың яңы молекуляр-генетик моделдәре эшләнелә, организмдың торош реакцияһы методикалары анализы һәм гомеостатик система торошо үҙләштерелә. 1993 йылдан алып фәнни мәктәп хеҙмәткәрҙәре тарафынан 10 монография (шуларҙың икәүге инглиз телендә), 22 уҡыу әсбабы (шуларҙың бишәүге МДУ-ның уҡыу-методик берләшмәһе грифы менән), үҙәк, сит ил һәм урындағы баҫмаларҙа 800-ҙән ашыу ғилми мәҡәлә баҫыла һәм 2 патент алына. Кафедраның эшләү дәүерендә 10 диссетация (икәүһе фән докторы дәрәжәһенә) яҡлана. Кафедра хеҙмәткәрҙәре уҡыу процесын ойошторғанда яңы информацион технологияларҙы ҡулланыуға иғтибарҙы күберәк йүнәлтә. Кафедрала бөтә дисциплиналар буйынса ла яңы уҡыу-методик комплекстары төҙөлгән.
 
Ғилми эштең төп эшмәкәрле, асылда, мейенең структур-функциональ эшмәкәрлегенең нормала һәм патологияла  фундаменталь ҡанундарын һәм ғәмәли аспекттарны тикшереүгә йүнәлтелгән. Тикшеренеүҙең төп йүнәлеше булып БР өсөн актуаль социаль мөһим булған психоневрологик ауырыуҙарҙың (эпилепсия, наркомания) патогенетик механизмдарының өҫтөнлөклө ғәмәли аспекттарын өйрәнеү тора.
 
2000-2004 йылдарҙа кафедра коллективы Наймиген университеты (Нидерландия), РФА Юғары нервы эшмәкәрлеге институты, Мәскәү дәүләт университеты хеҙмәткәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итә, нейромедицина өлкәһендә Рәсәй-Голланд проектында ҡатнаша. Кафедраның ижади бәйләнештәре РФА-ның И.П.Павлов ис. Физиология институты, Санкт-Петербург дәүләт университеты, Мордва дәүләт университеты, РФМА-ның Эксперименталь эндокринология институты, РФМА-ның Мейе институты һәм Рәсәйҙең башҡа төп юғары уҡыу йорттары менән яйға һалынған.