Милли экономика кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр

Өфө ҡ., К. Маркс ур., 3/4, 208-209-сы к.
Тел. (347) 229-96-08
 
Кафедра мөдире – иҡтисад фәндәре докторы, профессор
Йосопов Ҡасим Назифович
 
Кафедра үҙенең тарихын 1989 йылдан, экономика факультеты ойошторолоуҙан башлай. Ошо ваҡыт эсендә кафедраның исеме һәм белгестәр әҙерләү буйынса йүнәлештәре лә бер нисә тапҡыр үҙгәреш кисерҙе.
 
Башта кафедра халыҡ хужалығын планлаштырыу кафедраһы тип атала. Кафедра 1990 йылда “Производство менән идаралыҡ”, 1997 йылда “Иҡтисад һәм идаралыҡ” тип атала. 1998 йылдан кафедра милли экономика кафедраһы тип атала һәм “Милли экономика” специальносы буйынса белгестәр әҙерләй башлай.
 
2001 йылдан кафедра базаһында өс йыл һайын “Региондың етештереү потенциалы” (2001, 2004, 2007, 2010 йй.) тип аталған халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференциялар даими үткәрелеп тора.
 
Кафедрала донъяла һәм илдә үҙгәреп торған социаль-иҡтисади ситуациялар заманы талаптарына яуап биргән эшмәкәрлектең һөҙөмтәле формаларын эҙләү буйынса коллектив эҙләнеү бара. Был эште тормошҡа ашырыуҙа студенттарҙы актуаль иҡтисади һәм социаль проблемаларға арналған фәнни-ғәмәли конференцияларҙа ҡатнаштырыу, эшлекле һәм ролле уйындарға ылыҡтырыу тора («Никсдорф-Дельта», «БИЗНЕС-КУРС: Корпорация Плюс», Халыҡ-ара модель ООН). Шулай уҡ улар төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, олимпиадаларҙа, 2007 йылда Донъя иҡтисады һәм донъя сәйәсәте клубы кафедраһы (Мирэн) базаһында ойошторолған эштәрҙә лә ҡатнаша.
 
Ғилми-тикшеренеү эштәренең төп йүнәлештәре
 
Кафедра уҡытыусылары “Башҡортостан Республикаһында баҙар шарттарына күсеү осоронда халыҡ хужалығы комплексы үҫеше проблемалары” тигән тема өҫтөндә эшләй, докторлыҡ һәм кандидатлыҡ диссертациялары яҡлай һәм әҙерләй.
 
Ғилми-тикшеренеү эшәтәренең төп йүнәлештәре булып түбәндәге мәсьәләләр тора:
  • региондың терегеҙеү потенциалын тикшереүҙең методологияһын һәм методикаһын өйрәнеү;
  • регионды милли иҡтисадтың функциональ һәм структур подсистемаһы булараҡ системалы анализлау.
Уҡытыу эштәренең төп йүнәлештәре
 
Кафедрала уҡылған мөһим дисциплиналар: милли экономика, регион иҡтисады, технологиялар системаһы һәм инновациялар, статистиканың дөйөм теорияһы, милли хисапсылыҡ системаһы, донъя экономикаһы, милли экономиканы дәүләт көйләүе, милли экономикаға прогноз яһау һ.б.
 
Күрһәтелгән дисциплиналар һәр эконимисҡа кәрәкле булған фундаменталь белем һәм теоретик тәжрибә бирә.
 
3 курстан башлап махсуслашыу буйынса дисциплиналар уҡытыла башлай (мәҫәлән, “Региональ продукт етештереү”, “Милли хисапсылыҡ”, “Ҡиммәтле ҡағыҙҙар баҙары” һ.б.). Иҡтисад фәненең конкрет проблемаларын өйрәнеүсе ғәмәли курс булараҡ улар белгестәрҙең махсуслашыуын тәрәнәйтеүгә һәм аң даирәһен киңәйтеүгә йүнәлдерелгән. Был дисциплиналар, бер яҡтан, сығарылыш студенттарына профессиональ ориентация бирһә, икенсе яҡтан, талантлы студенттарҙы артабанғы баҫҡысҡа күтәрелергә - аспирантураға уҡырға инергә әҙерләй.
 
Кафедрала белгестәрҙе юғары кимәлдә әҙерләүҙең нигеҙен милли иҡтисад проблемалары буйынса күп йыллыҡ фәнни тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһен педагогик эштә ҡулланыу тәшкил итә. Был фәнни авторлыҡ тикшеренеүҙәр түбәндәге публикацияларҙа – Рәсәй фән һәм мәғариф министрлығы – Г.В. Плеханов исемендәге РЭА грифы менән сыҡҡан дәреслектә (БДУ-нан авторҙаш – К.Н.Йосопов), иҡтисад фәндәре докторы, профессор К.Н.Йосоповтың “Регион иҡтисады” (Өфө, 2001), Йосопов К.Н, Таймасов А.Р., Йәнгиров А.В., Ахунов А.Р. авторлығындағы “Регион иҡтисады” (М.: КНОРУС, 2007) һәм Йосопов К.Н., Йәнгиров А.В., Таймасов А.Р. яҙған “Милли экономика” (М.: КНОРУС, 2008) УМО грифы менән сыҡҡан дәреслектәрҙә асыҡ сағылыш таба. Йосопов К.Н., Таймасов А.Р., Йәнгиров А.В., Ахунов Р.Р. – авторҙар коллективы иң яҡшы фәнни китап конкурсы (Сочи ҡ.) лауреаты булды һәм “Регион иҡтисады” (М.: КНОРУС, 2007) дәреслеге өсөн Ватан мәғарифын үҫтереү Фондының дипломына лайыҡ булды. Шулай уҡ Ватан мәғарифын үҫтереү Фонды үткәргән иң яҡшы китап конкурсында “Милли экономика” уҡыу әсбабы ла лауреат булды һәм диплом менән бүләкләнде (2008). КНОРУС нәшриәте “Регион иҡтисады” һәм “Милли экономика” электрон дәреслектәрен баҫтырып сығарҙы.