Математика һәм информацион технологиялар факультетының тарихы

 

Математика факультеты тарихы (хәҙерге математика һәм мәғлүмәт технологиялары
факультеты) үҙенең тамырҙары менән 1909 йылға, вуздың беренсе көндәренә, барып тоташа.
Төрлө йүнәлештәр буйынса педагогик кадрҙар әҙерләүҙә математика төп фәндәрҙең береһе һанала. Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк физика-математика факультеты эшләгән һәм уның 2 кафедраһы-математика, физика кафедралары булған. 1935 йылдан 1949 йылға тиклем математика кафедраһын Шәйхел Ислам Ғәни улы Хәкимов (1893-1952) етәкләй. Унан һуң ф.-м.ф.к., доцент Әкрәм
Хафиз улы Хашаев кафедра мөдире була. Һуғыштан һуң уҡытыусылар булып пединститутты тамамлаусылар ҡайта. Улар араһында Шамат Мөхәммәт улы Назаров та була. Ул һуғышҡа тиклем ассистент булып эшләп, математик анализ буйынса практик дәрестәр алып бара, 1980 йылда хеҙмәт эшмәкәрлеген тамамлай. Һуғыштан һуң хеҙмәт юлын башлап, 70-се йылдар һуңына тиклем эшләүсе ғалимдар араһында Михаил Бенешович Гельфанд, Бурзянцева Аэлита Васильевна, Вафа Сагаман улы Сөләймәновты иҫкә алабыҙ. В.С.Сөләймәновтың улы Ренарт Вафа улы тыуған факультетына ғүмеренең күп өлөшөн бағышлай, шулай уҡ пуля менән атыу буйынса Олимпия уйындарында бронза призеры, аҙаҡтан донъя чемпионы булып билдәле спортсмен булып таныла.
 
Ошо уҡ йылдарҙа математика факультеты (хәҙерге математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты) патриархы Йыһандар Ирғәли улы Биглов (1918 й.) хеҙмәт юлын башлай, күп йылдар декан булып эшләй. Ул БДПИ тамамлап, йәштәштәре менән һуғышҡа китеп, башынан аҙағына тиклем фронтта була. Дифференциаль тигеҙләмәләр, спектраль теория буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай, был тематика тиҙ арала күп йылдар үҙе етәкләгән математик анализ кафедраһының төп йүнәлешенә әйләнә.
 
1972 йылда факультетты математика һәм физика факультеттарына бүләләр, математика факультеты деканы итеп Й.И. Биглов тәғәйенләнә. Уның етәкселегендә факультет 1957 йылда рәсмиләштерелгән университет тәбиғәтенә инә барып, илдең алдынғы университеттарына аспиранттар ебәрә. Беренселәр рәтендә М.Г. Ғимаҙисламов, А.Ф.Клементьев, Э.Г.Нейфельд, Х.Х.Мортазин, И.И.Голичев, В.А.Юрьев һ.б.. Ошо уҡ йылдарҙа Өфөгә фән кандидаттары У.В.Игнатьев, Г.П.Смирнов, Ш.Ш.Сютюшев һәм Г.В.Улина килә. Шулай уҡ докторлыҡ диссертацияһын яҡлаусы Л.И.Рубинштейн килә һәм факультеттың беренсе профессоры исемен ала.
 
Шул ваҡытта факультет кафедраларға бүленә: Й.И.Биглов етәкселегендә-математик анализ, Н.М.Баробошин етәкселегендә-юғары алгебра һәм геометрия кафедралары барлыҡҡа килә. Факультет тарихында юғары алгебра һәм гоеметрия кафедраһы мөдирҙәре А.Х.Хашаев, И.Г.Фролова, Г.И. Жотиков, математик анализ кафедраһы мөдире проф. Ю.Н.Фролов яҡты эҙ ҡалдырҙы. Әйтергә кәрәк, 1979-1981 йылдарҙа юғары алгебра һәм геометрия кафедраһында В.Г.Дринфельд эшләй, ул квант төркөмдәре теорияһы өсөн Нобель премияһына тиң Филдс исемендәге миҙал һәм премияға лайыҡ була.
 
Факультет тарихында декан булып 7 ғалим эшләне: Й.И.Биглов (1972-1982), Й.Т.Солтанаев (1982-1984, 1989-2004), В.А.Юрьев (1984-1989), Й.Т.Солтанаевтың ике уҡыусыһы- Н.Ф.Вәлиев (2004-2006) һәм А.М.Әхтәмов (2006-2008), Т.Г.Амангилдин(2008-2010),
Фазуллин З.Ю. 
 
Факультетта хәҙер 689 студент иҫәпләнә. 522 студентбюджет нигеҙендә белем ала, уларҙың 96-һы магистрант. 167 студент коммерция нигеҙендә уҡый.
 
Башҡорт дәүләт университетында “Математика” предметы буйынса 8, 5, 3 айлыҡ әҙерлек курстары эшләй, унда йылына 150-200 абитуриент уҡый. Дәрестәрҙе математика факультеты уҡытыусылары алып бара. Йыл һайын 15-20 уҡытыусы математика буйынса ҡала һәм республика олимпиадаларында эшләй. Республика олимпиадаһында еңеүселәр математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультетына уҡырға инә.
Факультетта дүрт һөнәр буйынса аспирантура эшләп килә: 01.01.01.- математика анализы; 01.01.02. – дифференциаль тигеҙләмәләр; 01.01.07. -   иҫәпләү математикаһы; 05.13.18. – математик моделләү, һанау методы һәм комплекслы программа. Факультеттың сығарылыш студенттары түбәндәге һөнәр буйынса аспирантураға уҡырға инә: 08.00.13. – иҡтисадтың математик һәм инструменталь медодтары (иҡтисад факультеты) йәки 01.02.05. – шыйыҡса, газ һәм плазма механикаһы (физика факультеты).
 
 
Математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты һуңғы йылдарҙа уҡыу сифаты буйынса беренсе урында килә. Уҡытыусылар һәр ваҡыт уҡыу процесына белем биреүҙең, студеттарҙың белемен тикшереүҙең яңы формаларын һәм алымдарын ҡулланалар. Практик дәрестәрҙә
интерактив методтар, эшлекле уйындар, Интернет-ресурстар менән, бәләкәй төркөмдәр менән эш алып барыла. Ағымдағы тикшереүҙә тест, интерактив тест, контроль эштәр, тематик блоктар буйынса аттестация үткәреү ҡаралған, белемде баһалауҙың йыйылма системаһы ғәмәлгә ашырыла.
 
2007 йылда математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты БДУ факультеттары араһында дәүләт бюджеты эштәре һәм ғилми тикшеренеүҙәр өсөн грант алыу буйынса беренсе урын алды. БДУ-ның уҡыу процессын
компьютерлаштырыуы – ыңғай күренеш. Факультет кафедраларының һәм иҫәпләү залдарының барлыҡ иҫәпләү ресурстары урындағы иҫәпләү селтәренә тоташҡан. Факультетта ғилми тикшеренеү эштәрендә, уҡыу процесында кәрәкле, геомәғлүмәти карталаларҙы ҡулланыу һәм һаҡлау өсөн суперкомпьютер бар.
 
Факультетта йөҙгә яҡын уҡытыусы эшләй. 54 уҡытыусының ғилми дәрәжәһе һәм исеме бар, 19 фән докторы, 2 РФА ағза-кореспонденты, 2 БР ФА ағза-корреспонденты, 1 БР ФА мөхбир ағзаһы.
 
Математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты ғалимдары фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн хөкүмәт наградалары алдылар. А.Ф.Леонтьев – СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1987), Октябрь революцияһы һәм Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ орбендары кавалеры, М.А.Илһамов –
БР Дәүләт премияһы лауреаты, Дуҫлыҡ һәм “Почет билдәһе” ордендары кавалеры,
В.В.Напалков - “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” икенсе дәрәжә орден кавалеры.
 
 
Факультеттың студенттары, аспиранттары, йәш ғалимдары ғилми ҡаҙаныштарға үҙ өлөштәрен индерәләр. Факультеттың күп студенттары (О.А.Кривошеева, В.В.Картак һ.б.)
“Студент һәм НТП” Бөтә Рәсәй конференцияһында(Новосибирск ҡалаһы), В.Потанин конкурсында призлы урындар алдылар. Программалау һәм иҡтисад информатикаһы кафедраһы ассистенты О.А.Кривашееваға уңышлы ғилми эше өсөн Мебиус ис. 11-се Бөтә Рәсәй конкурсында дәртләндереү премияһы бирелде (2007). Йыл һайын факультетта Ғилми Совет һәм А.Ф.Леонтьев ис. стипендия бирелә. 2 аспирант һәм 2-3 студент Республика
Президенты стипендияһын ала.
 
 
9 кафедраһы булған математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты үҙенең 35 йыл эшләү дәүерендә башҡа университеттарҙың математика факультеттары араһында лайыҡлы
урын биләй.
 
Факультет үҙенең фәнни ҡаҙаныштары менән ғорурлана. Уҡытыусылар тарафынан йөҙләгән уҡыу ҡулланмаһы һәм монографиялар сығарылды. Уҡыу ҡулланмалары йөкмәткеһе һәм характеры буйынса дәреслектәргә тиңләнә. Уларҙың күптәре Мәғариф һәм фән министрлығы, УМО грифы менән баҫылған. Дәреслектәр конкурсында еңеүсе ҡулланмалар ҙа бар. Мәҫәлән, А.М.Әхтәмовтың “Социологтар һәм иҡтисадсылар өсөн математика” уҡыу ҡулланмаһы 2000 йылда РФ Мәғариф министрлығы үткәргән математика буйынса дәреслектәр конкурсында еңеүсе була, ә был китаптың икенсе баҫмаһы Ватан мәғарифын үҫтереү фонды ойошторған 2006 йылдың иң яҡшы ғилми китабы конкурсы лауреаты була.
 
Факультет уҡытусылары А.М.Ғайсин һәм С.Г.Мерзляков БР ФА тарафынан математика өлкәһендәге ҡаҙаныштар өсөн бирелгән А.Ф.Леонтьев ис. премияның беренсе лауреаттары була.
Факультет ғалимдары сит илдәрҙә лә абруй ҡаҙанған. Улар сит ил академиялары, институттары һәм ойошмалары ағзалары булып торалар. Мәҫәлән, М.А.Ильһамов -Америка аэронавтика һәм астронавтика институтының (AIAA) (1982 й.), шулай уҡ Нью-Йорк Фәндәр академияһының ағзаһы (1996 й.); С.И.Спивак - Лондон актуарийҙар институты ағзаһы һәм Өфөлә Лондон актуарийҙар институтының консультация пункты етәксеһе; Б.Н.Хәбибуллин – Америка математика йәмғиәте ағзаһы.
 
Факультет Рәсәй һәм сит ил ғалимдары, ғилми коллективтары һәм вуздары менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Факультет Индианы штаты университеты, Принстон университеты, Дюк университеты (АҠШ), Кембридж университеты (Англия), Галле университеты(Германия), Нан аэрокосмик университеты (Ҡытай), Бар-Илан университеты (Израиль), шулай уҡ илдең 20 вузы менән хеҙмәттәшлек итә. Уҡытыусылар АҠШ, Бөйөк Британия, Франция, Германия, Мексика, Польша һәм башҡа илдәрҙә үткәрелгән
Халыҡ-ара конференцияларҙа, конгрестарҙа ҡатнашалар.
 
Математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты – бай тарихлы, популяр факультет булараҡ,башҡа факультеттар менән бер рәттән университеттың дөйөм бурыстарын үтәүҙә лайыҡлы өлөш индерә.
 
2010 йылдың 1 декабренән математика факультеты математика һәм мәғлүмәт технологиялары факультеты тип исемләнә.