Математик анализ кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедра мөдире
физика-математика фәндәре докторы
Мортазин Хәйрулла Хәбибулла улы 
 
Математика факультетында кафедра иң элеккеләрҙән һанала.Кафедрала эшләүсе юғары квалификациялы белгестәр (бөгөн бында ике профессор - физика-математика фәндәре докторҙары, бер профессор – физика-математика фәндәре кандидаты һәм дүрт доцент, физика-математика фәндәре кандидаттары) педагогик, методологик һәм ғилми мәсьәләләрҙе юғары кимәлдә үтәй. Кафедра вәкилдәренең барыһы ла уҡытыу, уҡытыу-методик ҡулланмаларҙың авторы. Шуға ла математика ғилемендә фундаменталь булып һаналған математик анализ буйынса лекциялар юғары методик кимәлдә уҡыла.
 
Кафедра менән Х.Х. Мортазин етәкселек итә башлағандан алып һуңғы 20 йыл эсендә кафедра ғилми йүнәлеш алды һәм һиҙелер үҫеш юлына баҫты. Был – операторҙарҙың спектраль теорияһы. Профессор Х.Х. Мортазин тап ошо өлкәлә эшләүсе уҡыусыларын (Т.Г. Амангилдин, З.Ю. Фазуллин, Х.К. Ишкин, М.Б. Ғөбәйҙуллин) бер урынға туплауға өлгәште. Үҙәк һәм сит ил журналдарында донъя күргән мәҡәләләр һәм «Күп өлөшлө Шредингер операторының спектраль анализы» тип аталған монография уларҙың хеҙмәт емеше булып тора (Х.Х. Мортазин, В.А. Садовничий).