Машина һәм аппараттар кафедраһы

 
Кафедра мөдире:
техник фәндәре докторы
Кузнецов Владимир Александр улы
 
Кафедра 1996 йылда ойошторола. Хәҙерге көндә кафедрала 13 кеше, шул иҫәптән 1 фән докторы һәм 10 фән кандидаты эшләй.
 
Кафедраның төп маҡсаты 551800 – “Технологик машиналар һәм йыһаз” йүнәлеше буйынса юғары квалификациялы инженер-механиктар әҙерләү. Әҙерлек юғары профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф стандарты
дисциплиналары һәм махсуслашыу дисциплиналарына ярашлы алып барыла. Кафедраның махсус курстары:
  • Автоматлаштырылған проектлау нигеҙҙәре;
  • Иретеп йәбештереү производствоһының технологияһы;
  • Текстиль һәм еңел сәнәғәт процестары һәм аппараттары;
  • Материалдарҙың химик ҡаршылығы һәм коррозиянан һаҡлау ысулдары;
  • Машиналар төҙөү технологияһы;
  • Машина ышаныслығы;
  • Механик эшкәртеү производствоһының йыһазы;
  • Штрихкодлау өсөн технология һәм йыһаздар;
  • Машина һәм механизмдарҙы системалы проектлау;
  • Йыһаздың диагностикаһы, ремонты, монтажы һәм сервислы хеҙмәтләндереү.  
“Машина һәм аппараттар» кафедраһы составына төрлө тармаҡтар буйынса 8 лаборотория инә (материаловедение, конструкциалы материалдар технологияһы, материалдарҙың ҡаршылығы, күтәргес-транспорт ҡоролмалар, электротехника һәм электроника, технологик процестарҙы автоматик проектлау, иретеп йәбештереү производствоһының технологияһы һәм машиналар төҙөү технологияһы.
 
Кафедрала һәм махсуслашыу дисциплинаһы буйынса китапхана бар, компьютер класы селтәренә сығыу мөмкинлеге булған курс һәм диплом эшен проектлау компьютер кабинеты эшләй.
 
Һуңғы йылдарҙа кафедраның сығарылыш студенттары еңел промышленность өсөн машина төҙөү тармағында бөтә Рәсәй кимәлендә диплом проекттары конкурстарында еңеүҙәр яуланы, призлы урындарға лайыҡ булды.
 
Ғилми тикшеренеүҙең мөһим йүнәлештәре:
  • Материалдарҙың төрлө мөхиттә коррозияға бирелеүе, тәбиғи һәм тәбиғи булмаған сырье эшкәртеү өсөн технологик йыһазды тикшереү нигеҙендә уның конструктив, материаль төҙөлөшөн оптимизациялау;
  • Металлоконструкцияларҙың индивидуаль ресурс ҡалдыҡтарын прогнозлау;
  • Баһалау функцияһы нигеҙендә йыһазды ремонтлау буйынса оптималь техник метод һайлау;
  • Баҫҡысһыҙ механик передачаларҙы тикшереү;
  • Машина һәм механизмдарҙы автоматик проектлау.
Ғилми тикшеренеүҙәрҙең ҡулланылыуы:
  • Нефтте вертикаль ҡорос резервуарҙа һаҡлаған ваҡытта еңел ҡайнаусы углерводород фракцияларын атмосфераға сығарыуҙы сикләгән махсус ҡоролош. - УПСН Ижевск НГДУ ОАО «Удмуртнефть»;
  • Эшкәртелмәгән нефтте нейтрализациялау өсөн статик иҙгес. - ОАО «Өфө НПЗ»;
  • Тиҙ химик процес реакторы –етештереү цехы ДФП. ОАО «Өфө НПЗ»;
  • Роторлы түбән тиҙлектәге ваҡлағыс.-УЗК 21/10 ОАО «Волгоград НПЗ», ОАО «Өфөнефтехим».