Маркетинг һәм реклама кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире – социология фәндәре кандидаты, доцент
Петрова Лилиана Рафиҡ ҡыҙы
 
Маркетинг һәм реклама кафедраһының тәүге аҙымдары 2000 йылда яһала, кафедра тулыһынса 2005 йылда формалаша.
Кафедрала студенттарҙы уҡытыу нигеҙҙә көндөҙгө бүлектә алып барыла, 2006 йылда “Реклама” специальносының ситтән тороп уҡыу бүлегенә тәүге студенттар ҡабул ителде.
 
Кафедрала түбәндәге төп дисциплиналар уҡытыла: СМИ системаһы, реклама тарихы, реклама нигеҙҙәре, рекламаның социологияһы һәм психологияһы, журналистика нигеҙҙәре, паблик рилейшнз нигеҙҙәре, реклама продуктын эшләү һәм технологияһы, киң коммуникациялар һәм медиапланлаштырыу, сәйәси реклама, сауҙа рекламаһы, социаль реклама, тышҡы реклама, реклама маркетингы һәм менеджмент, логистика, маркетинг коммуникациялары, халыҡ-ара маркетинг, банк маркетингы, банкыларҙа кредит, ҡулланыусылар тәртибе, эшмәкәрлек тармаҡтарында һәм өлкәләрендә маркетинг.
 
Ғилми тикшеренеүҙәрҙең йүнәлештәре: реклама эшмәкәрлегенең социаль-мәҙәни нигеҙҙәре, региональ реклама үҙенсәлектәрен тикшереү, PR менән рекламаның яңы технологиялары, реклама эшләүҙә ижади стратегиялар, маркетинг стратегиялары һәм маркетинг коммуникациялары.
 
Кафедраның уҡытыусылары менән студенттары түбәндәге сараларҙа даими ҡатнаша: “Полиграфия. Дизайн. Реклама”, БР-ҙа эшҡыуарлыҡ һәм бизнес халыҡ-ара аҙналығы, “Ирекле эшҡыуарлыҡта студенттар” конкурсы, БР бизнес-берҙәмлеге асыҡ форумы, “Городская СреДА” социаль реклама фестивале һ.б. Кафедра социаль реклама буйынса “Ты и Я!” вуз-ара фестивален, студенттарҙың “Потенциал” Интернет-журналын, “Уңыш формулаһы” маркетинг коммуникациялары буйынса студенттар форумын ойоштороусы ла.
 
Кафедра уҡытыусыларының йәмәғәтселек һәм профессиональ эшмәкәрлеге БР Йәштәр эштәре дәүләт комитеты, БР Ремесленная палатаһы, БР эшҡыуарлыҡ ойошмалары ассоциацияһы, Өфө ҡала округы администрацияларының дипломдары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнгән.