Лингводидактика һәм тәржемә эше кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға

450076, Өфө ҡалаһы, Коммунистик урам, 19
Тел. (347) 272-62-28
 
Кафедраның мөдире – Морозкина Евгения Александровна,
филология фәндәре докторы, профессор
 
Лингводидактика һәм тәржемә ғилеме кафедраһы 2009 йылда, роман-герман филологияһы факультетында 031202 – “Тәржемә һәм тәржемә ғилеме” тигән яңы специальность асылғас ойошторола. Уҡыу барышында студенттар тәржемә теорияһын өйрәнә, тәржемә эшмәкәрлегенең төрлө өлкәһендә тәржемә итеү күнекмәләре ала: техник тәржемә, яҙма һәм телдән тәржемә, киң матбуғат саралары текстары тәржемәһе, әҙәби тәржемә. Уҡыуҙарын тамамлағанда студенттарға “Лингвист, тәржемәсе” квалификацияһы бирелә. Уҡыу көндөҙгө бүлектә. Уҡыу ваҡыты – 5 йыл. Был специальность РФ хөкүмәте ҡарары менән раҫланған (30.12.2009 № 1136) юғары профессиональ белем биреү буйынса әҙерлек йүнәлештәре исемлегенә индерелгән. Уға ярашлы, юғары профессиональ белем биреү программаһын үҙләштереү буйынса “Тәржемә һәм тәржемә ғилеме” специальносы өсөн 5 йыл билдәләнгән һәм “специалист” квалификацияһы биреү ҡаралған.
 
Инглиз филологияһы кафедраһында 2 фән докторы, 4 фән кандидаты, 2 өлкән уҡытыусы, 2 ассистент эшләй. Кафедра “Тәржемә һәм тәржемә ғилеме” специальносы буйынса студенттарҙы профессиональ әҙерләү эштәре алып бара. Тәүге курстарҙа кафедра уҡытыусылары дөйөм лингвистик курстар алып бара, юғары курстарҙа, хәҙерге техник саралар ҡулланып, студенттарҙы тәржемә теорияһына һәм техникаһына өйрәтә. Студенттарҙың ғилми әҙерлеге тәржемә теорияһы һәм практикаһы мәсьәләләре буйынса махсус семинарҙарҙы, махсус курстарҙы, курс һәм диплом эштәре яҙыуҙы үҙ эсенә ала. Кафедра Рәсәйҙең тәржемәселәр һәм лингвист-тәржемәселәр әҙерләгән юғары уҡыу йорттары менән хеҙмәттәшлек итә (Санкт-Петербург дәүләт университеты, Н.А.Добролюбов ис. Нижгород дәүләт лингвистика университеты), уларҙа уҡытыусылар стажировка үтә һәм квалификацияларын күтәрә.
 
Кафедраның ғилми эше түбәндәге йүнәлештәрҙә алып барыла:
  • тәржемә һәм тәржемә ғилеме – проф. Е.А.Морозкина, проф. Л.А.Аҙнабаева, доц. Н.Р.Шакирова, асс. И.М.Юнысова, соиск. С.Р.Минаева;
  • әҙәби тәржемә – профессор Е. А. Морозкина;
  • донъя әҙәбиәте тарихы (тәржемә һәм әҙәбиәт ғилеме аспектында) – проф. Е.А.Морозкина, доц. Н.Р.Шакирова, О.Ф.Ғүмәрова, асс. И.М.Юнысова, соиск. С.Р.Минаева;
  • рус теле стилистикаһы һәм телмәр культураһы – өлкән уҡытыусы О.Ф.Ғүмәрова;
  • коммуникатив лингвистика һәм тәржемә проблемалары – проф. Л.А.Аҙнабаева, өлкән уҡытыусы Т.М.Топоркина;
  • тәржемәнең герменевтик һәм прагматик аспекттары – проф. Е.А.Морозкина, проф. Л.А.Аҙнабаева, доц. Н.Р.Шакирова;
  • техник тәржемә мәсьәләләре – өлкән уҡытыусы Р.Г.Мифтахова;
  • тексҡа лингвистик һәм әҙәби анализ –  доц. Л.Ч.Латыпова.

Кафедра эргәһендә 10.02.19 – Тел теорияһы һәм 10.01.03 – Сит илдәр әҙәбиәте специальностары буйынса аспирантура һәм 10.01.03 – Сит илдәр әҙәбиәте специальносы буйынса докторантура эшләй.