Криминология һәм суд экспертизалары кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
юридик фәндәр докторы, профессор, 3-сө класлы дәүләт юстиция советнигы, Башҡортостан Республикаһы Юғары Судының Почетлы Судьяһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы
Хисмәтуллин Рәшит Сәғит улы
 
Криминология һәм суд экспертизалары кафедраһы 1998 йылда асыла.
 
Хәҙерге ваҡытта кафедра криминология, енәйәт-процессуаль һәм башҡа ғилми проблемалар буйынса фәнни-тикшеренеү эштәре алып бара. Уларҙың иң мөһимдәре: йәмғиәт үҫешенең хәҙерге этабында хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү проблемалары; енәйәт эштәренең төрлө категориялары буйынса суд эшмәкәрлеген камиллаштырыу проблемалары; Рәсәйҙә присяжныйҙар суды эшмәкәрлеген камиллаштырыу проблемалары һ.б.
 
2008 йылда Башҡорт дәүләт университеты менән Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһындағы Юғары Суды эргәһендәге Суд департаменты араһында ижади хеҙмәттәшлек һәм белгестәр әҙерләү тураһында килешеү төҙөлә. Теоретик йүнәлеш менән берлектә кафедрала практик йүнәлештә лә эш алып барыла: студенттар Башҡортостан Республикаһының Юғары Судында һәм район, ҡала федераль судтарында танышыу һәм производство практикаһы үтә. Шулай уҡ дәрестәр үткәреү өсөн практик эшмәкәрҙәр саҡырыла (Башҡортостан Республикаһы Юғары Судының Почетлы Судьяһы Р.С.Хисмәтуллин, адвокат С.А.Семенов).