Криминалистика кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр  | Студенттарға | Аспиранттарға

Кафедраның мөдире:
юридик фәндәр докторы, профессор
Макаренко Илона Анатольевна
 
Башҡорт дәүләт университетының юридик факультетында криминалистика кафедраһы 1982 йылда юридик фәндәр докторы, профессор Каневский Лев Львович (1924-2002) тарафынан ойошторола. Кафедра енәйәт хоҡуғы специализацияһының тикшереү йүнәлешен алып бара. 1982 йылда кафедрала 7 кеше, 1989 йылда кафедра бүленгәндән һуң унда 8 кеше, хәҙерге мәлдә 15 уҡытыусы эшләй. 
 
Кафедра эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше – эске эштәр органдарының тикшереү аппараты өсөн белгестәр әҙерләү. 1989 йылда Л.Л.Каневскийҙың инициативаһында БДУ менән Рәсәй Федерацияһы Эске эштәр министрлығы араһында килешеү төҙөлә. Был килешеүгә ярашлы, енәйәт хоҡуғы специализацияһының тикшереү йүнәлешенә йыл һайын конкурс нигеҙендә абитуриенттар ҡабул ителә. Хәҙерге көндә белгестәрҙе маҡсатлы әҙерләү өсөн Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Прокуратураһы эргәһендәге Тикшереү комитеты менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлгән.
 
Биш йыл эсендә студенттар уҡыу менән бергә эске эштәр органдарының төрлө подразделениеларында тәжрибәле хеҙмәткәрҙәр етәкселегендә көн һайын стажировка үтә.
 
Кафедрала, тәфтишселәр әҙерләү спецификаһын иҫәпкә алып, түбәндәге махсус курстар әҙерләнгән һәм уҡытыла:
 
“Оператив эҙләү эшмәкәрлегенең хоҡуҡи нигеҙҙәре”, “Алдан тикшереүҙә ғәйепләү һәм яҡлау”, “Бәлиғ булмағандарҙың енәйәттәрен тикшереү”, “Тәфтишсенең профессиональ аралашыуы нигеҙҙәре”, “Суд фотографияһы, видео һәм тауыш яҙмалары”, “Криминалистик учеттарҙы ҡулланыу проблемалары”, “Криминалистик информация”, “Эске эштәр министрлығының экспертиза-криминалистика идаралығында экспертизалар үткәреү үҙенсәлектәре”, “Алдан тикшереүҙең процессуаль акттары”, “Суд медицинаһы” һ.б.
 
Дәрестәр махсус йыһазландырылған криминалистик техника, криминалистик тактика һәм методика, енәйәткә ҡаршы көрәште ойоштороу, фотолаборатория кабинеттарында, енәйәт эштәре архивында үткәрелә. Лаборатор һәм практик дәрестәрҙе үткәреү өсөн өр-яңы фәнни-техник саралар һәм ҡоролмалар: тикшереү портфелдәре, цифрлы фотокамералар, видео- һәм аудиоаппаратура, төрлө эҙҙәр менән эшләү ҡорамалдары, компьютер программалары һ.б. бар.