Көнсығыш телдәре кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға | Аспиранттарға

450074, Өфө ҡ., Зәки Вәлиди ур., 32, 411-се к.
Тел.: 8(347)2736708, 8(347)2738272
e-mail: kf.vostok@yandex.ru
 
Кафедра мөдире:
Ибраһимов Ғәйнислам Дәүләтбай улы, филология фәндәре кандидаты, доцент.
 
Көнсығыш телдәре кафедраһы университеттың иң йәш кафедраларының береһе. Ул 2008 йылдың 1 сентябрендә башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетында ғәрәп, фарсы, төрөк һәм ҡытай телдәрен ныҡлы өйрәнеү һәм уҡытыу маҡсаты менән асыла. Ошо телдәр буйынса “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте, сит телдәр” специальносы буйынса белгестәр әҙерләнелә. 90-сы йылдар уртаһынан алып шәрҡиәт йүнәлеше дөйөм тел ғилеме һәм башҡорт теле кафедраһы эсендә Башҡортостан фәндәре академияһы академигы, ф.ф.д., проф. М.В. Зәйнуллин етәкселегендә эшләй.
 
Әлеге ваҡытта кафедрала 8 уҡытыусы – филология фәндәре докторы, профессор Ишбирҙин Э.Ф., фән кандидаты, доцент Ғ.Д.Ибраһимов; ике өлкән уҡытыусы (Аллакаева В. И., Абдул Манан Обайд Голь); өс ассистент (Ғаффаров И.З., Бәхтийәрова Ә.Н., Акилова М.Ф.) эшләй.
 
Кафедрала уҡытыусыларҙың һәм студенттарҙың ғилми-тикшеренеү өлкәһенең төп йүнәлеше булып башҡорт һәм көнсығыш телдәрен сағыштырма планда тикшереү тора. Дәрестәр түбәндәге дисциплиналар буйынса алып барыла: 
  • Төрки телдәренең сағыштырма грамматикаһы (проф. Э.Ф.Ишберҙин); 
  • Тюркологияға инеш (доц. Ғ.Д.Ибраһимов, М.Ф.Акилова);
  • Төрөк теле (доц. Ғ.Д.Ибраһимов);
  • Ғәрәп теле (өлк.уҡыт. В.И.Аллакаева, асс. И.З.Ғаффаров, өлк.уҡыт. А.Н.Бахтиярова);
  • Фарсы теле (өлк.уҡыт. Абдул Манан Обайд Голь). 
Кафедра коллективына студенттарға, аспиранттарға, соискателдәргә көнсығыш телдәре буйынса уҡыу методик комплекстары (программалар, уҡыу әсбаптары, методик ҡулланмалар, күргәҙмә һәм иллюстратив материалдар һ.б.) әҙерләү төп мәсьәлә итеп ҡуйылды.
 
Уҡытыусылар күрһәтелгән дисциплиналар буйынса маҡсатҡа ярашлы һәм төплө уҡыу-методик һәм практик-педагогик эштәр алып бара, республиканың фән һәм әҙәбиәт тормошонда, төрлө йүнәлештәге вуз, шулай уҡ, халыҡ-ара ғилми һәм ғилми-практик конференцияларҙа әүҙем ҡатнаша. Улар республика матбуғатында, радио һәм телевидениела даими сығыш яһай.