Хоҡуҡ идаралығы

Идаралыҡ начальнигы:
Әхмәтов Салауат Сәлим улы
 
Биология факультеты, 304-се, 305-се, 306-сы кабинеттар
Тел. 272-03-54 (идаралыҡ начальнигы)
Тел. 272-90-38 (юрисконсульттар)
 
Хоҡуҡ идаралығы 2006 йылда асыла. Идаралыҡтың төп маҡсаты – Башҡорт дәүләт университеты юғары профессиональ белем биреү дәүләт мәғариф учреждениеһының, администрацияһының һәм студенттарының законлы хоҡуҡтарын һәм мәнфәғәттәрен ғәмәлдәге закондарға ярашлы яҡлау.
 
Идаралыҡтың коллективы 8 кешенән тора, шул иҫәптә идаралыҡ начальнигы, 2 әйҙәүсе юристконсульт һәм 5 юристконсульт. Бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең дә юғары юридик белеме һәм ҙур эш тәжрибәһе бар.
 
Идаралыҡтың төп бурыстары: ойоштороу-күрһәтмәләр биреү буйынса эске документацияның, шулай уҡ социаль партнерлыҡ һәм хеҙмәт мөнәсәбәттәренең законлы нигеҙҙә булыуын тәьмин итеү, БДУ-ның корпоратив культураһын булдырыу.
 
Идаралыҡ эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре:
  • килешеү-хоҡуҡи эшмәкәрлек;
  • претензиялар-дәғүәләр эше;
  • коллектив килешеү шарттарын эшкәртеүҙә һәм килешеүҙәр төҙөүҙә ҡатнашыу;
  • университетта хеҙмәт дисциплинаһын нығытыу буйынса сараларҙы әҙерләү һәм тормошҡа ашырыу, хеҙмәткәрҙәр тарафынан урлау, БДУ-ға зыян килтереүҙәргә юл ҡуймау, хеҙмәткәрҙәрҙе дисциплинар һәм материаль яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында етәкселектең тәҡдимдәре буйынса ҡарарҙар әҙерләү, тейешле бойороҡтарға юридик экспертиза үткәреү һәм уларға ҡул ҡуйыу;
  • хеҙмәткәрҙәр менән шәхси яуаплылыҡ һәм коллектив материаль яуаплылыҡ һ.б. тураһында килешеү төҙөүҙә ҡатнашыу;
  • БДУ коллективын ғәмәлдәге закондар тураһындағы мәғлүмәт менән тәьмин итеү (БДУ етәкселәренең һәм белгестәренең закондарҙы, башҡа хоҡуҡи акттарҙы һәм БДУ-ның эске хоҡуҡи акттарын өйрәнеүен ойоштороу).
Хоҡуҡ идаралығы эшмәкәрлегенең законлы һәм норматив нигеҙе – РФ һәм БР Конституциялары, РФ Президенты һәм БР Президенты Указдары, Рәсәй Федерацияһының “Мәғариф тураһында”, “Юғары һәм юғары белемдән һуңғы профессиональ белем тураһында” федераль закондары, РФ Хөкүмәте Ҡарарҙары, БР Хөкүмәте Ҡарарҙары, БДУ ректоры Бойороҡтары һәм Күрһәтмәләре, БДУ Уставы һәм коллектив килешеүе, Хоҡуҡ идаралығы тураһында Положение.