«Хоҡуҡи дәүләт: тәғлимәт һәм практика» журналы

 Официаль сайты: www.pravgos.ru

  Журналдың маҡсаты – хоҡуҡи дәүләт формалаштырыу өлкәһендәге актуаль мәсьәләләрҙе хәл итеү йәмәғәтселектәре көсөн консолидациялау.

Журналдың төп бурыстары:
1) дәүләт ҡоролошо, хоҡуҡи системаны реформалау һорауҙары, закондар сығарыу эше, парламентаризм үҫеше, граждандар йәмғиәте институттары мәсьәләләренә ҡағылған материалдарҙы баҫыу;
2) проблемалар тураһында фекер алышыу, хоҡуҡ өлкәһендәге фәнни тикшеренеүҙәрҙең сифатын күтәреү, дәүләт-хоҡуҡ һәм суд системаһын камиллаштырыу мәсьәләләрен эшкәртеүгә фәнни коллективтарҙың көсөн мобилизациялау, халыҡтың хоҡуҡи белемен арттырыу;
3) норматив-хоҡуҡ документтары проекттарын һәм Рәсәй закондар сығарыу мәсьәләләрен ойоштороу;
4) көнбайыш илдәренең закондар сығарыу эшмәкәрлеген һәм хоҡуҡ ҡулланыу практикаһын, глобализация шарттарында халыҡ-ара хоҡуҡүҫешенең актуаль мәсьәләләрен яҡтыртыу.