ХХ быуат рус әҙәбиәте тарихы кафедраһы

Кафедра тураһында | Хеҙмәткәрҙәр | Студенттарға

 

 

ХХ быуат рус әҙәбиәте тарихы кафедраһы

 

450074, Өфө ҡ., З. Вәлиди ур., 32, 407-се каб.

Тел. (347) 273-67-26

 

Кафедра мөдире – Хрулёв Виктор Иванович, филология фәндәре докторы, профессор

 

Кафедра 1974 йылда асыла. 80-се йылдарҙа проф. В.С.Синенко һәм йәш доцентттар тарафынан булдырылған кафедраның фәнни мираҫының нигеҙен эпик формаларҙы һәм уның жанрҙарын (роман-эпопея, тарихи роман, повесть һәм уның эволюцияһы һәм типологияһы) өйрәнеү тәшкил итә.

1992 йылда кафедрала әҙәби редакторлау һәм әҙәби тәнҡит специальносы асыла.

Кафедраның төп ғилми-тикшеренеү эшенең темалары: «ХХ быуат рус әҙәбиәтенең поэтикаһы мәсьәләләре» һәм «Нәшер итеү эше һәм коммуникативистика». Тикшеренеүҙәр бер нисә йүнәлештә алып барыла.

Беренсеһе – роман һәм повесть жанрын тарихи үҫештә, конкрет осор сиктәрендә һәм төрҙәрендә өйрәнеү. Был проблемаға 8 тапҡыр баҫмаға әҙерләнгән «ХХ быуат рус әҙәбиәтенең поэтикаһы мәсьәләләре» вуз-ара йыйынтығы арналған. В.С. Синенконың, Н.М. Щедринаның, А.В. Барминдың, О.А. Писареваның монографиялары һәм уҡыу әсбаптары донъя күрҙе. ХХ быуат рус прозаһының (М. Горький, Б. Зайцев, Е. Замятин, А. Ахматова, Л. Леонов һ.б.) поэтикаһы мәсьәләләре проф. В.И. Хрулев, доц. Т.М. Пшеничнюк, доц. А.Р. Зайцева, доц. А.В. Курочкина, доц. Ю.В. Шевчук, өлк.уҡыт. Г.И. Лобанова кеүек уҡытыусыларҙың иғтибары үҙәгендә.

Икенсе йүнәлеш – ижади фекерләүҙе өйрәнеү проблемалары (проф. В.И. Хрулев). «Александр Грин романтизмы: эволюцияһы һәм асылы» (Өфө, 1995), «Леонид Леоновтың һүҙе һәм фекере» (Саратов, 1989), «Леонид Леоновтың ижади фекерләүе» (Өфө, 2005) һ.б хеҙмәттәр донъя күрҙе.

«Йәмғиәт менән бәйләнеште филологик тәьмин итеү» һәм «Информацион-нәшер итеү эшмәкәрлеген филологик тәьмин итеү» специальностарын проф. В.В. Пугачев етәкләй. Уның тарафынан «Китап тарихы» (БДУ-ВЭГУ, 2000), «Өфө китаптары» (Өфө, 2003) уҡыу әсбаптары, «Өфө китаптары. Газета, журнал, типография һәм китап эше эволюцияһы» (Өфө, 2004) монографияһы яҙылды.

Кафедрала магистратура һәм аспирантура эшләй.

Бөгөнгө көндә кафедра «Рус әҙәбиәте», «Йәмғиәт менән бәйләнеште филологик тәьмин итеү», «Информацион-нәшер итеү эшмәкәрлеген филологик тәьмин итеү» специализациялары йүнәлешендә эшләй.

Рус әҙәбиәте буйынса махсуслашыу әҙәбиәтселәрҙең ижади процесс, художество әҫәрҙең яҙылыу техникаһы, эстетикаһы, психологияһы тураһындағы төшөнсәләрен тәрәнәйтә, әҫәр поэтикаһының төп дөйөм компоненттарынан (тема, проблема, жанр, сюжет) алып айырым үҙенсәлектәрен (образдар системаһы, композиция, мотив структураһы, символика, төҫ палитраһы һ.б.) анализлау юлдарын һәм оҫталыҡтарын формалаштыра.

«Йәмғиәт менән бәйләнеште филологик тәьмин итеү» һәм «Информацион-нәшер итеү эшмәкәрлеген филологик тәьмин итеү» специальностары нәшер итеү эше тарихы, ойошторолошо, технологияһы һәм иҡтисады тураһында белем бирә. Студенттар редакторлау оҫталығы нигеҙҙәрен, китап, журнал һәм газеталарҙы электрон дизайнлау, нәшриәт, төрлө типтағы редакциялар эшенең ойоштороу һәм иҡтисади яҡтарын өйрәнә.

Бөгөнгө көндә кафедрала уҡытыу эштәрен 2  фән докторы, профессор (В.И. Хрулев, В.В. Пугачев); 4  фән кандидаты, доцент (А.Р. Зайцева, Т.М. Пшеничнюк, А.В. Курочкина, Ю.В. Шевчук); 1  фән кандидаты, өлкән уҡытыусы (Г.И. Лобанова); 2 ассистент (А.Г. Асташкин, И.В. Савельев) алып бара.